КҮҢЕЛЕҢДӘ ҠОЯШ КӨЛҺӨН!

КҮҢЕЛЕҢДӘ ҠОЯШ КӨЛҺӨН! ... Балаларын кескәй саҡтан әҙәпле, тәүфиҡлы булырға өндәгән, кеше араһында үҙен матур тоторға өйрәткән ата-әсәләргә рәхмәт. Ундай йәштәр менән аралашыу шул тиклем рәхәт.

Яғымлы мөғәмәлә әллә ни артыҡ көс талап итмәй, әммә уны ҡабул итеүсенең кәйефен күтәрә, ыңғай, асыҡ әңгәмәгә көйләй. Ләкин был һүҙҙәр ихлас күңелдән әйтелергә тейеш. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, тиҙәр бит. Ниндәйҙер аҫтыртын маҡсатҡа өлгәшеү өсөн генә яғымлы булырға ярамай, сөнки шәхси мәнфәғәтеңде ҡайғыртып, кешеләрҙең хис-тойғолары менән идара итеү – әхлаҡһыҙлыҡ, ул ҡасан да булһа үҙеңә әйләнеп ҡайта...

... Яғымлылыҡтың ҡапма-ҡаршы күренеше – тупаҫлыҡ. Ул иң яҡын кешеләрҙең дә араһын һыуындыра, ҡайһы саҡта хатта дошманлашыуға еткерә...
...Тупаҫлыҡ нервыларҙың һәр саҡ көсөргәнештә булыуы хаҡында һөйләй, бихисап сирҙәргә юл аса. Ә тормош, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстары менән, эргәңдән генә үтеп китә...
КҮҢЕЛЕҢДӘ ҠОЯШ КӨЛҺӨН!
... Һәр эштә лә иң ҡыйыны – тәүге аҙым яһау. Мәҫәлән, иртәнсәк өйөңдән сыҡҡас, быға тиклем бер тапҡыр ҙа сәләмләшмәгән күршеңә йылмайып: «Һаумыһығыҙ!» – тип өндәш. Ә унан инде икенсе, өсөнсө аҙым... һәм тиҙҙән тормошоңдоң ысынлап та яҡшыға үҙгәреүен тойорһоң...
Айгөл ҒӘЛИУЛЛИНА,
үҙеңде һаҡлау мәктәбе инструкторы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook