Ҡурсыулы булһын өйөгөҙ!
Кәбисә йылы менән хушлашабыҙ. Юғалтыуҙар, һағыштар менән тулы тағы бер ғүмер бите ябыла. Төрлө сүрәттәргә инеп һынаған Маймыл тәхетен Тауыҡҡа ҡалдырырға мәжбүр.
Көнсығыш мөсәле буйынса Әтәс йылы тип йөрөтөлһә лә, боронғонан башҡорттар хакимлыҡты Тауыҡҡа тапшырыуҙы өҫтөн күргән.
Башҡорт халыҡ мифологияһында ул изге йорт ҡошо иҫәпләнә. Уны тәбиғәт эйәләрен (тау, ел, урман эйәләре була) йомшартыу өсөн дә файҙаланғандар. Йөрәк сирле кешенең, ҡурҡҡандарҙың күкрәгенә тауыҡ ултыртып дауалауҙары билдәле.
Тауыҡтың ҡаны ла изгеләштерелгән: ауырыуҙың күлдәгенә буяп далаға ташлаһаң, сырхау китә, тип һаналған. Тауыҡ осоғо булһа, уны тере көйө кешенең баш-күҙенән өс тапҡыр әйләндереп, берәй әбейгә хәйер итеп биргәндәр.
Ышаныуҙар буйынса осоҡ – иң яуыз ауырыу эйәһе. Кешегә ул ҡатын-ҡыҙ булып күренә, имеш. Төрлө «насар» урындарҙан берәй әйбер алһаң, йығылһаң, артыңдан эйәрә һәм сирләтә. Һуйылған тауыҡ йә ҡайһы бер яҡтарҙа тереһе менән ауырыуҙы һуҡҡылайҙар, шунан башынан, биленән өс тапҡыр уратып алалар. Осоҡто ҡыҙыл эңерҙә ташлағандан һуң артҡа әйләнеп ҡарамай ҡайтыу, эҙ юғалтыу өсөн бер нисә өйгә инеү мотлаҡ үтәлер шарт булған. Ирен осоноу, ҡан боҙолоу арҡаһында барлыҡҡа килгән тәндәге күк, ҡыҙыл таптар, тире сабыртыуы, быума, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары, кешенең ҡапыл ҡурҡып ҡысҡырыуына ла осоҡ ғәйепле, имеш. Борондан сирҙе тауыҡҡа күсереү юлы менән дә әмәлләүҙәре бар. Арпаны тауыҡ тиҙәгенә күмәләр, ул шунда күсә тип һанала. Тимрәү булғанда ла, тиҙәкте йылытып, ауыртҡан урынға әпсенләп баҫҡандар.
Тауыҡ йылында ата-бабаларыбыҙ тары сәсергә кәрәклеген әйтеп ҡалдырған. Тимәк, уңыш та мул буласаҡ.
Ҡатын-ҡыҙға өй тауығы тип кәмһетеберәк әйткән сағыштырыу киң таралған. Өйрәк бәпкәләрен дә үҙенеке кеүек итеп алып, улары һыуға төшөп киткәнендә өҙгөләнгән тауыҡты күреп йән өҙөлә. Ана бит, әсәлек хистәре ниндәй көслө! Себештәрен нисек матур баға ул. Һәр береһен ҡанаты аҫтында йылытып, ҡурсалап, хәстәрләп үҫтерә. Ҡошҡа ҡарағанда, бик матур йылға аяҡ баҫабыҙ, иншаллаһ! Ә беҙ иһә баҫмабыҙҙы уҡыусылар һаны артыуына, өйөгөҙгә булмышыбыҙ менән яҡтылыҡ, нур бөркә алыуыбыҙға шатбыҙ.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: Яңы йыл Әтәс йылы Тәбрикләү