Хәйбулланың моңло ҡыҙы

Хәйбулланың моңло ҡыҙы
Билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәйтүнә Ғәзизоваға – 80 йәш


Хәйбулланың ҡасандыр ихлас һәм матур кешеләре менән дан тотҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Айыулы тигән ауылында 1937 йылдың 26 февралендә моңло бер бала донъяға килгән. Уға яратып Зәйтүнә тип исем биргәндәр. Әсәләре йәшләй тол ҡалһа ла, ауырлыҡтарға ҡарамай, һигеҙ балаһын да аяҡҡа баҫтырған. Зәйтүнә лә апайҙарына эйәреп бәләкәй генә килеш Өфөгә килеп эләгә. Бер ауыҙ русса белмәһә лә, тырышып уҡып, етемдәр өсөн асылған 9-сы һанлы мәктәпте уңышлы тамамлай. Уҙған быуаттың 60–70-се йылдарында башҡорт опера сәхнәһенең йөҙөк ҡашы булып балҡыған һылыуҙың сәнғәткә юлы тура ғына булмай. Өфө музыка училищеһын бөткәс, педагогия училищеһында балаларға белем бирә, баш ҡалабыҙҙағы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бер аҙ хорҙа эшләп алғас, филармонияға күсә. Әммә әҙәм балаһын яҙмыш барыбер ҙә тәғәйен юлына сығара бит ул. Зәйтүнә Сабир ҡыҙы ла Свердловск консервато­рияһының һайлап алыу конкурсына эләгеп, яңынан студент булып китә. Тормошҡа сығып, әсәй булғас, бәләкәсе менән бергә уҡып, биш йыллыҡ консерваторияны дүрт йыл эсендә тамамлай. Диплом эше – Рәүеф Мортазиндың «Дауыл» операһындағы Хаят роле менән музыка театрҙары фестивалендә дипломант та була. СССР-ҙың төрлө театрҙарына саҡырыу алһа ла, илһөйәр ҡыҙ, башҡорт операларын мин йырламаһам, кем башҡарыр тип, Өфөгә ҡайта.

Сәхнәлә бирелгән әҫәрҙе еренә еткереп аса белгән ҡабатланмаҫ моңло, меццо-сопрано тауышлы һылыуға һәр ваҡыт тәрән кисерештәр талап иткән драматик ролдәрҙе ышанып тапшыралар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында утыҙ йыл самаһы эшләү дәүерендә илленән артыҡ образды кәүҙәләндерә ул.

Шулар араһынан иң сағыуҙары: башҡорт композиторҙары ижадынан Р. Мортазиндың «Дауыл» операһында – Хаят, Яланбикә, Х. Әхмәтовтың «Замандаштар»ында – Зөһрә, З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында – Көнбикә, «Шәүрә»һендә – Яубикә, «Урал илселәре»ндә – Ҡуйһылыу, рус һәм сит ил авторҙарының операларынан П. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында – Ольга, «Пиковая дама»ла – Полина, А. Бородиндың «Князь Игорь» әҫәрендә – Кончаковна, Д. Пуччиниҙың «Чио-Чио Сан»ында – Сузуки, Ш. Гуноның «Фауст» операһында – Зибель (малай) ролдәре.

Бигерәк тә Дж.Вердиҙың «Дон Карлос» операһындағы батша ҡыҙы Эболи ролендә тауышының бөтә тәрәнлеген тамашасыға асып күрһәтеүгә ирешеп, опера яратыусылар араһында ҙур һөйөү ҡаҙана. Тап ошо роле өсөн уға Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы тигән исем бирелә.
1973 йылда Ленинградҡа театр менән гастролгә барған саҡта башҡорт халыҡ йырҙарынан «Таштуғай», «Шәүрә», Р. Мортазиндың «Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше» һ.б. әҫәрҙәрҙе яҙҙырып ҡайта. Пластинкалар сыҡҡас та бик тиҙ һатылып бөтә, был да халыҡ мөхәббәтенең бер күрһәткесе. Зәйтүнә Сабир ҡыҙы халыҡ йырҙарына бар күңелен һалып, үҙе әйткәнсә, йөрәк менән йырлай.

Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Таулыҡаева-Ғәзизованың фиҙакәр хеҙмәте бик күп наградалар менән билдәләнгән. Ул башҡарған йырҙар әле лә радио тулҡындарынан яңғырап тора. «Ә шулай ҙа иң ҙур бәхетем – улым Марат, ейәндәрем Айбулат, Мансур һәм Фәрхәт», – ти сәнғәтебеҙ йондоҙо. Һикһән йәшен ҡаршылаған хөрмәтле йырсыбыҙ яҡындарының ҡыуаныстарына һөйөнөп, ҡәҙерлеләренең шатлығы менән бәхетле булып, халҡының сикһеҙ мөхәббәтен тойоп йәшәй.



Теги: Зәйтүнә Ғәзизова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook