Йәне моңдоң күңеле туң булмай

Йәне моңдоң күңеле туң булмай Миләүшә ханымды тыңлап, һүҙ көсөнә хайран ҡалам. Бала сағында әсәһенән Өфөгә ебәреүен үтенгән һайын ғәзизе, сабыр ит, ер сигенә лә етерһең әле, тиер булған. Ысынлап, яҙмыш уны уйламаҫтан алыҫтарға илтә. Ә йәшлегендә, игеҙәктәре тыуғас, малайға Юлай исемен иптәше һайлай, ҡыҙға – үҙе. Үҫмер сағында уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналында Таңсулпан тигән ҡыҙ хаҡында мәҡәләгә юлыға, «Һылыу Өфөнөң 90-сы мәктәбендә уҡый, өс телдә – башҡортса, русса, инглизсә һөйләшә», – тиелә унда. «Аһ!» итә һирәк исемгә! Шунан, «Ҡыҙым тыуһа, ошо исемде бирәсәкмен, ул да күп тел беләсәк!» – тип ҡуя. Әле Германияла йәшәгән Таңсулпаны башҡорт, татар, рус, чех, инглиз, немец, француз телдәрендә иркен һөйләшә, ике ейәнен дә телдәр яратырға өйрәтә. Рәүил башҡортса аңлай, «Тамыр»ҙың тапшырыуҙарын ярата, Арслан бәләкәй әле, бер генә йәшлек. Шунан әйтегеҙ инде, әсә һөтө менән һеңмәй зиһен, әсә теләктәре менән яҙмыш яҙылмай, тип.

Ә кеше ғүмере ғәжәп һәм ҡабатланмаҫ. Бөгөн Чехияла йәшәгән, тормош юлдашы Владимир Годбодь менән икәүләп «Урал батыр»ыбыҙҙы чех теленә тәржемәләп урындағы халыҡҡа танытҡан, легендар хәрби Даян Мурзин, шағир Яҡуп Ҡолмой, төркиәтсе Данис Тикеевтарҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеп, исемдәрен мәңгеләштереүгә күп көс һалған Миләүшә ханым Ҡолмөхәмәтова-Годбодь ҡолас киреп ижад даръяһында йөҙә. «Башҡортостан рәссамдары» тигән йыйынтығы донъя күрергә тора, башҡорт баҫмаларында көнүҙәк темаларға яҙылған публицистикаһын уҡыусылар көтөп ала, сәйәхәтнамәләре менән дә ҡыуандыра.

Һәр көндө ул доға менән ҡаршылай, яҡындарына һаулыҡ, именлек теләп, баҡсаға ысыҡ кисергә сыға. Хәләле менән сөкөрләшеп иртәнге cәй эскәс, икеһе лә һәүетемсә эшкә тотона. Миләүшә апай Брно ҡалаһы буйлап велосипедта йөрөп әйләнә, йорт мәшәҡәттәрен иптәше менән уртаҡ бүлгәс, ҡәләм тоторға ла ваҡыты ҡала. Эсе бошоп китһә, ҡурай көйҙәрен ҡуйып, тыпырлап бейеп ала. Ире быға һис аптырамай, биш йыл эсендә күнегеп бөткән, хатта ҡатыны ыңғайына ашағандан һуң амин тоторға ла өйрәнгән. «Ғүмерҙең сиклелеген тойоу үҙе үк яҙмышыма шөкөр итеп, риза булып йәшәргә саҡыра», – ти Миләүшә апай. Ҡайғырһа ла, шатланһа ла, күҙе сыланып барған хисле ҡатындағы ихтыяр көсө, ғүмеренең һәр осоро ҡуйған һынауҙарын һәм һөйөнөстәрен берҙәй лайыҡлы ҡаршылай белеүе һоҡландыра.

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөтиғулла Фәтҡулла улы менән Ғәлимә Сәхәүетдин ҡыҙының туғыҙ балалы ғаиләһендә үҫә ул. 5-6 кластарҙа уҡ, ғәжәп, тәнҡит мәҡәләләрен яратып уҡый, хатта Ғ. Хөсәйенов, Ә. Вахитов, К. Әхмәтйәнов кеүек ғалимдарҙың яҙмаларын йыйып бара, улар ише рецензиялар яҙһаң ине, тип хыяллана. Һәр кем ихлас ынтылғанына өлгәшә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, «Өлкән уҡытыусы», Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының, шулай уҡ Чехия Республикаһының рус телле журналистар берлеге ағзаһы булған ханымдың ижад һандығында инде биш йөҙҙән ашыу ғилми, тәнҡит, аналитик мәҡәлә, фельетон, хикәйә, очерк, сценарийҙар. Башҡортостанда юмор үҫешенә һәм «Һәнәк» журналы тарихына арналған диссертацияһы ла яҙылып бөткән, әммә сит илгә күсеп китеү сәбәпле, яҡланмай ҡалған.

Дүртенсе класта «Ленинға» тигән тәүге шиғырын яҙа, етенселә мөхәббәт тураһындағы дүрт юллыҡтары төшкән иҫтәлек дәфтәре уҡытыусыларға эләгеп, уҡыу уйлар урынға юҡ менән булаша тип, «әхлаҡһыҙлығы» өсөн ҡаты әрләнә, әммә ҡәләмен ташламай. 1972 йылда Башҡортостан комсомолының республика уҡыусылары өсөн ойошторған ижади бәйгеһендә диплом яулағас, Маҡтау ҡағыҙы менән шағир Яҡуп Ҡолмойҙан хат ала. Яҡташы уға мәктәптән һуң тел һәм әҙәбиәт йүнәлешендә уҡырға тәҡдим итә, йәне моңдоң күңеле туң булмай, ти. Хат ҡыҙға ҡанат ҡуя, тик әҙәбиәткә урау юлдар аша килә ул.

Юрауҙары юш килеп, БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус төркөмө студенты булып китә, «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөй. Студент саҡта ныҡ баҫалҡылығы арҡаһында белгәнен әйтергә ҡурҡа, ояла. Уңыш төбө – тырышлыҡ, ауылда рус телен «заяц – ҡуян» кимәлендә уҡып килгән һылыу, ныҡышып телен шымартып, «Хәҙерге рус теле»нән имтиханда ныҡлы «өс»лө ала (уны тапшыра алмағандарҙы ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсерә торған булғандар). Әйткәндәй, Өфөгә килгәс яҙған тәүге мәҡәләһе «Башҡортостан ҡыҙы» журналында донъя күрә. Студент саҡта баҫмаларға әүҙем яҙыша, ғаиләнән өс-дүрт студент уҡығас, гонорарҙары ярап ҡала.

1979 йылда Баймаҡ егете Зәкирйән Әминевҡа кейәүгә сыға. Матур йәшәйҙәр, яратышып өйләнешкән ике рухлы, ижади шәхес 22 йылдан юлдары айырылырын күҙ алдына ла килтермәй. Студент саҡта уҡ Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы радио, телевидениела эшләй, ә иптәше тарих факультетын ташлап, юрислыҡҡа уҡырға инә. Дипломлы белгес Бөрө ҡалаһы прокуратураһында эш башлай. Иренең эше арҡаһында дүрт йыл һайын күсенеп йөрөйҙәр, Миләүшә апай төрлө ҡалаларҙың рус телле гәзиттәрендә хәбәрсе була. Һәр күсенеүҙе нескә күңелле ханым янғынға тиңләй. 1985 йылда Сибайға күскәс, ғаиләгә күберәк иғтибар булыр, каникулдары ла бар тип, гәзиткә бармай, ҡаланың 1-се урта мәктәбенә урынлаша. Ул мәлдә Сибайҙа башҡорт теле бер нисә урында ғына уҡытыла, Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙының туған тел уҡыта башларға теләүенә коллектив ныҡ ҡаршы тора. Милләтселектә ғәйепләп, һүрелдереп маташалар. Ләкин ул сигенмәй, өй беренсә балалар йыйып, төп бинаға индермәгәстәре, мәктәп майҙанындағы иҫке өйҙө таҙартып ала. Ҡыҙы менән улы башҡорт теле хаҡында ҡанатлы һүҙҙәр яҙып бирә, ире үҙ ҡулдары менән парталарҙы йүнәтеп, таҡта элә. Балалары аптырап: «Әсәй, ниңә һине мәктәпкә индермәйҙәр һуң?» – тип күҙенә ҡарағанында йәне өҙөлөрҙәй була. Ярай Зәкирйәне аңлап, дәртләндереп тора. Уҡыусылары матбуғатта күренә, олимпиадаларҙа еңә башлағас, предметының бәҫе күтәрелә: ата-әсәләр балаларын үҙҙәре алып килә башлай. Уҡытыусыны, ниһайәт, төп бинаға индерәләр, ләкин ҡала мәғариф бүлеге етәкселеге ҡат-ҡат киҫәтһә лә, айырым бүлмә бирмәйҙәр. 1988 йылда илдә туған телдә уҡытыу мәсьәләһе күтәрелә. Ошо арҡылы Миләүшә апайҙы өлкә конференцияһына Урал аръяғынан вәкил итеп ебәрәләр. Сығышында ул башҡорт телен уҡытыуҙың торошон һөйләп, илап төшөп китә, «гөр-р» итеп ҡул сабалар, академиктар килеп ҡулын ҡыҫа, Зиннур Ураҡсин был хаҡта үҙенең «Заман талабы – әҙип яуабы» (1990) тигән китабында яҙып сыға.
Йәне моңдоң күңеле туң булмай
1992 йылда иптәшен БР прокуратураһына эшкә алғас, Сибайҙа үткән ҡатмарлы юлын Шаҡша биҫтәһендә ҡабатлай. Аҙаҡ Өфөнөң 20-се мәктәбендә, 64-се гимназияла, 48-се лицейҙа ла, Орджоникидзе районының РОНО-һында туған телдәр методисы булғанда ла һынатмай. Тәжрибәле белгесте ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына алалар, тынғыһыҙ эшмәкәрлеген инде ҡала күләмендә алып бара. 2004 йылда тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, журналистикаға килә. «Һәнәк» журналы редакцияһында ул үҙен бәхетле тоя, сатирик жанрҙы үҙләштерә, тәржемә серҙәренә өйрәнә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Тамаша», «Башҡортостан панорамаһы» журналдарында эшләй, «Истоки» баҫмаһы менән дә хеҙмәттәшлек итә.

Йылдар маңлайға һырҙар һалғас, тормошҡа башҡа күҙлектән ҡарай башлай кеше. Миләүшә апай ҙа үткәндәргә әйләнеп: «Ғаиләң өсөн көрәшә, уны һаҡлай белеү ҙә мөһим. Айырылышыу – һыҙланыу, ә ҡөһөрө балаларға төшә. Эште уға еткермәй, мөнәсәбәттәрҙе нисек тә яйларға тырышырға кәрәк. Тағы парҙар араһына туғандарҙың ҡыҫылырға хаҡы юҡ», – ти. Тәүге никахының тарҡалыуына сәбәп берәү түгел, ир хөкүмәт эшенән ҡайтып инмәгәс, яңғыҙ донъя тартыу, йәмәғәт тормошона мөкиббән китеүе, йыш күсенеүҙәр...

Айырылғас, ун йылдан артыҡ яңғыҙ булған осоронда ла ул бер минутҡа ла ҡайҙалыр уны яратыусы кеше булыуына шикләнмәй, тик шулай алыҫталыр тип уйламай. Йәнә лә юрист, йәнә шыр малайҙар араһында үҫкән, ижади, китап тип иҫе киткән кешене осрата. Владимир ағай үҙенән алты йәшкә өлкән, 20 йыл Т.Г. Масарик исемендәге Брно университетының хоҡуҡ факультетында уҡытҡан, Рәсәй Фәндәр академияһында фән кандидатына, Брнола юридик фәндәр докторлығына диссертация яҡлаған ғалим, абруйлы адвокат, байтаҡ ғилми мәҡәләләр авторы. Яңы тормошонда Миләүшә апай иҫке хаталарын ҡабатламаҫҡа тырыша.

Өйләнерҙән алда ире өс шарт ҡуя: итәк һәм күлдәк кейергә, оҙон сәс йөрөтөргә, сәйәхәт итергә ризалашырға. Хәҙер донъяла ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр ролдәрен алмаштырған кеүек ҡылана, шуға ул ҡатынын нәзәкәтле итеп күрергә теләй.

«Прагала таныштыҡ, тәү күреүҙә үк минең кешем икәнлеген аңланым. Ирем тырыш, эскерһеҙ, матур холоҡло. Грамоталы юрист, тарихты яҡшы белә. Әле пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, уны Чехияның төрлө мөйөштәренән эҙләп киләләр. Байрамдарҙы көтмәй сәскә бүләк итеүе оҡшай. Ярҙамсыл, ҡашығаяҡ йыуһам, таҫтамалын тотоп һөртөшөргә килеп етә. Башҡаһынан баш тартмаһам да, иҙән йыуҙырмайым. Ғаиләлә һәр кемдең үҙ урыны булырға тейеш, тип уйлайым. Мин машина йүнәтмәйем, техниканы ҡарамайым икән, нишләп ул иҙән йыуырға тейеш? Ғаиләлә ир-ҡатын булып йәшәү – ҙур сәнғәт, уны тыуҙырыуы еңел түгел. Яратыу – көндәлек хеҙмәт, ике төрлө кешенең сабырлыҡты юлдаш итеп һыйышып йәшәүе.

Пенсияла ваҡыт күп була икән, тип яңылышҡанмын. Буш мәлем юҡ: еләк, раузалар үҫтерәм, сейә, алма, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағаттарым бар, шуларҙы тәрбиәләйем – былар бала саҡтан ҡанға һеңгән крәҫтиәнлек ғәҙәттәре. Чехтар ҡырҙа үҫкән емеште йыймай. Үҙем дарыу үләндәрен майҙа уҡ киптерәм, бәпембәнән бал эшләп, миндек бәйләп ҡуям. Бөтә ерҙә лә бер иш дарыу үләндәре үҫә икән, төҫө, еҫе генә икенсерәк.

2011 йылдан сәйәхәт итәбеҙ, егермеләгән илдә булдыҡ, Рәсәйҙең дә Европа өлөшө һәм Себер тарафтарындағы бар өлкәләрен тиерлек йөрөп сыҡтыҡ. Быйыл Байкал күленә барҙыҡ, Улан-Удэ ҡалаһына тиклем еттек. Хәҙерге йәштәр – космополит, ә мин Чехияға 54 йәштә күстем. Башҡортостанға ҡайтһам – Чехияны, уларҙағы теүәллек, иплелекте, унан китһәм, халҡымдың ҡунаҡсыллығын, ихласлығын һағынам.

Ситкә күскәнсе Өфөлә немец теле курстарына йөрөнөм, ҡулымдан чехса-русса, немецса-русса һүҙлектәр төшмәне. Телдәр өйрәнеү хәтерҙе лә яҡшырта. Әле чехса телевизор ҡарайым, китап-гәзиттәр уҡыйым, белемем башҡорт теле кимәленә еткәс, чехса яҙышырға, Башҡортостанды танытырға ниәтләнә», – тип яңы тормошон тасуирлай әңгәмәсем. Чехияла бәләкәй генә брошюралар ҙа беҙҙең аҡса менән мең тәңкәнән кәм тормай икән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҙур Совет энциклопедияһына тиклем баҙарҙан һатып алғандар, Мәскәүҙән дә төрлө китаптар яҙҙырғандар.

«Чехтар – ифрат теүәл, аҡса эшләй һәм тота белгән, эске яҡтан ирекле, талантлы халыҡ. Ғаилә уларҙа беренсе урында. Чех ҡатындары өйҙә лә биҙәнеп-төҙәнеп, матур прическала, гел яҡшы кәйефтә йөрөй. Пластик операциялар яһатыу ғәҙәти хәл – бының өсөн ирҙәр ҡатындарына 30-50 мең аҡса бүлә. Тағы ла ирҙәрен эшкә киткәндә, ҡайтҡанда үбеп ҡаршылайҙар. Беҙҙә иһә был сөсөләнеү кеүек ҡабул ителә. Ә бит ошо бәләкәй генә иғтибар ҙа араларҙы йылытырға һәләтле. Ял көнө өйҙә бешермәйҙәр – ресторанда туҡланалар. Ғаилә менән тәбиғәттә ял итеү, велосипедта, роликта йөрөү – ғәҙәти хәл. Ялда берәү ҙә кер йыумай, баҡса ҡарамай.

Балаларыма килгәндә, Юлай буйҙаҡ әле, никах сәғәте етһә, ул да бәхетле ғаилә ҡорор, иншаллаһ! Иремдең улы ла өйләнмәгән, шуға үҙ ейәндәре юҡ, ә Рәүил менән Арслан тип өҙөлөп тора. Ейәндәрем, улым, ҡыҙым, кейәүем, Зәкирйән менән дә ихтирамлы мөнәсәбәттә йәшәйем», – ти Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы.

Ун дүрт йыл ғүмерен – журналистикаға, ун туғыҙ йылын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға, балалар тәрбиәләүгә арнап, ғүмере буйы милләтенә хеҙмәт иткән ғәжәйеп эшмәкәр ханымдың яҙмышы йәйғорҙай. Уға оҙон ғүмер, илһамлы ижад теләйек, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, милләтенең йөҙө булып балҡыһын!

Миләүшә Годбодьтан чехса аш-һыу
Миләүшә апайҙың өйөндә «Башҡорт аштары»ла, «Велка чешска кухажка» («Ҙур чех кухняһы») китабы ла бар. «Чехтарҙың яратҡан ризыҡтарының береһе – мейестә быҡтырып, йәшелсә-емеш ҡушып әҙерләнгән ҡаҙ йәки өйрәк ите. Сусҡа, күркә ите, колбаса яраталар һәм уның йөҙәрләгән сорты бар. Прәниктәрҙең тыуған иле лә – Германия менән Чехия. Ә алтмыш дарыу үләненән әҙерләнгән бехеровканы һәм Карловы Вары вафлийын туристар мотлаҡ тәмләргә тейеш, улар башҡа ерҙә юҡ», – ти ул.
Миләүшә ханым журнал уҡыусыларыбыҙға чех ризығы – кнедликтар рецебын тәҡдим итә. Был тәғәм эремсек, еләк-емеш йәки ит менән әҙерләнә. Беҙ итлеһен бешерәсәкбеҙ, кем сусҡа ите ашамай, һыйыр йә өйрәк ите ҡуллана ала. Ит, кнедликтар һәм кәбеҫтә айырым әҙерләнә. Рецепт 4 кешегә самаланған.

Йәне моңдоң күңеле туң булмай
Итте бешереү. 400 г һыйыр ите бешерәбеҙ. Әҙер булғас, уртаса киҫәктәргә турап айырып ҡуябыҙ, ә һурпаһына һуған, кишер турап ҡайнатабыҙ. Бындай һурпаны чехтар церель тигән тамыр менән бешерә, тик ул Уралда булмау сәбәпле, хужабикәләргә ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге татлы борос, һарымһаҡ ҡушырға тәҡдим итәм. Йәшелсәләр йомшарһа, кәстрүлгә туҡмас һалабыҙ ҙа, биш минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Әҙер һурпаға петрушка өҫтәп, таҫтамал менән ҡаплайбыҙ.

Соус әҙерләү. Туҡмас ҡушҡанға тиклем һурпаның бер өлөшөн, ғәҙәттә бер литрын, айырым кәстрүлгә ҡойоп алабыҙ ҙа ундағы кишер, һуған, һарымһаҡ, боросто блендер менән иҙәбеҙ. Айырым һауытта дүрт ҡалаҡ ондо йылы һурпаға һалып, төйөнө бөткәнсе бутайбыҙ ҙа әлеге иҙмәгә өҫтәп ҡайнатып алабыҙ. Ике аш ҡалағы «Магги» төшөрөп тағы ҡайнатабыҙ. Оно аҙ тойолһа, тағы бер ҡалаҡ өҫтәргә мөмкин.

Әсе кәбеҫтә әҙерләү. Һурпа әҙерләгән арала табала әсе кәбеҫтә быҡтырыла. Бының өсөн магазинда һатылған 400 грамлыҡ бер ҡап әсе кәбеҫтә етә. Уны башта тишекле сүмес аша һөҙөп, әсеһен кәметеп йыуҙырып алабыҙ, шунан ярты стаканға етмәҫтәйерәк көнбағыш майын кәбеҫтәгә бутап, өҫтөнә ике ҡалаҡ шәкәр ҡомо һибеп, уртаса утта ябыҡ килеш быҡтырабыҙ. Ярты сәғәттән кәбеҫтә йомшарып әҙер була.

Кнедликтар әҙерләү. Арыш йәки бойҙай ононан әҙерләнгән рогликтар тигән оҙонса булкалар кәрәк, булмаһа, башҡа ҡатыраҡ булка ла бара. Тағы 4 йомортҡа, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан йылымыс һөт, 30 г аҡ май, 10 г сүпрә алына.

Ҡоро табаҡҡа тоҙ, шәкәр, сүпрә, йомортҡа һәм йылытылған һөттө ҡойоп туҡығас, иретелгән аҡ майҙы өҫтәйбеҙ. Шунан уға ваҡлап туралған булка киҫәктәрен ҡушып, 150 г тирәһе манный ярмаһы, 150 г самаһы уртаса тарттырылған он ҡушабыҙ ҙа ағас ҡалаҡ менән ныҡ итеп болғатабыҙ. Шыйығыраҡ тойолһа, самалап манный оно өҫтәргә кәрәк. Ни өсөн манныймы? Сөнки Башҡортостанда чехтарҙағы кеүек эре, уртаса һәм ваҡ ҡына тарттырылған ондо магазинда табыуы ҡыйын. Эре тарттырылған оноғоҙ булһа, бик яҡшы, һис юҡта манный ярмаһы ла бара – беҙ Өфөлә бешергәйнек, һәйбәт килеп сыҡты. Оноғоҙҙо һәм баяғы ҡатнашманы бик яҡшылап бутағандан һуң, таҫтамал менән ҡаплап, йылыраҡ урынға ултыртығыҙ. Ярты сәғәттән ҡамырығыҙ күтәрелер, уны ике-өс тапҡыр баҫҡылап алығыҙ. Өсөнсөһөнән һуң ипләп кенә алып дүрт өлөшкә бүлегеҙ һәм һәр береһенән ҡалынлығы – 5-6, оҙонлоғо 25–30 сантиметрлыҡ таҫмалар – кнедликтар эшләгеҙ.

Кәстрүлдә яртыһынан күберәк итеп һыу ҡайнатығыҙ ҙа әҙер кнедликтарҙы 15–20 минут тирәһе бешерегеҙ. Утығыҙ һүрән булырға тейеш түгел, кнедликтар ҡайнап торған һыуҙа бешә, әленән-әле ҡарап, әйләндереп тороғоҙ. Бешкәнен белеү өсөн йә ағас таяҡ менән сәнсеп, йә бер киҫәген ҡырҡып ҡарарға кәрәк, ҡамыр эсе сей булмаһа – етә.

Әҙер кнедликтарҙы кәстрүлдә оҙаҡ тотмайҙар, тәрилкәгә һоҫоп алғас та, һәр береһен таҡтаға һалып еп менән киҫәктәргә бүлер кәрәк. Епте кнедликтарҙың аҫтына һалып, өҫкә тартһаң, улар тиҙ киҫелә. Килештермәһәгеҙ, бысаҡ менән ҡырҡығыҙ, тик ҡамыр йәбешмәһен, кнедликтарҙың формаһы боҙолмаһын өсөн, бысаҡты йыш-йыш һалҡын һыуҙа тотоп алығыҙ.

Кнедликтарҙы турап тәрилкәгә һалғас, эргәһенә әҙер итте, быҡтырылған кәбеҫтәне теҙегеҙ, кнедликтар өҫтөнә соус ҡойоп, петрушка һибеп, лимон, помидор, ҡыяр киҫәктәре өҫтәһәгеҙ, табынығыҙ күҙҙе иркәләр.
Кнедликтар туҡлыҡлы, әҙерләүгә ваҡыт күп китһә лә, ризығығыҙ ике-өс тапҡыр ашарға етер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.



Теги: Миләүшә Годбодь Аш-һыу




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook