«Ҡоймаҡлы тоҡтоң ауыҙын асайыҡ...»

«Ҡоймаҡлы тоҡтоң ауыҙын асайыҡ...»
Аш-һыуҙың тәмле булыуы – бер, матур итеп табынға ҡуйылыуы ла мөһим. Был «серле ҡоймаҡ» та табынды йәмләр, күңелде күтәрер. Әҙерләүе әллә ни ҡатмарлы түгел.

Ҡоймаҡты һәр кем үҙе белгәнсә бешерһә лә була, бында уның йоҡараҡ булыуы ғына шарт. Ә эслеге былай әҙерләнә.

Бәшмәкле эслек өсөн 500 грамм туңдырылған аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 100 грамм ҡаты сыр, 1 стакан ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, әнис үләне, хмели-сунели тәмләткесе кәрәк.

Туралған бәшмәкте майлы табала һыуы бөткәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Ҡаймаҡ, тоҙ һалып, 5 минут быҡтырғандан һуң ҡырғыстан үткәрелгән сыр өҫтәп, тағы 3 минут тотабыҙ. Ваҡ итеп туралған әнис үләне, тәмләткес ҡушабыҙ.

Итле эслеккә 500 грамм үткәрелгән ит, 1 баш һуған, 1 кишер, 1 татлы борос, 2-3 теш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, ҡара борос кәрәк.

Майлы табаға ваҡ итеп туралған һуған, татлы борос, ҡырғыстан үткәрелгән кишер һалып ҡыҙҙырабыҙ. Үткәрелгән итте ҡушабыҙ, саҡ ҡына һыу өҫтәйбеҙ ҙә әҙер булғансы быҡтырабыҙ.

Ҡоймаҡтың уртаһына бәшмәкле һәм итле эслекте йәнәш һалабыҙ. Ситтәрен йыябыҙ, «тоҡ» рәүеше биреп, һуған ҡыяғы менән бәйләп ҡуябыҙ. Һуған ҡыяғы өҙөлмәһен өсөн, уны бер нисә генә минутҡа ҡайнар һыуға һалып торабыҙ. «Тоҡ»тарҙы тәрилкәгә теҙәбеҙ ҙә табынға бирәбеҙ.

Табындарығыҙ мул, күркәм булһын, әхирәттәр!

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.



Теги: Ҡулыңдан һөйөн




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook