«РӘХМӘТ, ӘСӘЙ!»
Оло йөрәкле әсә Нәркизә Шамова һәм ул үҙ балаһылай күреп үҫтергән Фидан Бикбаевтың ғәжәйеп тарихын бер мәҡәләгә түгел, тотош китапҡа ла һыйҙырып булмаҫ ине.
…«Яҙмышыбыҙҙы ҡырҡа үҙгәрткән көндө һис оноторлоҡ түгел. Директор бүлмәһенә килеп ингән өс малайҙың береһенә ҡараным да артабан күҙемде ала алманым: «Беҙҙең улыбыҙ!» «Ҡунаҡтар менән иҫәнләш, Фидан!» – Фәнисә Малик ҡыҙы шулай тигәс, малай йүгереп килеп кескәй ҡулдарын усыма һалғайны, тәндәрем зымбырҙап китте. Әйтерһең, беҙ ғүмер буйы ошо баланы эҙләп йәшәгәнбеҙ ҙә бөтә талпыныуыбыҙ уны табыу хаҡына булған!» – Тулҡынландырғыс ваҡиғаны хәтерләүҙән Нәркизәнең керпектәрендә ысыҡтай йәш тамсыһы емелдәй…
…Фидан Айратты тәүҙән уҡ ысын ир-ат өлгөһө итеп ҡабул итһә, Нәркизә серҙәшкә, кәңәшсегә әйләнә. «Балалар йортонда иң ҡыйыны нимә, әйтәйемме, әсәй? – ти ул бер ваҡыт. – Төштән һуң йоҡлау. Күҙ ҙә йоммай, минуттарҙы һанап ятаһың. Бөтәһенән алда һикереп торам да вестибюлгә йүгерәм. Балаларын күрергә килгән өлкәндәр, ғәҙәттә, шунда көтөп тора. Атайым менән әсәйем йыраҡтан иртәнге сәғәттәргә өлгөрмәҫ, төштән һуң килер, тип көтәм. Берәй апай менән ағай стеналағы яңылыҡтарҙы уҡып тора икән, атайым менән әсәйемдер, тип уйлайым. Моғайын, буйға ҙур үҫкәнмендер ҙә танымайҙарҙыр, тим. Үҙемде танытыр өсөн әкрен генә: «Мин Фидан, мин Фидан», – тип ҡабатлап, яндарында йөрөйөм. Ләкин ул апай менән ағай икенсе балаға килгән булып сыға...»…
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА.

Теги: