ИМАН ЗАТТАН КИЛӘ

ИМАН ЗАТТАН КИЛӘ Иман төшөнсәһенә ҡағылғанда халҡыбыҙ, яһалмалыҡҡа урын ҡалдырған тышҡы күрһәткестән бигерәк, эске күңел торошон, уның таҙалығын һәм күберәк изгелек ҡылыуға ынтылышты ҡиммәт күргән. Тормоштоң рухи яғын алға ҡуйыу уның холҡон, донъяны ҡабул итеүен үҙенсәлекле итеп формалаштырған. Тәғлимәттәрҙән бигерәк, тәбиғәткә һыйынып йәшәгән милләтебеҙ динде лә тере һәм яҡтылыҡҡа үрләгән күңел сәскәһеләй ҡабул итә. Уны байраҡтай болғамай, ә ҡуйынында бәпләй, йөрәгендә үҫтерә. Ошо матур һыҙатты һуңғы йылдарҙа эстрадаға үҙенсәлекле йүнәлеш булып ингән, иманға һәм изгелеккә әйҙәгән йырҙары менән йәштәрҙе лә әхлаҡлы тормошҡа ылыҡтырған «Әссәләм» төркөмө, МС Баш, Илгиз Абдрахманов һәм башҡа байтаҡ егет-ҡыҙҙарыбыҙ ижадтарында балҡыта алды. Бер уйлаһаң, йәштәр аудиторияһы өсөн тәғәйен заман сәхнәһе менән иманға әйҙәүселәр ҡапма-ҡаршы көс һымаҡ, әммә башҡорт мәҙәниәтендә был ике ҡөҙрәт ҡушылып, яңы тулҡын булып ҡалҡты. «Мин мосолман» йырында «Был яңы көн Аллам рәхмәте, бүләк ул беҙгә», – тип йырлай йәш быуындың ғына түгел, ололарҙың да хөрмәтен яулап өлгөргән Илгиз Абдрахманов.

...Иманлы ир – ил терәге. Әммә имәндәй ирҙәргә лә көндө генә түгел, тотош ғүмерҙе Хоҙай рәхмәтендәге нескә күңелле ҡатын-ҡыҙ бүләк итә, баһадирҙы ла гүзәл зат тәрбиәләй. Улдары ла, тормош иптәше лә дин юлында булған Илгиздең әсәһенән, Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән Флүрә Нурғәле ҡыҙынан ысын ир-егет тәрбиәләү серҙәрен систерергә тырыштыҡ. Ул беҙҙе «иман заттан килә» тип ышандырҙы. Илгиз дә әсәһе, бала сағы хаҡында һөйләп, «тәрбиә – ғаиләнән», тине.
Флүрә апай – Баймаҡ районы Ярат ауылы ҡыҙы, алты балаһын да заманына күрә һөнәрле итергә, һәр яҡлап үҫтерергә ынтылған Гәүһәр һәм Нурғәле Юлғотлиндарҙың баш балаһы. Беренсе Этҡол мәктәбенән һуң Сибай педагогия училищеһын тамамлаған һылыу юллама буйынса Ишей һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә бара. Балаларҙы бик яратып, тырышып эшләй ул. Ғүмерлек йәр-юлдашын да шунда осрата, хеҙмәттәше Юлай Зиннәт улы менән тормош ҡора. Ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп улдары Илдус тыуа. Йүргәктәр һәм дәфтәрҙәр менән булған арала Флүрә Нурғәле ҡыҙы ситтән тороп Бөрө педагогия институтында биолог һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес мәктәптә ниндәй генә тәжрибәләр үткәрмәй, ни төрлө генә үҫентеләр үҫтермәй. Илдустан ары бер-бер артлы Гөлшат, Илшат һәм Илгиз донъяға килә. Эш араһында уларҙың үҫкәне лә һиҙелмәй. Утыҙ ике йыл ауылда биология һәм химиянан уҡыта ул. Балалар ҙурайып ситкә китә тора, уларға яҡыныраҡ булыу теләге менән Сибайҙың Арҡайым ҡасабаһына күсенәләр. Флүрә ханым ҡалаға килгәс, ете йыл медицина колледжында тәрбиәсе була, әле хаҡлы ялда. Ҡыҙҙары Гөлшат та ғаиләһе менән Сибайҙа тора, гимназия-интернатта эшләй. Илдус матур донъя ҡороп, тыуған ауылында урман эше менән булыша, ә күңелдәре һәр саҡ ижадҡа тартылған Илшат менән Илгиз иһә мәҙәни тормош ҡайнап торған Өфөнө һайлаған. Илшат – профессиональ баянсы, популяр йырҙар авторы, «Дәрт» тауыш яҙҙырыу студияһы етәксеһе һәм өлгөлө ғаилә башлығы. Йәштәрҙең күңелен ижады аша изгелек һәм иман нурына сорнарға ынтылған кинйәләре Илгиз әлегә буйҙаҡ...

... «Ҡәйнә-ҡайным иманды ныҡ тотто. Үҙем Хоҙай Тәғәләнең барлығына ышанып йәшәһәм дә, намаҙ уҡыманым, фарыз ғәмәлдәрҙе теүәл үтәнем, тип әйтә алмайым. Шуға ла улдарым да, иптәшем дә бер-бер артлы ислам менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киткәс, бер аҙ аптырап та ҡалдым. Күңелсәк, аҡыллы, кешелекле итеп үҫтерергә тырыштым, әммә дин тураһында һөйләп, уға өгөтләп ултырғаным булманы», – ти Флүрә апай. Хәҙер инде ул аныҡ ҡына әйтә лә алмай: иптәше алдан мосолманлыҡҡа ылыҡҡанмы әллә малайҙармы? Әммә улар менән ихлас ғорурлана. Бигерәк тә тынғыһыҙ холоҡло, кешеләрҙе, йәмәғәт эшен яратҡан бабайының бөгөн мәсеттә имам-хатип булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Оло йәштә йәмғиәткә кәрәклеген тойоп йәшәүе – бәхет, ти. Әйткәндәй, Юлай Зиннәт улы үҙ башланғысы менән тәүҙә рөхсәт, унан документтар юллап, мәсеткә ер бүлдереп, бағыусы табып, Арҡайымда ике ҡатлы матур мәсет төҙөтөп ҡуйған. «Әбүбәкер» мәсетенән бөгөн кеше өҙөлмәй.
«Ижад – төп шөғөлөм. Моңдо тойоу һәм тыуҙырыу һәләтен Аллаһы Тәғәлә юҡҡа бирмәгәндер. Уны нисек сарыф итеүем өсөн бер көн Хоҙай алдында яуап тотасаҡмын бит, шуға бар көсөмдө, ваҡытымды бағышларға тырышам. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә хаҡ динебеҙҙе тотор өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Иманлы кешегә йәшәүе күпкә еңелерәк. Тик кешеләр элекке бер ғәҙәт менән динле булыуҙы ауыр эш итеп күҙ алдына килтерә, фарыз-ғәмәлдәрҙе тотмаҫҡа төрлө һылтау таба, йәнәһе намаҙға баҫырға әле әҙер түгел, ваҡыты етмәгән, хаҡлы ялға сыҡҡас тотона – шулай тиеүселәрҙең байтағы пенсия йәшенә лә етмәй баҡыйлыҡҡа күсә. Донъялағы иң уңышлы кешеләрҙең намаҙға ваҡыты бар, ә көнө-төнө аҡса ғына уйлап, уны һис бер нәмәгә еткерә алмай йонсоп йәшәгән әҙәмдең ваҡыты юҡ. Сәйер. Дин – минең өсөн төрлө йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшер өсөн бирелгән ҡорал», – бына нисек заманса һәм төплө фекерләй Флүрә апайҙың кинйә улы. Башҡа балалары ла иманлы һәм уңышлы уның...
Луиза ХАРИСОВА.
Сибай ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook