ЯЛТЫР ҒЫНА ТАБАҠ, КӨМӨШ ҠАЛАҠ

Ағастан эшләнһенме, әлүминдән йә тутыҡмай торған тимерҙән булһынмы, өләсәйҙәр уны «көмөш ҡалаҡ» ти ҙә ҡуя ине. Сөнки борон ҡалаҡты башҡорттар күберәк баҡыр, көмөш һәм алтындан ҡойған. Ер йөҙөндәге тәүге тимер эшкәртеүселәр булып танылған төрки ҡәбиләләренең береһе һаналған халҡыбыҙ, әлбиттә, мәғдәнселекте яҡшы белгән һәм уны бөйөк сер итеп һаҡлаған. Мәғдән эшкәртеү һәм уны тормошта ҡулланыу – көнкүреште еңелләштергән, уның алға китеүен билдәләгән күрһәткес.

Ҡалаҡ ҡулланыу ғәҙәте Европа илдәрендә X быуаттарҙа ғына ғәҙәткә ингән, тип хәбәр итә тарихсылар. Ә Уралда табылған боронғо ҡурған-ҡәберлектәрҙең һәр береһендә тиерлек ҡиммәтле металдарҙан ҡойолған ҡалаҡтар ҙа булған. Атаҡлы скиф алтыны коллекцияларында ниндәй генә ҡатмарлы нағыштар менән биҙәлмәгән улар. Йәки бына һуңыраҡ осорҙағы, Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы янындағы IX быуатҡа ҡараған төрки осоро ҡурғанында, башҡа бик күп ҡиммәтле биҙәүестәр һәм кәрәк-яраҡ менән бер рәттән, һабына айыу һыны төшөрөлгән көмөш ҡалаҡ та табылған. Һауыт-һаба үҙгәрештәргә тиҙ бирешеп бармаған мәҙәни бай лыҡ иҫәбенә инә.

Совет власы йылдарының ни тиклемдер кимәлдә хатта символы булған әлүмин ҡалаҡтар иһә беҙҙең яҡтарҙа Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына ныҡлап таралған һәм инде өс йөҙ йыллап хакимлыҡ иткән ағас ҡалаҡты өҫтәлдән ҡыҫырыҡлап сығарған. Шулай ҙа әле булһа көндәлектә суйын ҡалаҡ ҡулланһалар ҙа, ололар ашҡа саҡырышҡанда бишбармаҡҡа мотлаҡ ағас ҡашыҡ тарата. Улар күберәк урыҫтарҙың хохлома биҙәге төшөрөлгән йә төркисә ҡусҡарланған фабрика ҡалаҡтары. Һирәк йорттарҙа йомшаҡ уҫаҡтан ырылған оҙонса ауыҙлы боронғораҡтары һаҡлана. Уларҙы бер иш кенә итеп эшләү арыу оҫталыҡ талап итә, ә ҡулланған һайын ағастың күҙе ҡалҡып ауыҙҙы ҡороштормаһын өсөн уны оҙаҡ ҡына ваҡытҡа майға сумырып, май һеңдереп алалар.
Беҙҙең милли һауыт-һаба тураһында бәйән иткәндә, ғалимдар күберәк ағас йә күн-тиренән яһалғандары хаҡында яҙа. Ә халыҡ әкиәттәрендә, эпостарҙа алтын-көмөш, еҙ, суйын, сөгөн һәм баҡыр көршәк-ҡаҙандар, батмустар, ҡалаҡтар телгә алына. Халҡыбыҙҙың мәғдәнселеккә нигеҙ һалыусылар булыуын, хатта Рәсәйҙә металлургия буйынса беренсе уҡыу йортон да башҡорт кешеһе Исмәғил Тасимов үҙ аҡсаһына асыуын иҫәпкә алғанда, һауыт-һабабыҙҙың тарихын тәфсирләп тик ағас һәм тире-күн материалдар хаҡында ғына һүҙ йөрөтөү – сәйер һәм төптө хата.

Милләтебеҙҙең килешеү нигеҙендә тиң хоҡуҡлы булып Рәсәйгә ҡушылыуын, тик бер ни тиклем ваҡыттан килешеүҙәр аҡ батшалар тарафынан үтәлмәүен, башҡорттарҙың аяныс хәлгә төшөүен тарихтан беләбеҙ. Был ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы ризаһыҙлыҡтан ҡырҡтан ашыу ихтилал күтәрелгән һәм уларҙа бик күп милләттәшебеҙ фажиғәле һәләк булған. Ошо ваҡиғалар хаҡында уҡығанда ҡоро мәғлүмәттәргә ҡарап ҡына ла сәстәр үрә торорлоҡ. Халҡыбыҙ һан яғынан ғына кәмемәгән, боронғо мәҙәниәтен һәм рухи ҡомартҡыларын да күпләп юғалтҡан. 1737 йылда сираттағы болғаныш баҫтырылғандан һуң, мәҫәлән, аҫабалар яңынан ҡоралланып баш ҡалҡытмаһын өсөн ҡаты саралар күрелә, шуларҙың береһе – башҡорттарға тимерлек тотоуҙы тыйған яңы указ (ошондай уҡ указ XVI быуатта ла була). Хатта көндөҙ ут яғыуҙы ла рөхсәт итмәгән, аҡыл менән аңлап етмәҫлек бойороҡтар сығарыла. Төтөн күренә икән, тимәк, тимер иретәләр. Ошо сәбәпле төтөнө бура эсендә баҫылған ҡара мунсалар барлыҡҡа килә. Шул арҡала һалҡын ҡоралға тиңләнгән ҡалаҡтар ҙа өйҙәрҙән йыйып алына.

Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш кимәлен был указдар әллә нисә быуаттарға артҡа ырғыта. Оҫталар сараһыҙҙан ағас һәм балсыҡтан эшләнгән һауыт-һабаға күсеп, шул өлкәне камиллаштырырға мәжбүр була. Әммә халыҡ хәтере мәңгелек. Ул һаман да һылыу ҡыҙҙарын «көмөш ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ» тип маҡтай.
Ялтыр ғына табаҡ, көмөш ҡалаҡ,
Ашаһана, атай, ашыңды.
Һатлыҡ малдай күреп, кәңәш итмә
Ашаныңда, атай, башымды.
Алтын ғына табаҡ алдым ҡулыма,
Ер еләккәйҙәрен түгергә,
Үҙ илемдә йөр(ө)нөм сәскә кеүек,
Сит илдәрҙә нисек йөрөргә?

– тип сеңләүҙәрҙә, йырҙарҙа, әкиәттәрҙә лә элекке көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡындағы мәғлүмәтте аңғармаҫтан һаҡлап килә.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook