Буш сәңгелдәк
…Әхирәте Ләләне ысынлап та бәхетле һанай. Хатта: «Һиңә анауҙарҙан ял итәйем тип килдем», – тип диванға ауып киткән саҡтары була. Кисә лә инеп, үҫмер улдарының кеҫәһендә тәмәке ҡабы табыуын, был хаҡта иренә әйтеп, үҙе үк әрләнеүен ҡат-ҡат һөйләне: «Мин ғәйепле булып сыҡтым барыһына ла, мин! Йәнәһе лә дөрөҫ тәрбиәләмәйем. Артыҡ иркәләтеп боҙғанмын. Уға ни рәхәт, «аҡса эшләйем» тип Себергә сыға ла олаға. Ә мин нимә эшләргә тейеш? Малайҙар бит! Уларға атай ҡулы кәрәк! Яңынан тыуһам, яңғыҙ йәшәр инем». Ләлә әхирәтенең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, уны әрләп ташланы. «Нимә яңғыҙлыҡ көҫәп ултыраһың?! Асыуландырма күкте, ғаиләңә бәлә саҡырып!» – тине.
Әхирәтен көскә тынысландырып сығарып ебәрҙе. Төнө буйы йоҡлай алмай, «ҡайҙа хаталандым һуң мин?» тигән һорауға яуап эҙләне.
Ата-әсәһенең һуңлап ҡына тапҡан балаһы ине бит. Бер ағаһы тыуып, сабый сағында вафат булған. Әсәһе оҙаҡ балаға уҙа алмаған, ирле-ҡатынлы сабый һөйөү бәхетенән төңөлгәс, донъяға ауаз һалған ул. Мәктәпте тамамлағас, ҡалалағы һөнәрселек училищеһына инде. Һәр саҡ көләкәс, сибәр ҡыҙҙың артынан егеттәр йүгерҙе. Ә ул Маратын осратты. Гитарала уйнаған, ҡупшы ҡала егете ауыл ҡыҙҙары өсөн әллә кемдәй күренде. Ләлә лә ғашиҡ булды. Төрлө кисә, дискотекаларға уның өсөн генә йөрөнө. Марат ҡына уны күрмәне, әле бер, әле икенсе ҡыҙҙың башын әйләндерҙе. Шулай ҙа танышты улар. Матур ҡыҙыҡайҙың үҙенә тоғро эт кеүек ҡарағанын Марат та оҡшатҡандыр инде. Улар егеттең ата-әсәһе өйҙә булмағанда йәшенеп кенә осраша башланы. Марат өйләнәм тип вәғәҙәләр биргәс, башы әйләнгән Ләлә бөтөнләйгә уныҡы булды... Бер нисә ай осрашҡандан һуң ауырға уҙғанын аңланы…
…Ләләнең йөклө икәнлеген белгәстәр, эштәр тағы ла хөртәйә төштө. Атай кеше Маратты тиҙерәк әрмегә ебәреүҙе юллап, хәрби комиссариат тупһаһын тапай башланы һәм һөҙөмтәгә иреште. Әсәһе: «Ярай, Марат китер ҙә, ә был ҡыҙ балаһы менән өйҙө баҫһа...» – тип иланы. Көн дә ҡабатланған әр-битәрҙән арыған егет Ләлә менән һалҡын ғына хушлашып, ил һаҡларға китте. Ҡыҙға егеттең әсәһе көн дә тигәндәй: «Марат ҡай тҡас, туй үткәрербеҙ. Тәүҙә үҙегеҙ өсөн йәшәп алырһығыҙ. Йәшһегеҙ – балаларығыҙ булыр әле», – тип тыумаған сабыйҙан ҡотолорға өгөтләне…
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ Бала