Ауыл ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр

Ауыл ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр
Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында ағинәйҙәр клубы ойошторолоуға – өс йыл. Шул ваҡыт эсендә күп матур эштәр башҡарып өлгөрҙөк. Ауылыбыҙ тормошона йәм өҫтәүебеҙгә, эшебеҙҙең әхлаҡи әһәмиәткә эйә булыуына, йолаларыбыҙға ихтирам тәрбиәләүебеҙгә ҡыуанабыҙ. Мәҫәлән, мәктәпкә барып балаларға «Бирнә йыйыу» йолаһын күрһәттек. Яҙ етһә, Кәкүк сәйенә, Ҡарға бутҡаһына әҙерләнеп, халыҡты саҡырабыҙ. «Таҙа һыу буйҙары» өмәләрендә ҡатнашабыҙ. Дини байрамдар уртаһында ла – беҙ.

Иң өлкәнебеҙ Ғәлиә инәй Ибраһимоваға – 96, унан ҡала Фәүзиә инәй Ихсановаға 83 йәш тулды. Шәфиға инәй Халиҡова ике тапҡыр хаж ҡылды. Зөләйха инәй Ҡужагилдина аяттар уҡый, ҡот ҡоя. Уға дауаланырға алыҫтарҙан киләләр. Венера инәй Батисова йәштәргә фәһемле өгөт-нәсихәттәр бирә, бауырһаҡты оҫта бешереүсе булараҡ та дан алған. Хәбирә инәй Игесурина ла клуб эшендә әүҙем ҡатнашып, уны йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә.
Күрше райондарҙағы әхирәттәребеҙ менән аралашып йәшәүҙе хуп күрәбеҙ. Мәҫәлән, Йылайыр районы Ҡашҡар ауылына «Орсоҡ» байрамын ҡарарға барҙыҡ. «Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы» тип, уларҙың үҙҙәрен дә саҡырҙыҡ. Мөнәжәт уҡып, мәҡәл әйтеп, йырлашып, беҙҙән бик матур тәьҫораттар менән ҡайтты күршеләр. Хәйбулла районы Бүребай ауылында ҙур бейеү бәйгеһенең финалына сыҡтыҡ.

Ағинәйҙәребеҙҙең һәр береһе аш-һыуға оҫта. Район һабантуйҙарында йыл һайын тәмлекәстәр бешереп, ярыштарҙа тәүге урындарҙы алалар. 9 Майҙа ауыл халҡын «һалдат бутҡаһы» менән һыйланылар. Күптән түгел, күстәнәстәр тотоп, Аҡъяр приютындағы балаларҙың хәлен белергә барҙылар. Ә яңыраҡ ҡына ишле ғаиләне уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам иттеләр: 1 сентябргә мәктәп кәрәк-яраҡтары алып биреп ҡыуандырҙылар.
Бына шулай гөрләп йәшәй беҙҙең ауыл ағинәйҙәре!
Раушания ТАҠАЕВА.
Хәйбулла районы,
Татыр-Үҙәк ауылы.



Теги: Ағинәйҙәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook