Ташламаһын илаһи ут!
Яңы йыл алдынан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Сихри мәл етә. Теләк теләү, хыялдарҙың тормошҡа ашыуы, көтөлмәгән ҡыуаныстар, алдан күҙаллаған бүләктәр хаҡында бер юлы уйлап, тик ҡояшлы яҡҡа, яҡты кәйефкә көйләнеүебеҙ менән дә бәхетлебеҙ. Эҙләгән кешегә ҡыйралырға сәбәптәр етерлек ул. Әммә беҙҙең, затлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ваҡланырға, юҡҡа һөмһөрөбөҙ ҡойолоп йөрөргә, үс һаҡларға ваҡытыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ! Әммә был ҡыуған юлдан, маҡсаттарыңдан баш тартыуҙы, үҙеңде түбәнһетеүгә күнеүҙе аңлатмай. Башыбыҙҙы ғорур, кәүҙәбеҙҙе тура тотоп инергә яҙһын сабыйҙай саф, тик өмөттәр менән генә йымылдап үҙенә саҡырған Яңы йылға!
Иҫке йылды оҙатҡанда иң үкенеслеһе, моғайын да, өмөттәрҙең аҡланмауылыр. Тик үкенескә лә ҡайһы яҡтан яҡын киләһең бит. Мораҙыңа ирешкәнең дә һинең өсөн яҡшы булмауы, бәхет тигәнең дә ике осло булып сығыуы бар. Һәм, теләгеңә өлгәшкәс тә, ул һиңә ҡәнәғәтлек килтермәүе мөмкин. Ҡайһы ваҡыт ул көттөргән ҡыуаныс һөйөнсөһө юлда ғына була. Беҙ сабырһыҙланып уны көтөүҙән арып та китәбеҙ. Тимәк, барыһы ла алда әле! Бөтә ихтыярҙы туплап, сәмләнеп, дәртләнеп Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ! Иң һәйбәте – сама менән, яйлап ҡына алға барыу, яҡындарыңдың һау-сәләмәт булыуы, үҙеңдең хәл-торошоңдо яҡшыртыу өсөн бүлгән ваҡытың, көсөң, үҙеңде элеккенән яҡшыраҡ күрергә теләгең. Бейеклектәрҙе, яуланаһы үрҙәрҙе һәр кем үҙенә билдәләй. Иң мөһиме – теләктәр асыҡ, ихлас, маҡсаттар аныҡ булһын!
Киләһе йылда сираттағы һандан баҫмабыҙ тантаналы рәүештә үҙенең 50 йыллыҡ юбилейына аяҡ баҫа. Ошо дәүер эсендә ул күпме яҙмыштарҙы барлай, яҡты ыҙанға төшөрөп ебәрергә ярҙам итә, күпме кешенең күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә! Журналыбыҙҙың киләсәге өсөн һин дә яуаплы, уҡыусым! Бөгөнгө көндә замана ҡатыны ниндәй, ул ниндәй ихтыяждар кисерә – барыһы ла, көҙгөләгеләй, унда сағылыш таба. Һоҡланғыс шәхестәр, ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙенең изге йөрәге менән башҡаларҙы ла балҡырға мәжбүр иткән сабыр, аҡыллы, һөйкөмлө, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барында, ғаиләләрҙәге ҡот сағыуыраҡ балҡыр, шағир йөрәген яндырған илаһи ут тағы ла ҡөҙрәтлерәк дөрләр! Ә беҙ уларҙың уңышы яҡтыһында өшөгәндәрҙе йылытырға, аҙашҡандарға юл табышырға, ҡорғаҡһығандарҙың күңелен наҙ менән тултырырға тырышырбыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы» йыйған яҡты ҡоробоҙҙоң 50 йыл элек тоҡанған усағы һүрелмәҫ, уны үрләтеүҙә һинең дә тос өлөшөң бар, ҡәҙерле уҡыусым!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: Журнал