Сәскәләр рәхмәте

«Йәшелсәләрҙең беҙҙең яҡҡа яраҡлаштырылған, һыналған сорттарын ултыртырға тырышам, – ти Хәмдиә апай. – Ваҡытында утап, һыуын һибеп, төбөн йомшартып торһаң, уңышты йәлләмәй улар. Баҡсала түккән көс бушҡа китмәй, үҫемлектәр рәхмәтле була белә. Бына быйыл кәбеҫтәләрем үҙем дә көтмәгәнсә ҙур булып үҫеп китте, әллә йыл ямғырлы булғанғамы икән?»
Хәмдиә апай баҡса тәрбиәләү буйынса журналдар уҡый, тәжрибәле баҡсасыларҙың кәңәштәрен тота. Сәскәләрҙе йыл һайын бер һүрәт рәүешендә теҙеп ултырта. «Игеҙәктәр йондоҙлоғо аҫтында тыуғанғамы, бер төрлөлөктән ҡасырға, ҡабатланмаҫҡа тырышам», – ти уңған хужабикә. Яңы орлоҡтар алып һынап ҡарай, ҡайһы-лары шунда уҡ теремекләнеп үҫеп китә, икенселәре, күрәһең, йылы яҡтарҙы нығыраҡ яраталыр, артыҡ шәбәймәй. Тәжрибә шулай туплана, баҡсасы оҫтара бара.
«Бар йәшелсә-емешкә лә килешкән, уларҙы гөрләтеп үҫтергән ашламаны былай әҙерләйем. Тиреҫкә 1:1 нисбәтендә һыу һалып, бер аҙна буйы әсетәм.
Шунан бер литр әсегән тиҙәкте ун литр һыуға һалып болғатам һәм йәшелсәләргә һибәм», – тип серен уртаҡлаша Хәмдиә апай.
Гөлшат СОЛТАНОВА.
Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы.
Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы.

«Шәп баҡсасы» бәйгеће иғлан ителгәс тә, ҙур ҡыуаныс менән ҡатнашырға булдым. Баҡса ҡарау, бигерәк тә сәскәләр үҫтереп өй алдын әкиәт һарайылай биҙәкләү – иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе.
Һеҙгә тәҡдим итергә теләгән үҙенсәлекле асыштарымдың береһе– бордюр таҫмаһы. Уның өсөн 2 метр самаһы пенофол кәрәк. Пенофол – бер яғы ялтыр, икенсеһе аҡ пенопластан булған йылы һаҡлаусы төҙөлөш материалы. Ул ҡырҡып һәр төрлө биҙәктәр яһау өсөн дә уңайлы. Үҙең теләгәнсә бөгөргә, оҙонайтып өҫтәргә була. Түтәлдәрҙең ситен ҡаймалап ҡуйыу өсөн бигерәк йәтеш. Үҙе артыҡ ҡиммәт тә түгел. Махсус һатып алмайынса, төҙөлөштән артып ҡалғанын ҡулланырға ла була.

Фотолағы кеүек ҡатлы-ҡатлы сәскә түтәле өсөн уның тәпәш сорттары (“бархатцы отклонённые ” тип йөрөтәләр) яҡшы.
Һәр төрлө ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған гүзәллекте башҡалар менән уртаҡлашыуҙан да ҙурыраҡ кинәнес килтергән тойғо бармы икән?!
«Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән «Аллы-гөллө, селтәрле» бәйгеһендә лә ҡатнашып, матур бүләк алғайным, әле һаман ҡәҙерләп ябынам ул яулыҡты.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Хәйбулла районы, Әбеш ауылы.
Хәйбулла районы, Әбеш ауылы.

Ҡәйнәм менән ҡайным Мәүлиха һәм Марат Мәҡсүтовтар Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәй. Баҡсаларында йыл һайын йәшелсә-емеш гөрләп уңа. Уңыш сере ябай – хужаларҙың егәрлелеге. Февраль айында уҡ тәҙрә төптәрендә үҫентеләр сәселгән һауыттар урын ала башлай. Көндәр йылынғас, иң күңелле ваҡыттар етә. Йәй күмәкләп ҡайнатма-компоттар, турамалар әҙерләп мәш киләбеҙ. Баҡсала һәр төрлө йәшелсә-емештәр ҙә, ҡарбуз-ҡауын кеүек беҙҙең өсөн ятыраҡтары ла урын алған. Мул уңыштың байтағы беҙгә – балаларына ла күстәнәс.
Үҙебеҙ ҙә ҡала янындағы шәхси йортта йәшәйбеҙ, баҡса үҫтереү менән мауығабыҙ. Әле көҙ үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә-емештең муллығын күреп ҡыуанабыҙ.
Фотоларҙа – ҡыҙым Земфира. Өләсәй-олатаһының тау-тау булып өлгөргән ҡабаҡтары менән. Ћүрәттєрҙе күргәндәр шунда уҡ әкиәттәге Көлһылыуҙы хәтерләр, моғайын. Эйе, уңыштарыбыҙ һәр саҡ әкиәттәгеләй булһын!
Элизабет МОРТАЗИНА.
Өфө районы.
Өфө районы.
Теги: