АТАЙ-ӘСӘЙ – БАЛА АРАҺЫ

...«Мин килен булып төшкәндә ҡайным менән ҡәйнәмә ҡырҡ биш йәш тә тулмаған ине. Икеһе лә һау-сәләмәт, емертеп донъя көтөр саҡтары. Кейәүгә сыҡмаған бикәс, өйләнмәгән ҡәйнеш булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең бергә йәшәүебеҙҙе теләне. Арыу уҡ ваҡыттан һуң башҡаланырға булғас, ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы төштө, әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Шулай ҙа иптәшем менән район үҙәгенә күсеп, йорт һалып индек, тырышып эшләнек, балалар үҫтерҙек. Бикәсем кейәүгә сығып, тыуған йортонан китте. Төпсөк бала – ҡәйнешем өйләнгәс, башланды ла инде мәхшәр. Туйҙан алда уҡ ҡәйнәм үҙ сәйәсәтен ҡайырҙы: бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ, бергә йәшәйһегеҙ, һеҙ беҙҙе көтөргә тейеш... Әммә йәштәр ҡалала төпләнергә ҡарар итте. Йәш кенә килендәшем ниндәй генә ҡарғауҙарға дусар булманы. Шул ыңғайы туҡмаҡтың бер башы беҙгә лә төшә. Ул хәлдәрҙән һуң егерме биш йыл үтте, ҡайным гүр эйәһе булып ҡалды. Хәҙер үҙебеҙ – олатай-өләсәй. Тик ҡәйнәм һаманталауҙан туҡтамай. «Игелекһеҙҙәр, мине ҡарамайһығыҙ, ҡартайғас, кәрәгем юҡ», – тип һуҡрана. Шул холҡо менән тамам биҙҙерҙе. Аҙна һайын тигәндәй барып ярҙам итәбеҙ, ҡушҡан йомошон үтәйбеҙ, һорағанын алып бирәбеҙ. Тик ниңәлер балаларының үҙ аллы йәшәүен ҡабул итә алмай».
Эйе, ҡайһы бер ата-әсә балаларының буй еткереп, башҡаланыуын ауыр кисерә. Һөҙөмтәлә быуындар араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Психологтар бының бер нисә сәбәбен билдәләй...
Ғәлиә СӘЛИХОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.
Теги: