Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле

Ҡатлы-ҡатлы күлдәкле
Кәбеҫтәнең дауалау ҡөҙрәте боронғо римлеләргә үк билдәле булған. Көкөрт, кальций, калий, фосфор, магний, тимергә, витаминдарға, фитонцидтарға бай йәшелсә алыҫ төньяҡ һәм сүллектәрҙән тыш бөтә ерҙә лә үҫә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалауҙа киң ҡулланыла, эс ҡатҡанда ярҙам итә, организмдан холестеринды ҡыуа, һутының эренләп торған яраларҙы тиҙ бөтәштереүе билдәле. Кәбеҫтә һис кенә лә һимертмәй, 100 грамм йәшелсәлә бары 28 килокалорий ғына.
Бихисап төрҙәре араһында беҙҙә яратып ашалғаны – аҡ күсәнле кәбеҫтә. Ҡат-ҡат булып йомарланған итләс япраҡтарҙан төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.


Мүк еләге менән турама
400 г кәбеҫтәгә 100 г мүк еләге, 200 г тауыҡ бауыры, 1 алма, 4 ҡалаҡ зәйтүн майы, 1 балғалаҡ шәкәр, тәменсә тоҙ, ҡара борос, ярты балғалаҡ аш һеркәһе кәрәк. Йәшел тәмләткес үләндәр ҡушырға мөмкин.
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Алманы әрсеп, уртаһын алабыҙ ҙа һалмалап киҫәбеҙ. Тауыҡ бауырын эре киҫәктәргә бүлеп, ҡыҙыу майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Зәйтүн майына аш һеркәһе, тоҙ, борос, шәкәр һалып болғатабыҙ. Барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ.

Лаханоризо
600 г кәбеҫтәгә 1 стакан дөгө ярмаһы, 2 баш һуған, 300 мл томат һуты, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, шәкәр, шәфәри үләне кәрәк. Әсе борос, тәмләткестәр ҡушырға мөмкин.
Һуғанды әрсеп, ярымҡулсалап турайбыҙ. Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп ҡырҡабыҙ. Уларҙы ҡыҙыу майлы табаға һалып, ҡыҙҙырып алабыҙ. Дөгө ярмаһы һалабыҙ, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ. Томат һуты ҡоябыҙ ҙа ҡайнатып сығарабыҙ, шунан утты кәметәбеҙ. Артабан өҫтөн ҡаплап 15 минут самаһы быҡтырабыҙ. Әҙер­леген дөгө ярмаһының бешеп сығыуына ҡарап самалайбыҙ. Өҫ­төнә шәфәри үләне һибәбеҙ.
Был ризыҡ эҫе килеш тә, һалҡын көйө лә тәмле.

«Шницель»
Ярты кг кәбеҫтәгә 2 йомортҡа, 50 г әстрхан сәтләүеге, 80 г шөкәрә, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Ҙур булмаған йәш кәбеҫтәне күсәненән япраҡтары ысҡынмаҫлыҡ итеп кенә өлөштәргә бүләбеҙ ҙә, һәр бер киҫәкте ҡайнап торған тоҙло һыуға һалып, 3-4 минут бешереп алабыҙ. Һыуын һарҡытабыҙ. Йомортҡаны һытабыҙ, тоҙ, борос өҫтәп, сәнске менән туғыйбыҙ. Әстрхан сәтләүеген, шөкәрәне ваҡлайбыҙ ҙа бергә ҡушып бутайбыҙ. Һыуынған кәбеҫтә киҫәген йомортҡаға манып алабыҙ һәм шөкәрәлә әүәләйбеҙ. Майлы табаға кәбеҫтә киҫәктәрен һалып, 180 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 40 – 60 минут бешерәбеҙ. Сәнске еңел генә инһә, әҙер була. Табынға ҡаймаҡ йәки үҙегеҙ яратҡан соус менән тәҡдим итергә мөмкин.

Йөҙөмлө турама
300 г кәбеҫтәгә 250 г төшһөҙ йөҙөм емеше, 1 кишер, 1 алма, 4 ҡалаҡ йогурт, 1 ҡалаҡ лимон һуты, тәменсә тоҙ кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Алманы әрсеп, һалмалап турайбыҙ. Йөҙөм емешен уртаға бүләбеҙ. Барыһын бергә һалабыҙ ҙа лимон һуты, йогурт, тоҙ ҡушып бутайбыҙ.

Алһыу кәбеҫтә
1,5 кг кәбеҫтәгә 1 сөгөлдөр, 1 баш һарымһаҡ, 1-2 әсе борос, 150 г шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 4-5 бөртөк хуш еҫле борос, 2 лавр япрағы, 4 ҡәнәфер тәмләткесе, 1 стакан аш һеркәһе кәрәк.
Кәбеҫтәне шырпы ҡабы ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға бүләбеҙ. Сөгөлдөрҙө нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Һарым­һаҡты әрсейбеҙ. Стерилләнгән банкаға кәбеҫтәне һарымһаҡ тырнаҡтары, сө­гөлдөр менән аралаштырып тултырабыҙ. Шунда уҡ ваҡланған әсе боросто ла һалып ебәрәбеҙ. Күләмен белер өсөн, тултырғансы һыу ҡоябыҙ, шунан уны кәстрүлгә бушатабыҙ, тағы 1 стакан һыу өҫтәйбеҙ. Ҡәнәфер, шәкәр, тоҙ, лавр япрағы, хуш еҫле борос һалып, һыулы кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, маринадты талғын ғына утта 5 – 7 минут тота­быҙ. Банкаға аш һеркәһе, маринад ҡоябыҙ ҙа еңелсә ҡаплап, 3 – 6 көнгә ултыртып ҡуябыҙ.

Ҡатлы-ҡатлы күлдәклеАсыҡ бөйөрөк
Ярты кәбеҫтәгә 1 баш һуған, 70 г ҡаты сыр, 250 г он, 100 г аҡ май, 60 г һыу, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ кейәү үләне (йә үҙегеҙ яратҡан тәмләткес), тәменсә тоҙ, борос, 1-2 ҡалаҡ кедр сәтләүеге кәрәк.
Онға өйҙә тороп йомшарған аҡ майҙы һалып ыуабыҙ. Һалҡын һыуға тоҙ һалып иретәбеҙ һәм ыуаланған онға ҡушабыҙ. Тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Нәҙек итеп туралған кәбеҫтә менән һуғанды майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ, тоҙ һалабыҙ. Һыуынғас, ҡырғыстан үткәрелгән сыр ҡушып бутайбыҙ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы махсус ҡағыҙҙа түңәрәкләтеп йәйәбеҙ ҙә, ситтән 4-5 см ҡалдырып, уртаһына эслекте һалабыҙ, өҫтөнә кедр сәтләүеге һибәбеҙ. Ҡамырҙың ситтә ҡалды­рылғанын бөкләп сығабыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә ярты сәғәттән ашыу бешерәбеҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.



Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook