ТАУ ЙЫУАҺЫНАН БӨЙӨРӨК

ТАУ ЙЫУАҺЫНАН БӨЙӨРӨК Майҙа һәр үлән дә шифа, тиҙәр. Эйе, уларҙың дауалау һәләтен өйрәнеп, тормошта ҡулланыу ғына кәрәк. Йәшкелт кенә булып морон төрткән үләндәрҙең күбеһе ашау өсөн дә яраҡлы бит. Бөгөн Миңлегөл ТАЙСИНА йыуанан бөйөрөк бешереү серҙәре менән уртаҡлаша.

Бөйөрөктөң эслегенә 1 тотам йыуа, 5-6 йомортҡа, тәменсә тоҙ, ҡамыр өсөн ярты литр әсегән һөт, 500-600 грамм он, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ сүпрә, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы кәрәк була.

Ярты стакан йылымыс һыуҙа сүпрәне иретәбеҙ. Әсегән һөткә йомортҡа, тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы, он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Уны ярты сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡабарғансы эслек әҙерләйбеҙ.

Эслек өсөн йомортҡа бешерәбеҙ, турайбыҙ. Йыуаны йыуып, ваҡ ҡына итеп турап, йомортҡаға ҡушабыҙ. Самалап тоҙ һалып бутайбыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, эслеген һалып, бөйөрөктәр эшләйбеҙ. Эҫе майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook