Әтәс йылында тыуғандар мажаралары
Киләһе йыл изге башланғыстарға бай булмаҡсы. Тормошона үҙгәрештәр индерергә теләгәндәргә ышаныслы аҙымдар менән алға барырға ғына ҡала. Яңы белемгә эйә булыу, һөнәри баҫҡыстар буйлап юғары үрләү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Киләһе йыл билдәһе булған ҡыҙыл төҫ көнсығыш юрауҙары буйынса ҡояш сығыуын аңлата һәм яуызлыҡты еңеү сағылышы булып һынлана.
Йыл хужаһы уңған, тәүәккәл, ижади ҡарашлы, ҡыйыу, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандарҙы ярата һәм һәр башланғысында ярҙам итергә әҙер. Алтындың бөртөкләп йыйылыуын, тамсының тама-тама таш тишеүен күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Етди, талапсан, ғәҙел ҡош артығын талап итмәй, һәр кемдең беләгенән килгәнсә генә хеҙмәт итеүен көтә. Әтәс йылында тыуғандар гел иғтибар үҙәгендә булырға ярата, ойоштороу һәләтенә эйә. Тап ошо сифаттар уны юғары вазифа биләргә этәрә, хәрби эштә лә уңышҡа ирештерә. Улар идара иткән ерҙә ғәҙеллек, тәртип хөкөм һөрә, шуға ла ҡул аҫтындағылар үҙҙәрен яҡлаулы, һаҡлаулы тоя. «Әтәс»тәргә шулай уҡ бер аҙ ҡупырыҡлыҡ, амбициялар, кеше күңелен уйлап тормай, тура әйтеү хас. Һәр саҡ еңеүгә ынтылғанға, барыһын ентекләп уйлап, аныҡ ниәттәр ҡора һәм, һис ҡаршылыҡтарға бирешмәй, маҡсатына өлгәшә белә.

Сәрүәр Сурина, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы:
– Йондоҙнамәнең һәр төрлөһөн дә ҡыҙыҡһынып уҡып, сағыштырып ҡарағаным бар. Уларға башты юғалтып ышанып ултырыу ярамай, әлбиттә. Шулай ҙа йондоҙнамә үҙемде аңларға, холҡомдоң ҡайһы бер һыҙаттарына иғтибар итергә кәрәклекте иҫкәртә...
…Ҡышҡы каникулда балалар менән төрлө тамашаларҙан ҡайтып инмәй инек. Шунда Мәскәй әбей, айыу-бүре-төлкөләрҙе күреп, мөғжизә донъяһын үҙ итте бәләкәстәрем. Үҙемә лә күп сценарийҙарҙың авторы булырға тура килде. Яңы йыл әкиәтен тыуҙырыуҙа, балаларға ҡыуаныс килтереүҙә ҡатнаша алыуым менән дә бәхетлемен...
Тәнзилә Хисамова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
…– Беҙ бәләкәй саҡта ла Яңы йыл бик күңелле була ине. Ауыр һуғыш йылдары артта ҡалған, еңеү яуланған, фронтовик ағай-бабайҙар ҡайтҡан. Тирә-яҡ ауылдарҙан туғандар бергә йыйылып күңел аса... Клубҡа сығып, таң атҡансы бейейҙәр ине. Юҡлыҡҡа ҡарамаҫтан (кейем тишелһә, ямау һалыр өсөн туҡыма киҫәге табыу ҙа еңел түгел), кешеләрҙең күңеле көр, киң, артыҡ зарланып ултырмайҙар, йәшәй беләләр ине. Сәй ҡурғашын йыл дауамында йыйып барабыҙ, ҡағыҙҙан ҡуласалар эшләп, өйҙө биҙәйбеҙ. Кейем өсөн мейес ҡашағаһындағы тауарҙарҙы, мендәрҙәр япҡан селтәр япмаларҙы ла ҡуллана инек. Ҡаҙ ҡанаты ла, йүкә таҫмалар ҙа эшкә егелә...
…Был донъяға тыуғанһың икән, уны матурларға ынтылырға кәрәк. Әҙәм балаһының йәшәү мәғәнәһе шунда ул. Яҙмыш һәр кемдең маңлайына яҙылғандыр ҙа, бәлки, әммә кешегә бер нәмә лә үҙенән-үҙе килмәй. Маҡсатыңа ирешәм тиһәң, тырышыу, тир түгеү мөһим. Тормошта иң кәрәге – ихтыяр көсө. Барыһына ла шуны теләйем...
Венер Камалов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
…– Әтәс йылын өйҙә, тыныс ҡына, шау-шыуһыҙ, йылы ғаилә мөхитендә ҡаршы алырға тип ниәтләнек. Ҡыҙҙарым Дилбәр менән Гөлдәр инде үҫте, Ҡыш бабайға ышанмайҙар – тормоштоң бер әкиәте артта ҡалды. Шулай ҙа бүләктәр бирешеү ғәҙәтен ташламаныҡ. Быйыл улар яңы телефон һорай. Әйткәндәй, ҡыҙҙарым да минең кеүек үк Әтәс йылында донъяға килде. Маҡсатҡа ынтылыусан, егәрле һәм һөйкөмлө булып үҫһен инде бәғеркәйҙәрем...
…Яңы йыл һәр кемебеҙгә һөйөнөс, йылмайыу тулы көндәр алып килһен. Матур уй-ниәттәр ғәмәлгә ашһын!
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-cе һанында уҡығыҙ.
Теги: Йондоҙнамә Әтәс йылы