Ҡараһаң көйләп, баҡсалар үҫә гөрләп
Ауылыбыҙ тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан. Бер яғы – дала, икенсе яғында Һәйет тауы йәйрәп ята. Иптәшем Фаил урмансы булып эшләй, ә үҙем – ауылда китапханасы. Фотолағы ҡыҙыҡай – бәләкәсебеҙ Таңсулпан, уға 6 йәш. Ул да беҙҙең ярҙамсыбыҙ.
Районда беренселәрҙән булып теплицала ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә башланыҡ. Орлоҡто махсус һатып алабыҙ. Ул ашарға ла тәмле – әсе түгел, тоҙларға ла һәйбәт. Ҡыяр йылыны, яҡтыны һәм дымды ярата, шуның өсөн ерҙең йылылығы 15-18 градус булғас сәсәләр. Йылы тупраҡҡа ултыртылған ҡыяр 3-4 көндән шытып сыға. Уны һыйыр тиҙәгенән яһалған иретмә менән ашлайбыҙ.
Быйыл еләк тә ишелеп уңды. Баҡса еләге эре һәм тәмле булһын өсөн мыйыҡтарын ҡырҡып торорға кәрәк. Бер төптән алынған иң тәүге мыйыҡ иң көслө үрсетмә булып ҡала. Беҙҙең төбәккә ят йөҙөм дә үҫтереп ҡарарға булдыҡ. Былтыр тәүге емештәрен ауыҙ иттек. Үҙ көсөң менән эшләп тапҡан ризыҡ бигерәк татлы икән.
Сафлыҡ һибә сәскәләр
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була. Беҙҙең яратҡан шөғөл – баҡсасылыҡ. Күңел һалып башҡарған эш һәр саҡ емешле шул: йәйҙең башынан алып көҙгә тиклем сәскәгә күмелеп ултырған матурлыҡты күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс. Беҙҙең баҡсала иң элек ләлә сәскә ата, унан – дөр-дөр (пион), эшшольция, рауза, георгин... Һәр сәскә үҙенсә матур, әммә иң яратҡаныбыҙ – раузалар. Бәлки, уларҙы исемләп ултыртҡанғалыр? Балаларыма, ейәндәремә... – һәр ҡайһыһының үҙ раузаһы бар. Кескәй генә ейәнем Эльдар сәскәләр араһында үҙенекен танып: “Мике!!!” – тиеп әйтеүен күҙәтеү үҙе ҡыуаныс. Кескәй генә булһа ла, матурлыҡты күрә, тоя белә!
Һәр эштең үҙ нескәлектәре була. Раузаны үҫтереү ҙә мәшәҡәтле генә. Бигерәк тә сәскәгә бөрөләнгәс тә йәшел ҡорттар баҫып алыусан, ваҡытында эшкәртеп торорға кәрәк. Яҙ тупраҡты көл менән туҡландырабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләү осоронда ҡырҡып алған рауза һабаҡтарын ергә ҡаҙайбыҙ. Яҙ үҫентеләр баш ҡалҡыта, тик быуынынан ҡырҡып ултыртырға онотмағыҙ.
Баҡса үҫтереү – тик бер кешенең генә эше түгел. Беҙ иптәшем менән һәр саҡ бергә сығабыҙ. Күп нәмәлә ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ тап килә. Кәңәшләшеп эшләгәс, һөҙөмтәләре лә һөйөндөрә. Урам яҡ баҡсабыҙ тик сәскәләргә күмелгән. Бер йылды күрше инәй көн дә баҡсаға инеп, 15 – 20 минуттай сәскәләргә ҡарап тора торғайны. “Ҡыҙым, сәскәләрегеҙҙе күрһәм, ял итәм, күңел күтәрелеп китә”, – ти. Үҙеңә генә түгел, кешеләргә лә шатлыҡ бүләк итеү – үҙе оло бәхет. Сәскәләрҙә сафлыҡ, паклыҡ, матурлыҡ сағыла бит ул!

Лидия һәм Фаил НИҒӘМӘТОВТАР.
Хәйбулла районы, 1-се Мырҙа ауылы.

Айһылыу МӨХӘМӘТДИНОВА.
Әбйәлил районы, Ишҡол ауылы.
Әбйәлил районы, Ишҡол ауылы.
Теги: