Йыһанға нур сәсә Әсә

Йыһанға нур сәсә Әсә
… Иртәнге намаҙын доғалар, изге теләктәр менән тамамлаған Ғәйшә инәй, намаҙлыҡтан етеҙ генә төшөп, диванға ултырҙы ла Аллаһтан бөгөнгө көнөнөң дә матур, бәхетле, имен-аман үтеүен һораны. Раббыһы ярата Ғәйшә инәйҙе, уның доғаларын ҡабул итеп, һорағанын алдына килтереп ҡуя. Шулай булмаһа, был сибек кенә, зирәк һүҙле, яғымлы йөҙөнән нур бөркөлөп торған һөйкөмлө һөйәкле ағинәй ошо көндәрҙә үҙенең туҡһанын тултырмаҫ ине.

Әлбиттә, бер быуатҡа яҡын ғүмер Ғәйшә Яҡуп ҡыҙына еңел генә бирелмәне.

Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһе – Архангел районы Аҙау ауылында хөрмәтле һәм күренекле Гөлйемеш һәм Яҡуп Мөлөкөвтарҙың татыу, берҙәм ғаиләһендә яҡты донъяға килгән ҡыҙға яратып Ғәйшә тип исем ҡушалар. Бәләкәйҙән теремек ҡыҙсыҡ тиҙ арала ҡул араһына инә.

Эшсән, тырыш, татыу ғаиләлә Ғәйшәнән һуң Харис, Әминә исемле сабыйҙар донъяға килә – күптәр һоҡланырлыҡ тормош кисерә улар. Әммә бәхетле мәлдәр оҙаҡҡа бармай, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, Яҡуп ағай тәүҙә Әлкә ҡасабаһына минометсылар звеноһын әҙерләү өсөн командир вазифаһында хеҙмәткә саҡырыла, ә бер нисә айҙан улар Калининград фронтына оҙатыла. Фашистар менән ауыр, хәл иткес алыштарҙың береһендә Яҡуп ағай батырҙарса һәләк була.

Һуғыш осорондағы аслыҡ, яланғаслыҡты, илебеҙҙең барлыҡ халыҡтары кеүек үк, үҫмер ҡыҙ Ғәйшә лә кисерә. Әсәһенең һығылып илағандарын күреп, тиҙерәк үҫеп эшкә төшкөһө, туғандарына ярҙам иткеһе килә.

Нәҫелдәре мөғәллимдәр затынан булғанғалыр, Ғәйшәнең күңеле лә уҡытыусы булыу теләге менән яна. Ошо изге хыял йәш ҡыҙҙы Темәс педагогия училищеһына алып килә лә инде.

Училищела үҫмер ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә…

…Әүҙем комсомолка, йәмәғәт эшмәкәре Ғәйшә лә партия ҡушыуы буйынса иң төпкөл ауылдарҙың береһе – Белорет районы Зөйәк ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә.

Тап ошонда ул буласаҡ тормош иптәше Абдрахман Исмәғилевте осрата. Йәш йөрәктәр ҡауышып, матур итеп донъя көтә башлай. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы малайҙар донъяға килә. Һәр нәмәгә яуаплы, ентекле ҡарарға күнеккән Ғәйшә Яҡуп ҡыҙы бар белемен, тырышлығын, ваҡытын, һәләтен ғаиләһенә, балаларына бағышларға ҡарар итә. Тормош иптәше Абдрахман да уның был изге ниәтен хуплай, шулай итеп йәш уҡытыусы оҫта хужабикә булып, бар булмышын балаларын кеше итеү маҡсатына, матур донъя көтөүгә арнай.

Ысынлап та рухлы, һәләтле ата-әсәнең төплө тәрбиәһе үҙ һөҙөмтәһен бирә – йәмғиәтебеҙ, илебеҙ өсөн файҙалы, һоҡланырлыҡ кешеләр булып үҫә балалары…
Зилә Аҙнабаева.
Нефтекама ҡалаһы.



Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2018) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook