«Бергәләшеп үҫәбеҙ!»
«Донъялағы иң матур, иң аҡыллы бала! Бәхетебеҙ беҙҙең...» – һөйөп туя алмайынса, шулай тип баға әсә менән ата саҡ донъяға килгән сабыйына. Көтөп алынған, тормоштарын түңәрәк иткән бәпес бына башын тота башлар, унан тәпәй баҫыр, тәүге һүҙҙәрен әйтер, тип күҙ алдына килтерә.
Поликлиникаға сираттағы тикшерелеүгә барғанда аяҙ көндө йәшен атҡандай яңғырай табип һүҙе: «Балағыҙ ғүмерлек ҡаты сиргә дусар!» Ниндәй ата-әсә ҡапылдан бының менән килешһен: «Юҡ! Һеҙ яңылышаһығыҙ!» – Шаңҡыған икәүҙең, ғәҙәттә, тәүге яуабы шулай була. Хыялдарындағы һау-сәләмәт, сыңғырҙатып көлөп, йүгереп йөрөгән сабый менән хушлаша алмайынса, шәфҡәтһеҙ ысынбарлыҡтан ҡасырға тырышып, әле бер, әле икенсе белгескә баралар. Мөғжизәгә ышанып, халыҡ табиптарын эҙләйҙәр...
– Балаларын беҙгә килтергәнгә тиклем ата-әсәләрҙең күбеһе шулай бәргеләнеп ҡатмарлы юл үтә, – ти Республика мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау үҙәгенең Өфө ҡалаһындағы бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡарыусы Эльвира Рәмил ҡыҙы Зиннәтуллина.
...Тыумыштан үҙәк нервы системаһы фалижы, аутизм һымаҡ ҡатмарлы ауырыуҙарҙан, Даун сиренән интегеп, физик, аҡыл, хис-тойғо, телмәр үҫеше тотҡарланған балалар үтә тар мөхиттә йәшәй. Уларҙың үҙ тиҫтерҙәре менән аралашыу, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге сикле. «Бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, ә бәхетһеҙҙәре һәр береһе үҙенсә бәхетһеҙ», – инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең тормошон күҙаллағанда ирекһеҙҙән мәшһүр әҙиптең ошо һүҙҙәре иҫкә төшә. Сөнки уларҙың һәр береһе был ҡайғыны үҙенсә үткәрә, үҙенсә йәшәргә ынтыла. Ғаиләләрҙең 80 проценты атайһыҙ ҡала – ир кеше, ҡағиҙә булараҡ, ауырлыҡты күтәрә алмайынса, икенсе оя ҡора.
Ә донъяға фәрештә күҙе менән баҡҡан бер гонаһһыҙ сабыйҙар башҡалар кеүек йәмғиәтебеҙҙең тиң бер ағзаһы бит. Улар үҙҙәрен тап шулай тойһон, тормошто тар фатир тәҙрәһенән түгел, бөтә төҫтәре, сағылыштары менән – нисек бар, шулай күреп үҫһен, бүтәндәр менән бер рәттән һәләттәрен асһын өсөн инклюзив белем алыу программалары булдырылып ғәмәлгә ашырыла ла инде. Һаулыҡтары ҡайтыш балаларҙың сәләмәт малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бер мөхиттә уҡыуы, тәрбиәләнеүе ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Был ауырыу сабыйҙарҙы үҙ-үҙенә бикләнеүҙән арындырып, социаль яраҡлашырға ярҙам итһә, уларҙың һау тиҫтерҙәре иһә бер ни менән сағыштырып булмаҫлыҡ миһырбанлыҡ дәрестәре ала.
– Инклюзив белем биреүҙе мәктәпкә төшкәнсе, балалар баҡсаһында уҡ, бойомға ашырыу үҙен ныҡ аҡлай тигән фекерҙәбеҙ, – тип уртаҡлаша бүлексә психологы Альбина Ғәбделәхәт ҡыҙы Сәлимова. – Дөйөм белем биреү мәктәбенә барғансы социаль-көнкүреш яраҡлашыу үткән сабый сәләмәт тиҫтерҙәре араһында юғалып ҡалмай, был уның уҡыу программаһын үҙләштереүенә, күңел донъяһы асылыуына, ғөмүмән, бар яҡлап артабанғы үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Социаль-көнкүреш яраҡлашыу программаһы – баланың үҙенсәлеген, ихтыяжын иҫәптә тотоп, уға йәмғиәттең йәшәү тәжрибәһен тапшырыу ул.
«Бергәләшеп үҫәбеҙ!» тигән проект бүлексә мөдире вазифаһын башҡарыусы Эльвира Зиннәтуллина менән психолог Альбина Сәлимова күңелендә күп йыллыҡ эшмәкәрлек емеше булараҡ тыуған...
...Проект ауырыу сабыйҙарҙы сәләмәт тиҫтерҙәре менән таныштырыуҙан ғына түгел, дуҫлаштырыуҙан, бер-береһен ҡабул итергә, күмәкләшеп башҡарылған эшкә бергәләшеп ҡыуанырға өйрәтеүҙән ғибәрәт. Был маҡсатта апрель айында Елена Николаевна Баҡыева етәкселегендәге 227-се балалар баҡсаһы менән килешеү төҙөлә. Бүлексәгә киләсәк сәләмәт кескәйҙәр төркөмдәре уларҙың ата-әсәләре ризалығы менән ойошторола.
– Берлектәге тәүге байрам бәләкәстәр күңелендә айырыуса иҫтә ҡалғандыр. Аралашыуға һыуһаған ауырыу малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың тиҫтерҙәренә тартылыуы, башта ғәжәпһенеберәк торған ҡунаҡтарҙың тиҙ арала уларҙы ҡабул итеп, яҡын күреүе йөрәктең иң нескә ҡылына ҡағылған күренеш булды. Был сабый донъяһы тик сафлыҡтан тороуына, уның күңелендәге шәфҡәтлелектең сикһеҙлегенә бер дәлилдер, – тип тулҡынланып һөйләй проект авторҙары.
Йыр-бейеү сығыштарынан һуң бәләкәстәр бергә оҫтаханаға юллана...
...Берлектәге дәрестәр бәләкәстәрҙең һәләтен асыуҙан, аралашыу күнекмәләрен үҫтереүҙән тыш, сабырлыҡ һәм шәфҡәтлелек тәрбиәләй. Һау балалар донъяның икенсе яғын да күрергә өйрәнә, иң матур кешелек сифаттарын камиллаштыра, ә уларҙың ярҙамынан, дуҫтарса мөнәсәбәтенән ҡанаттары үҫкән ауырыу иптәштәре, йәндәрен ҡат-ҡат сырмаған ҡоршауҙарҙан ҡотола барып, тормошҡа ышаныслыраҡ ҡараш менән баға. Һәр сырхау баланың тәүге һүҙен генә түгел, тәүге ауазын, тәүге үҙ аллы хәрәкәтен, тәүге аҙымын оло еңеүҙәй ҡабул иткән фиҙакәр хеҙмәткәрҙәр өсөн был – иҫ китмәле оло шатлыҡ...
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: