Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.

Ҡаҙҙың ите тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто татлы ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр. Ҡаҙҙы йә һыуҙа бешекләп, йә быуҙа тотоп, йә үтек менән эҫеләп йолҡалар. Шунан эсен таҙартып, көйәнтәгә парлап аҫып, ағым һыуҙа сайҡарға төшәләр. Һыуға барғанда «Ҡаҙ юлы» йолаһы үткәрелә. Балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйын ташлай, оло апайҙар киләсәктә мул үрсем юрай, киләһе йылда ла ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләй. Ҡайтҡас, хужабикәнең ҡаҙ майында майланған тәмле ҡоймағы менән сәй эсәләр.

Кисен бар эште тамамлап, күҙ-баш төҙәтеп, тағы хужалар өйөндә йыйылалар. Ҡаҙ итенән, эс-ҡарынынан байрам һыйы әҙерләнә.
Әүәлдән ҡош итен етегә бүлгәндәр. Иң тәүге өлөш ҡыҙҙарға бирелә. Ҡанат итен биргәндә:
– Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ! – тип теләйҙәр. Ир балаларға ботон һалалар:
– Аҫыл затлы ир бул!
Хужаға ҡаҙҙың башын тотторалар:
– Башлы бул!

Баҙарҙа иң баһалы иттәрҙең береһе – ҡаҙҙыҡы. Күптәр уны үҙенсәлекле тәме, туҡлыҡлылығы өсөн ярата. Был итте һурпаға өҫтәп ебәреү ҙә мәртәбә һанала. Ҡаҙ аҫрауҙың тағы бер яҡшы яғы – һуғым һуйғансы ашарға ит була, ти ололар. Туған-ырыуға, дуҫ-ишкә үҙең үҫтергән ҡош итен тотоп барыу ҙа күңелле.
Ҡаҙ ите А һәм С, айырыуса В төркөмө витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға бай. Гел хәрәкәттә йөрөгәндәргә, йыш көсөргәнешкә дусар булғандарға бигерәк тә файҙалы ул. Ҡаҙ итенең организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте лә бар. Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән дауаланғанда ла был итте ашау һөҙөмтәле. Тик артыҡ майлы булыуы арҡаһында уны шәкәр диабеты, бауыр ауырыуҙарына дусарҙарға күп ҡулланыу тәҡдим ителмәй.
Ҡаҙҙың бар өлөшөн дә бәрәкәтле тотоналар. Эс-ҡарынынан аш бешерәләр йәки бәлеш һалалар. Таҙартыуы мәшәҡәтлерәк булһа ла, башы менән тәпәйен дә әрәм итмәйҙәр.

Сығышы менән Ейәнсура районынан булған, бөгөн Өфө районының Авдон ҡасабаһында йәшәгән Радик Байгилдин ҡаҙ тәпәйенән тәмле аш-һыу әҙерләргә ярата: «Ҡаҙҙың тәпәйен ҡырҡып, эҫе һыу менән бешекләйбеҙ йәки өтәбеҙ, шунан тиреһен һыҙырып, тырнағын алып ташлайбыҙ, яҡшылап йыуабыҙ. Ҡаҙҙың эсәген айырып, эсендәге бысрағын һығып сығарабыҙ, буйынан-буйына ярабыҙ ҙа һәйбәтләп таҙартабыҙ. Тоҙ менән ышҡып, тағы йыуабыҙ. Шунан эсәкте тәпәйгә урайбыҙ, тағатылып тормаһын өсөн осон беркетеп нығытабыҙ.
Ошолай әҙерләнгән тәпәйҙе ҡаҙҙың эс-бауыры йәки ит менән бергә бешерәбеҙ. Ашҡа картуф, кишер, туҡмас, һуған төшөрәбеҙ. Дөгө ярмаһы йә йәшелсәләр менән әҙерләһәң, танһыҡҡа бигерәк тә тәмле була.

Ҡаҙ тәпәйенән дерелдәк тә эшләйбеҙ. Иң тәүҙә тәпәйҙәрҙең тышын һыҙырып, таҙартып йыуабыҙ. Малдың тояғын шулай уҡ өтөп-таҙартып әҙерләйбеҙ. Икеһен дә бер сама алып, һалҡын һыуға һалабыҙ. Яй ғына утта ҡайнатабыҙ, самалап тоҙ өҫтәйбеҙ. Йәшелсә тәме биреү теләге булһа, кишер, һуған, шәфәри (петрушка) тамыры ҡушырға мөмкин. Ит һөйәгенән айырылғас (ғәҙәттә, ике сәғәт самаһы ваҡыт үтә), уттан алабыҙ. Һурпаһын һөҙәбеҙ, итен турағыстан үткәрәбеҙ. Шунан уларҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа (ошо мәлдә мин бөртөклө ҡара борос һалып ебәрәм, төрлө тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин) һауыттарға һалып сығабыҙ. 6 – 8 сәғәттән дерелдәк әҙер була.
Эсәк уралған ҡаҙҙың тәпәйе менән картуф һалып бәлеш бешерһәң дә телде йоторлоҡ була».

Дәүләкән районының Боранғол ауылында тыуып үҫкән Гөлнара Сәғитова һөйләй: «Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә ине тыуған ауылымда. Үҙе бер көҙгө муллыҡ байрамы инде ул. Апай-еңгәләрҙең шаяртыу аша ғына эшкә өйрәтеүе, кинәйәләп һөйләшеүе, ауыр ғына эштәрҙе лә уйын-көлкө менән еңел генә башҡарып ҡуйыуы... Кисен барыһы ла ашҡа йыйыла. Йыр-бейеү, күңел асыу менән бергә хужаларға муллыҡ, һаулыҡ теләктәре яуа. Өҫтәлгә йола буйынса балан ләүеше, «сәскә» (сәксәк ҡамырынан сәскә эшләйҙәр), бүтән төрлө бөйөрөктәр бешерәләр, ҡағыт (ҡаҡты беҙҙә шулай тип әйтәләр), ҡайнатмалар ҡуялар. Ҡаҙ тәпәйенә килгәндә, беҙҙә ул һәр өмәсегә мотлаҡ бирелергә тейеш өлөш һанала. Кемгәлер ни сәбәптәндер эләкмәһә, үпкәләп ҡуйыуы ла бар! Үҙем өсөн ҡаҙҙың иң тәмле өлөшө – бауыры. Тағы ла: табында мотлаҡ ҡаҙ майы менән майланған табикмәк була.

Табикмәк өсөн 1 литр һөт (яртылаш һыу менән ҡатыштырырға мөмкин), 2 йомортҡа, 5-6 ҡалаҡ манный ярмаһы, яҡынса 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр (мотлаҡ түгел), 1,5 балғалаҡ сүпрә (ҡомалаҡ сүпрәһе булһа, бигерәк тә яҡшы), он кәрәк. Сүпрәгә йылымыс һыу һалабыҙ, шәкәр өҫтәргә мөмкин, манный, он ҡушып болғатабыҙ ҙа әсетергә ҡуябыҙ. Шунан ишемтәләйбеҙ – йомортҡа, тоҙ, йылы һөт, тағы ла он ҡушып болғатабыҙ. Ул ҡоймаҡ ҡамырынан ҡуйыраҡ булырға тейеш. 15 минут ҡамырҙы «ял иттереп» алабыҙ ҙа эҫе табала бешерәбеҙ. Табаны еңелсә генә майлайбыҙ. Табынға бирер алдынан табикмәктәргә иретелгән ҡаҙ майын һөртәбеҙ.

Ҡаҙ өмәһенә бәйле ошондай һынамыштар бар беҙҙең яҡта: ҡаты ҡуллы кеше салһа, йөнө ҡаты була, йолҡҡанда ашала, тиҙәр. Ҡаҙҙы йолҡҡанда иң тәүҙә уның ҡултыҡ аҫтындағы «харам ҡанаттарын» йолҡалар, йәш ҡыҙҙар шуларҙы биш бөртөк итеп ҡултыҡ аҫтына йәшерә лә «киләсәген юрарға» сығып китә. Иң тәүҙә осраған кеше ир-егет икән – тиҙҙән кейәүгә сыға, ҡатын-ҡыҙ тап килә икән – никах сәғәте һуҡмаған әле.
Әйткәндәй, ҡаҙҙы теләһә ниндәй бысаҡ менән һуймайҙар, бының өсөн айырым мал бысағы була, уның һабы бөтөп йөҙө башланған ерендә тимер балдаҡ кейҙерелгән. Ошондай билдәһе булмаһа, итен ашау харам, ти ине ололар. Атайым бысаҡ оҫтаһы булғас, быныһы ныҡ хәтергә уйылған».

Ҡаҙ майы беҙҙә генә түгел, донъяның башҡа илдәрендә лә бик баһалана икән. Файҙалы матдәләргә бай был ризыҡ, башҡа майҙарға ҡарағанда, еңелерәк үҙләштерелә, тип яҙыла төрлө сығанаҡтарҙа. Ул иммунитетты нығыта, тәнде йылыта, яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә. Ҡаҙ майын һалҡын тейгәндә, бронхит, туберкулез, пневмония, псориаз, экзема, тромбофлебит ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланғандар. Тәнде бешергәндә лә, туңдырғанда ла ярҙамға килгән ул. Һалҡын тейгәндә дауа булараҡ файҙаланғандар. Майҙы иретеп күкрәккә, арҡаға (йөрәк тирәһенә теймәҫкә) һөртәләр ҙә йылы итеп уранып яталар.
Ҡаҙ майы ҡышҡы селләлә бит-ҡулдарҙы өшөүҙән һаҡлай. Бының өсөн айырыуса һалҡын көндәрҙә тышҡа сыҡҡанда уны тәнгә ыуырға кәрәк. Биткә йә ҡулға һөртә торған ғәҙәти кремға ҡушырға ла мөмкин.
Бик файҙалы булһа ла, ҡаҙ майын холестерин юғары булғанда, артыҡ ауырлыҡ менән яфаланғандарға, бауыр сирлеләргә ашау кәңәш ителмәй. Тәнгә һөртөү өсөн иһә сикләүҙәр юҡ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.



Теги: Аш-һыу Йола




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook