Ижады ла тауҙай хазиналы

Ижады ла тауҙай хазиналы
Билдәле шағирә, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡоваға – 65 йәш


Үҙе тыуып үҫкән Белорет урмандарылай мул һәм бай ижад донъяһын бар итеүсе яҙыусы, Инйәр ҡаяларындай һоҡланғыс һәм күп ҡырлы, тау йылғаһылай етеҙ һәм тынғыһыҙ шәхес булараҡ белә һәм хөрмәт итә уны Башҡортостан халҡы.

1952 йылдың 10 июнендә Инйәр ауылында донъяға килә ул. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда иһә Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған яҡтарында башлай, Белорет ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатта тәрбиәсе, Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»да мөхәррир була. Шул йылдарҙа уҡ төп эшенән тыш, халыҡ мәнфәғәте файҙаһына төрлө йүнәлешле эшмәкәрлеген дә башлай.

1991–1995 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ХХII саҡырылыш халыҡ депутаты, 1995–2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 1-3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 2011–2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы, 2004–2011 йылдарҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе булараҡ халҡына тоғро хеҙмәт итә. 2012 йылдан – Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. «Ағинәйҙәр» хәрәкәтендә лә теләп ҡатнаша. Шулай уҡ интернет селтәрендәге башҡорт аудиторияһына туған телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалаған, башҡорт телендә байтаҡ төркөмдәрҙе барлыҡҡа килтергән һәм ихлас етәкләгән әүҙем блогер булараҡ та яҡшы билдәле.

Гүзәл Ситдиҡова – балаларға һәм ололарға арналған башҡорт телендә сыҡҡан ун ике китап авторы. Рус теленә лә тәржемә ителеп баҫылған китаптары бихисап. Г.Х. Андерсен әкиәттәренең дә күбеһе башҡорт телле уҡыусыларға тап уның тәржемәһендә еткерелде. Ваҡытлы матбуғатта даими рәүештә мәҡәләләре һәм әҙәби рецензиялары ла донъя күрә.

Ғәжәп, шундай киң даирәлә алып барған эшмәкәрлеге Гүзәл ханыма үҙен һөйөклө ҡатын, наҙлы әсәй һәм иғтибарлы өләсәй булараҡ раҫлауға һис ҡамасауламаған. Тормош иптәше Ғилман Хәмзә улы менән улар Айгөл исемле ҡыҙ һәм Илдус тигән егет тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн иһә уларҙың төп ҡыуанысы һәм ғорурлығы – Ғәзизә, Һәҙиә, Асман исемле ейән-ейәнсәрҙәре.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Быйылғы йыл әҙибә өсөн айырыуса уңышлы, ул Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале бәйгеһендә Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урын алып ҡыуанды. Хөрмәтле әҙибәгә киләсәктә лә яңынан-яңы ижад емештәре һәм проекттары менән халҡын һөйөндөрөп, әлегеләй тормоштоң уртаһында ҡайнап, унан кинәнес табып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ!



Теги: Гүзәл Ситдиҡова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook