Һөйөнсө: башҡорт яҙыусыһы II урын яуланы!
Шундай ҙур шатлыҡ бит ул был! Бәйге биш тапҡыр үтте. Бишеһендә лә еңеүсе-хикәйәләр икенсе этапҡа ҡатнашырға ебәрелде, әммә урын алғаныбыҙ булманы. Башҡорт прозаһының бейеклеген таныуҙарын бик теләй инек. Һәм бына, ниһайәт, һөйөнөслө яңылыҡ: 5. Mahmut Kaşgarlı hikaye yarışmasında Başkurt yazari Ferzene Akbulatova ikinciliği kazandı. V Мәхмүт Ҡашғарлы хикәйә ярышында башҡорт яҙыусыһы икенсе урын яуланы. Башкирская писательница Фарзана Акбулатова заняла второе место. Фәрзәнә апай, ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Икенсе урынға конкурс шарттары буйынса ун биш мең төрөк лираһы вәғәҙә иткәйнеләр. Фәрзәнә Аҡбулатова тиҙҙән был бүләкте тапшырыу өсөн Төркиәгә саҡырылды.
Теги: Конкурс Фәрзәнә Аҡбулатова