ҺЫНАУҘАР ҺЫНДЫРМАҺЫН

Урамда яҙ… Бар тереклектең гөрләп-геүләп торған сағы. Берәүҙәр баҡса мәшәҡәттәренән йәм таба, икенселәр алда көтөлгән йәйге ялға уй-ниәттәр барлай. Ә сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың атай-әсәйҙәре яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа имтихандар осорона аяҡ баҫа.

...Йыш ҡына шундай хәл күҙәтелә: һынауҙар мәлендә ата-әсәләр балаларына ҡарағанда нығыраҡ борсола, көйәләнә. Ә бит үҙ көсөнә ышанып, имтихандарҙы уңышлы тапшырырға өмөтләнеп йөрөгән йәш кешенең, ата-әсәһенең борсолоуын күргәндән һуң, күңеленә шик-шөбһә оялауы бар.

Бер әсәнең һөйләгәндәренән: «Бөгөн ҡыҙым Берҙәм дәүләт имтиханы бирә. Иртәнсәктән тыныслана алмайым, илайым да илайым, төндә лә йүнләп йоҡламаным. Хәлемде күргән ҡыҙым: «Әсәй, ун бер йыл буйы яҡшы уҡыным, имтиханға әҙерләндем, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, ҡайғырма», – ти. Ул мине түгел, ә мин уны тынысландырырға, ошондай ваҡытта терәк-таяныс булырға тейеш икәнемде аңлаһам да, бер нәмә лә эшләй алмайым…»...

...Бала өсөн атай менән әсәй донъялағы иң ныҡлы терәк, ниндәй генә хәлдә лә уға ярҙамға килергә әҙер иң яҡын кеше булырға тейеш. Уны мәктәптәге уңыштары, яҡшы билдәләре өсөн түгел, ә бары булғаны өсөн яратыуығыҙҙы белеп үҫһен, кәрәк саҡта ярҙам, кәңәш һорарға тартынмаһын. Имтиханын тапшыра алмаған йә иһә насар билдәгә биргән хәлдә лә, уны әрләргә, ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Эйе, был күңелле хәл түгел, әммә тормош дауам итә, донъя емерелмәгән бит! Беҙ, өлкәндәр, йәшәйеш тәжрибәһенән сығып, был хәҡиҡәтте аңлайбыҙ, әммә әле ысын тормош ауырлыҡтарын күрмәгән, заман һынауҙарын йырып сығырға өйрәнмәгән үҫмер өсөн имтихан тапшыра алмау – иҫ киткес көслө тетрәнеү ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һынауҙар мәлендә сығарылыш уҡыусыларының үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йыл һайын теркәлә килә...
Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook