Әкиәтле булһын сабый саҡ
Ҡыҙыҡ өсөн генә тәжрибә үткәреп ҡарағыҙ әле, бала көнө буйы телевизорҙа сағыу йәнһүрәттәр ҡараһа ла, кис әсәһе йә атаһы һөйләгән әкиәттән һис баш тартмаясаҡ. Сөнки әкиәттә зәңгәр экран тәҡдим иткән әҙер образдар юҡ, уны тыңлағанда сабый хыялына ирек бирә, геройҙарҙы үҙе нисек теләй, шулай күҙ алдына килтерә, йөкмәткеһе оҡшамаған осраҡта ла, күңеленә килгәнсә итеп тамамлатып та ҡуя ала хатта.
Әкиәт – бала саҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Уның аша ыуыҙ күңелгә туған тел байлығы һеңә, тормошто әсә теле аша, башҡортса ҡабул итеү формалаша, холоҡ әүәләнә.
Башҡортостаныбыҙҙа етенсе йыл рәттән балалар үҙ-ара әкиәт һөйләүҙә уҙышҡан «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһе үткәрелеп килеүе – оло бәхет. Ошо ярышта ҡатнашам тип күпме бәләкәстең теле шымарып, телмәре байып, үҙе яңы әкиәттәр менән танышып ҡала. Башҡаларҙан матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеп һөйләргә тырышып, күңелендә сәм тигән тойғоһо уяна.
Быйыл Өфө ҡалаһы буйынса район этаптарында бәйгелә балалар баҡсаларынан 158 сабый һәм 280 мәктәп уҡыусыһы яңғыҙ һөйләһә, белем биреү усағынан 94 коллектив әкиәттәрҙе күмәкләп инсценировка итеп ҡуйып күрһәтте. Уларҙың иң-иңдәре финалға үтеп 2-се башҡорт лицейы сәхнәһендә көс һынашты. Башҡорт, урыҫ, ҡаҙаҡ, үзбәк, һинд, әрмән, ҡытай, поляк һәм башҡа бик күп халыҡтарҙың әкиәттәре яңғыраны унда. Ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын Өфө ҡалаһы хакимиәте Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үткәрҙе.
Үҙ категорияларында Гран-при яулаған Совет районының 240-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Камила Бикбулатова (тәрбиәсеһе Лилиә Хәлит ҡыҙы Бакирова), Калинин районының 122-се башҡорт гимназияһының 1-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Ғарифуллина (уҡытыусыһы Илсиә Дилмөхәмәт ҡыҙы Ғарифуллина), Киров районының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы Гөлназ Әхмәтйәнова (уҡытыусыһы Айгөл Иршат ҡыҙы Игелекова) һәм шул уҡ уҡыу йортоноң урта класс уҡыусыларынан торған фольклор коллективы (етәкселәре Зөлфирә Юныс ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Эльмира Йәнтимер ҡыҙы Шакирова) республика буйынса үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ярышының Өфө кимәлендәге абсолют еңеүселәре тип табылды. Гран-приҙан тыш һәр категорияла тәүге өс урынды алыусыларға һәм байтаҡ номинацияларҙа еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар, бүләктәр тапшырылды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.

Теги: