Иң боронғо тәғәмебеҙ – ҡорот
Ифрат шифалы ризығыбыҙ ҡороттоң файҙалы яҡтары һанап бөткөһөҙ. Ул аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек ҡышын урманға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡтарыбыҙ һалҡынға бирешмәҫкә көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был һыу менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн, һылыуҙар сәсен йыуған. Эркет һыуы менән баҫҡан ҡамыр ҙа уңмай ҡалмай.
Борон ҡорот ҡайнатмаған ҡатын-ҡыҙ булмағандыр. Әммә бөгөн был шифалы ризығыбыҙҙы әҙерләү серҙәрен һәр кем белеп бөтмәй. Йәштәр ҙә ҡорот әҙерләү менән ҡыҙыҡһына. Шуға ла бөгөн “ризыҡ юллап” Ғафури һәм Ейәнсура райондарын байҡаныҡ.
Ғафури районы Толпар ауылында йәшәүсе Эльвира ШӘЙӘХМӘТОВА ҡорот ҡайнатыу серҙәре менән уртаҡлаша:
– Ҡаймағы айыртылған һөттө ҡайнатабыҙ ҙа тән температураһына тиклем һыуытабыҙ. 2 биҙрә һөткә 0,7 литр самаһы ҡатыҡ ойотҡоһо һалабыҙ. Әлеге йәйге эҫе көндә ул кискә тиклем ойоп та сыға. Бер нисә көндән, әсегәс, ҡатыҡты ҡайнатабыҙ. Ҡайнағас, эмалле биҙрәгә ҡойоп һыуытабыҙ. Туҡыма тоҡтарға һалып, һарҡытырға ҡуябыҙ. 1-2 көндән эркете ағып бөтә. Ҡоротто алып, самалап тоҙ һалабыҙ ҙа баҫабыҙ. Йоҙроҡ ҙурлығында йомарлайбыҙ.
Йәш ҡорот әҙер. Уны ошо килеш кенә ашарға ла, киптерергә лә, туңдырғысҡа һалып һаҡларға ла мөмкин. Әнис (укроп), шәфәри (петрушка), йәшел һуған менән туңдырһаң, ашҡа һалырға йәтеш.
Тәме оҡшаһа, ҡатыҡты ҡайнатҡанда ҡарағат йә сейә япрағы һалып ебәрергә мөмкин (аҙаҡтан уны алабыҙ). Ҡайһы кешеләр төҫө матур булһын тип, ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә һала.
Ыҫлар өсөн аласыҡта махсус ылашым бар. Шунда теҙеп ҡуям да көн һайын аҫтына ут яғам. Быға ерек утыны яҡшы. 3-4 көндән хуш еҫле ыҫланған ҡорот әҙер була. Уны балалар ҙа ярата, махсус һорап һатып алыусылар ҙа бар.
Ейәнсура районы Сәғит ауылынан Тәнзилә ҠЫУАТОВА оҫталығы менән бүлешә:
– Ҡороттоң төрлөһөн эшләйбеҙ. Муйыллы ҡорот бигерәк тәмле була. Йыл һайын муйылды күнәкләп йыйып, таҙалап, ит үткәргестән ике ҡат (һөйәкле булмаһын өсөн) үткәрәбеҙ. Шуға тәменсә шәкәр ҡушып бутайбыҙ ҙа туңдырғыста һаҡлайбыҙ. Ҡоротҡа уны өҫтәлгә бирер алдынан ғына ҡушабыҙ. Алдан һалып әҙерләргә лә мөмкин, тәме шул килеш ҡала, тик төҫө ҡайтышыраҡ була. Табынға биргәндә, өҫтөнә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һалып ебәрһәң, иҫ киткес матур ҙа, тәмле лә хан һыйы әҙер!
Шыйыҡ ҡоротто ла бик яраталар. Уны былай әҙерләйбеҙ. Ҡоротто ҡайнатҡас, тондорабыҙ, өҫтөндәге һыуын алабыҙ, тик ҡапсыҡҡа һалып һарҡытмайбыҙ, ә төбөндә ҡалған эркете менән бергә (ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш) алабыҙ. Уға әнис (укроп), йәшел һуған турап, тоҙ һалып болғатабыҙ. Литр ярымлыҡ пластик шешәләргә һалып, мөгәрәпкә төшөрөп ҡуябыҙ. Ул өс йыл дауамында боҙолмай һаҡлана. Себерҙә йәшәгән туғандарыбыҙға күстәнәскә ебәрәм ошо шыйыҡ ҡоротто, яҡындарыма тыуған яҡ сәләме булып, шул килеш барып етә.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Теги: