ИРТӘЛӘГӘН УҢЫРМЫ, ТУҢЫРМЫ?

ИРТӘЛӘГӘН   УҢЫРМЫ,  ТУҢЫРМЫ? Замана атай-әсәйҙәре ауыҙынан бәлиғ булған балаларына ҡарата: «Өйләнергә ашыҡма, ныҡлап аяғыңа баҫ», «Кейәүгә сығырға ҡабаланма, тәүҙә уҡыуыңды бөт», – тигән теләктәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, һәр ата-әсә балаһының һөнәр алып, аяғына баҫҡандан һуң, матур ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәүен теләй. Әммә өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәтенә ҡарамай, ҡайһы бер балалар үҫмерлек осоронан да сыҡмайынса парлы булырға ынтыла. Иртә никах тип бәлиғ булмаған егет һәм ҡыҙҙың ғаилә ҡороуы атала.

Бер ҡатындың һөйләгәндәренән:
«Ҡыҙым 16 йәшендә йөрөгән егетенән ауырға ҡалды. Ғаилә ҡоронда: «Яраһы сәскәһе ошолор, тыуыр йәнде ҡыймайыҡ», – тип ҡарар иттек. Егеттең ата-әсәһе менән килешеп, никах уҡыттыҡ, йәштәр үҙ аллы донъя көтһөн тип, ике яҡлап ярҙам итеп, фатир хаҡын түләп торҙоҡ. Тик балаларҙың бергә йәшәргә әллә теләктәре булманы, әллә ғаилә тормошона әҙер түгелдәр ине. Йыш ҡына тауыш ҡупты, кейәү дуҫ-иштәре менән кәйеф-сафа ҡорорға яратты, тапҡан аҡсаһын ғаиләһенә тотонманы тиерлек. Бала тыуғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты, ҡыҙымдың да әхирәттәре менән осрашҡыһы, кеше араһында йөрөгөһө килә, тик ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Баланы миңә ҡалдырыуҙар, фатирға дуҫтарын йыйып, шау-шыулы табын ҡороуҙар йышайҙы. Күршеләре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, бер нисә тапҡыр акт төҙөнөләр, эш сабыйҙы ата-әсәһенән тартып алыуға яҡыная башланы. Ейәнемде балалар йортона ебәрмәү өсөн үҙемә алдым, оҙаҡ та тормай, йәштәр айырылышып та ҡуйҙы. Ҡыҙым техникум бөтөп, эшкә урынлашты. Улына ҡарата баштан нисек һалҡын булһа, әле лә шулай. Хәҙер ейәнемә 14 йәш, ул тулыһынса ирем менән минең ҡарамаҡта. Ҡыҙым 26 йәшендә икенсегә тормошҡа сыҡты, кейәү менән арыу ғына йәшәйҙәр, өс йәшлек ҡыҙҙары бар. Тик ейәнемдең әсә наҙын күрмәй үҫеүе, улар араһындағы һалҡын мөнәсәбәт күңелемде әрнетә…»
Билдәле булыуынса, 18 йәшкә тиклем ҡоролған никахтарҙың 20 проценты ғына һаҡлана. Бының сәбәптәре нимәлә икән?
Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook