ТҮТӘЛДӘРҘӘ ТАТЫУЛЫҠ

Ҡайһы бер йәшелсәләр үҙ-ара бик килешеп үҫә, мул уңыш биреп ҡыуандыра. Икенселәре иһә бер-береһен һис үҙһенмәй. Баҡтиһәң, баҡсала үҫемлектәрҙе лә үҙ-ара тап килеүенә ҡарап сәсергә кәрәк икән. Уларҙың был үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, баҡса майҙанын отошло файҙаланырға, ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолорға ла мөмкин.

Күп баҡсасылар һуған менән кишерҙе бер тирәгә ултыртып яңылышмай. Был йәшелсәләр бер-береһен ҡоротҡостарҙан һаҡлай.
Сельдерей, әнис, салат, розмарин, йылан тамыры (шалфей) һәм бөтнөк эргәһендә кәбеҫтә ҡортлап бармай.
Йәшелсә-емеш үҫтереүҙә хуш еҫле үләндәрҙе ҡулланыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, бәпембә емештәрҙең тиҙерәк өлгөрөүенә булышлыҡ итә. Ала миләүшә (лаванда), йылан тамыры, иссоп, шәфәри, әнис, майоран, аҡ сәскә, кервель йәшелсә-емешкә мул уңыш биреүгә этәргес. Картуф ултыртылған ерҙе настурция, бәрхәт үлән (бархатцы), кориандр, гөлбаҙран (пижма) менән уратып сәскәндә, колорадо ҡуңыҙы уға яҡын килмәй, тип ышандырған баҡсасылар ҙа бар. Фенхель менән әрем иһә янындағы үҫемлектәргә насар тәьҫир итә.
Баҡсала гәрсис, бәрхәт, пәйғәмбәр тырнағы (календула), райхан, (базилик) һәм сөйәл үләне (чистотел) барлыҡ үҫемлектәргә лә яҡшы йоғонто яһай, тупраҡты сәләмәтләндерә. Уларҙы һәр түтәлдең ситенән сәсергә була.
Бер-береһенә тап килгән үҫемлектәрҙе рәт араларына йәки төп культураларҙың эргәһенә өйкөм-өйкөм итеп ултыртырға мөмкин. Улар бер-береһен ауырыуҙарҙан һаҡлай, тәмен байыта, еҫе менән ҡоротҡос бөжәктәрҙең «юлын яҙлыҡтыра». Таблицала йәшелсәләрҙең бер-береһенә тап килеү-килмәүе күрһәтелгән.
ТҮТӘЛДӘРҘӘ ТАТЫУЛЫҠ
Йәшелсәләрҙе, сәскәләрҙе аралаштырып ултыртыуҙың тағы бер яҡшы яғы бар. Ҡәҙимге дүртмөйөшлө түтәлдәр урынына күңелле клумбалар ҡалҡып сығыр, баҡса байрамса төҫ алыр.
Ғәҙәттә һәр үҫемлек тупраҡтан үҙенә генә тәғәйен матдәләр менән туҡлана. Шуға ла уларҙы йыл һайын бер үк урынға ултыртыу тәҡдим ителмәй. Дөйөм ҡағиҙә шундай: йәшелсәне бер үк урынға бары 3-4 йылдан ғына яңынан сәсергә мөмкин. Әммә урындарҙы алмаштырғанда ла ҡайһы бер нәмәләрҙе белергә кәрәк.
Помидор, картуф урынына кәбеҫтә, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, фасоль, борсаҡ, һарымһаҡ, сөгөлдөр, кишер, шәфәри, әнис, сельдерей ултыртырға була.
Ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссондан һуң редис, кәбеҫтә, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ, борсаҡ, помидор, картуф сәсеү яҡшы.
Кишер, әнис, шәфәри, сельдерей үҫкән ергә һуған, һарымһаҡ, картуф, помидор, ҡуҙаҡлыларҙы ултыртырға мөмкин.
Һуған менән һарымһаҡ урынына нимә сәсһәгеҙ ҙә уңыр (әлбиттә, һуған менән һарымһаҡтан башҡа).
Шулай уҡ ҡуҙаҡлылар артынан һәр йәшелсә лә мул уңыш бирер.
Гөлшат РАФАТОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook