Ауырлыҡтар сыныҡтырһын

Илебеҙҙең иҡтисади карабы һуңғы йылдарҙа «көрсөк» тигән утрауға барып төртөлөүе бер кемгә лә сер түгел. Был турала киң мәғлүмәт саралары ла хәбәр итеп тора, халыҡ араһында ла: «Ни эшләйһең, көрсөк бит», – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ошо арҡала эш урынында ҡыҫҡартыуға эләгеүселәр бихисап, хеҙмәт хаҡтарының түбәнәйеүе күҙәтелә. Тик кибет кәштәләрендә аҙыҡ-түлек һәм башҡа көнкүреш әйберҙәренә хаҡтар, коммуналь-хужалыҡ өсөн түләүҙәр өҫкә үрмәләүен дауам итә. Бындай шарттарҙа нисек күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, үҙ-үҙеңә ышанысты юғалтмаҫҡа һәм киләһе көнгә өмөт менән ҡарарға? Иҡтисадсыларҙың һәм ошо темаға бәйле күңел торошон өйрәнгән психологтарҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалып үтәйек.


«Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ» йәки сығымдарҙы йүгәнләү. Кешенең уй-теләктәре, хыялдары сикһеҙ булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙҙең аҡса менән бәйле мөмкинлектәре сикләнгән. Шуға күрә килем менән сығымдың бер-береһенә тура килеүе финанс тоҙаҡтан һаҡланырға ярҙам итер, әгәр ҙә килем сығымдарҙан әҙгә генә булһа ла күберәк икән, бигерәк тә яҡшы, сөнки әҙме-күпме булһа ла артып ҡалған аҡса кәрәк ваҡытта финанс хәүефһеҙлеге мендәре ролен үтәйәсәк.

«Инереңдән алда сығырыңды уйла» йәки бурысҡа аҡса алыуҙы туҡтатыу, бик тә булмаһа кәметеү. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бурысҡа алынған хаҡты (банктанмы ул, әллә кешенәнме) барыбер кире ҡайтарырға кәрәк. Бындай тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн үҙегеҙҙең финанс көсөгөҙгә генә таянырға тырышығыҙ. Күптәр аҙым һайын тигәндәй урынлашҡан «Тиҙ финанс ярҙам», «Минутында уҡ аҡса» кеүек ойошмаларға мөрәжәғәт итеп, бер мәшәҡәтһеҙ шунда уҡ теләгән сумманы бирәбеҙ тигән әүрәткес саҡырыуҙарға ҡыҙығып, бурысҡа бата. Ә алынған аҡсаны бер нисә тапҡыр арттырып түләргә кәрәк бит.

«Тин һумды һаҡлай». Хәҙерге ваҡытта күп кенә сауҙа нөктәләре һаҡсыллыҡ өсөн байтаҡ мөмкинлектәр тәҡдим итә: ташламалар мәле, дисконт карталар ҡулланыу һ.б. Коммуналь-хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе лә иҫәпләгестәр ҡуйҙырып, бер ни тиклем йүгәнләп була.

«Кәңәшле эш тарҡалмаҫ» йәки ғаилә менән кәңәшләшеп эш итеү. Аҡса менән бәйле һорауҙарҙы бергәләп хәл итергә өйрәнегеҙ. Был мәсьәләне тикшергән ваҡытта балалар ҙа мотлаҡ ҡатнашһын. Улар әле ғаилә бюджетына килем өҫтәмәһә лә, аҡсаның ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белеп үҫһен.

Халҡыбыҙҙа «Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра» тигән мәҡәл дә бар. Ошо юҡлыҡ тигән нәмә ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына, ғаиләләрҙең тарҡалыуына, балаларҙың етем ҡалыуына килтереүе лә ихтимал бит.

Бер тарих: «Миңә үткән быуаттың 90-сы йылдарында студент булыу «бәхете» тейҙе. Ғаиләлә бер-бер артлы өс балабыҙ: һеңлем менән юғары уҡыу йортонда белем алабыҙ, ҡустым техникумда уҡый. Атай-әсәйебеҙ ауыл ерендә йәшәй, колхозда тир түгә. Бәләкәй генә эш хаҡын да тотҡарлауҙары, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итә алмау атайыбыҙға кире яҡтан тәьҫир иттеме, ул яйлап ҡына иҫерткес эсемлектәр менән мауыға башланы. Ялға ҡайтҡаныбыҙҙа күпселек ваҡыт ул иҫерек була ине. Шул мәлдәрҙә әсәйемдең күргән ыҙаларын иҫкә төшөрһәм, хәҙер ҙә ҡыйын. Хәленән килгәнсе тәмле-татлыһын бешереп, сумкабыҙға тултыра ла, беҙгә юллыҡ аҡса эҙләп ауыл буйлап сығып китә. Бурысҡа алынған аҡса беҙгә барыуға һәм кире ҡайтыуға ғына етә, башҡаһына юҡ. Бына шундай шарттарҙа беҙ – өс бала һөнәр алдыҡ. Әсәйемдең ныҡлығы, сабырлығы менән ошо хәлдәрҙе йырып сыҡтыҡ. Ул заманға зарланманы, төшөнкөлөккә бирелмәне, балаларым уҡыһын, һөнәрле булһын тип тырышты. Бер ҡасан да: «Атайығыҙ эсә», – тип яманлап ултырманы, ғаилә усағын һүндермәй, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлай белде. Атайыбыҙ ҙа эскелек ҡоллоғон еңде. Хәҙер улар ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартатай-өләсәй булып, тыуған йортобоҙҙа беҙҙе һағынып көтөп ала».

Иҡтисади көрсөктөң бөтөн ил тарихына ла, айырым ғаилә тормошона ла йоғонто яһауы билдәле. Көрсөк менән бәйле матди проблемаларҙы үткәреп ебәреү өсөн иң беренсе ғаилә ағзаларына бер-береһен хөрмәт итергә, килеп тыуған хәлде айыҡ аҡыл, һалҡын ҡараш менән үлсәп, һәр ҡарарҙы бергәләшеп ҡабул ҡылырға өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы бер ғаиләләргә ошондай ауыр осор ниндәйҙер яңы эшкә тотонорға башланғыс бирә. Һынылышлы ваҡытта берәүҙәр үҙ эшен асырға йөрьәт итһә, икенселәр ҡул эштәренә тотоноп йә иһә башҡа төр һөнәр үҙләштереп, өҫтәлмә килем алыу сараһын таба.

Һәр замандың үҙ заңы, үҙ һынауы. Һөйөүгә, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, хөрмәт итеүгә, ышанысҡа нигеҙләнгән мөнәсәбәттәрҙе бер ни ҙә ҡаҡшата алмай. Был осраҡта көрсөк үҙенә күрә лакмус ҡағыҙы ролен уйнай: ҡайһы ғаиләләрҙә ысын хис-тойғолар барын, ә ҡайһыларында уларҙың юҡҡа сығыуын йә иһә тормоштоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре аҫтында күмелеп ҡалыуын күрһәтә. Сөнки ауыр ваҡыттарҙа татыу ғаилә «беҙ бергә» тиер, ныҡлы булмаған ғаилә ағзалары һәр береһе «мин» тип, юрғанды үҙенә тартырға тырышыр.

Күңелде күмеп киткән ауыр, шомло уйҙарҙы еңеү өсөн тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш, юмор хисе лә ярҙам итә. Юҡҡа ғынамы ни «Хәл-ваҡиға яҡшы йәки яман булһынмы, ул барыбер бер ваҡыт үҙгәрәсәк», – тимәйҙәр. Шуға күрә был көрсөк тә туҡтауһыҙ дауам итә алмай, ыңғай ел иҫеп, илебеҙҙең иҡтисади карабы ла елкәндәрен йәйеп, үҫеш тигән оло диңгеҙҙә ҡолас ташлап йөҙөп китер әле. Яҡшылыҡҡа юрап, иртәгәһе көнгә яҡты өмөттәр менән бағайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт!
Ғәлиә СӘЛИХОВА.



Теги: Психолог Көрсөк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook