Ул көстөң исеме – Мөхәббәт

Ул көстөң исеме – Мөхәббәт
Бар шундай ҡатындар – уларҙы һис көсһөҙ зат тип әйтеп булмай, тормоштары – торғаны батырлыҡ. Һүҙем – Миәкә районы Туҡһанбай ауылында йәшәүсе Асия Әбелхәйер ҡыҙы Әхмәтова хаҡында.

Йәмле Дим буйында урынлашҡан, аҫаба башҡорттар йәшәгән Туҡһанбай ауылында тыуа Асия апай. Ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән ҡыҙ эшһөйәр, сос, үткер булып буй еткерә. Уҡыуға ла бик тырыш була. Күрше Сафар ауылына яҙлы-көҙлө һыу кисә-кисә уҡырға йөрөй.

Мәктәп йылдарында өлкән синыфтарҙа башлана ла инде Асия апай менән Ғәли ағайҙың бер-береһенә күҙ һирпеүе. Һыу һөлөгөләй һылыу ғына түгел, егәрле, өлгөр егеткә һоҡланмаған ҡыҙ булмағандыр. Ә ул тиҫтәләгән гүзәл араһынан ҡара ҡашлы, оҙон сәсле, сая Асияны һайлай.

Мөләйем һылыуға етенсе кластан һуң уҡыуын дауам итергә насип булмай – бик иртә колхоз эшенә тотона. Ә мәшһүр ауылдашы Аҡмулланың ижадын, уның белем алырға саҡырған юлдарын күңеленә һеңдереп үҫкән Ғәли ағай Мәнәүезтамаҡ мәктәбен тамамлап, ҡулына аттестат ала. Тиҙҙән уға әрме сафына барыр ваҡыт етә. Өс йыл буйы һалдат менән һөйгәне араһын мөхәббәтле хаттар бәйләй.

Ғәли ағай армиянан ҡайтҡас, йәштәр өйләнешә. Шул уҡ йылда йәш ғаилә башлығы ауыл хужалығы институтына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Асия ҡайны менән ҡәйнәһе янында ҡала, һауынсы булып эшләй. Еңел булмай был йылдарҙа тормош көтөүе. Ҡайны менән ҡәйнәһе һигеҙәр һум ғына пенсия ала, ирен уҡытырға кәрәк. Тик Асия апай зарланмай: тырышып, өс меңселәр үрен үтеп, өс тапҡыр ауыл советына депутат итеп һайлана, Маҡтау ҡағыҙҙары, премиялар менән бүләкләнә.

Ғәли ағай уҡып йөрөгәндә беренсе ҡыҙҙары Люциә тыуа. Ҡыҙын үҫтереп, донъяһын бөтәйтеп, шатлыҡ менән ҡаршы ала ул инженер дипломы алып ҡайтҡан ирен. Тормошо түңәрәкләнеп, иңенә еңеллек килеп йәшәй башлай Асия апай. Ғәли ағай колхозда инженер-механик булып эшләй. Икенсегә бәпес көтәләр.

Ләкин шатланып ҡына ғүмер иткәндә ғаиләгә оло бәхетһеҙлек килә: ураҡ өҫтөндә янып-көйөп эшләп йөрөгән Ғәли ағай мотоциклда юл фажиғәһенә осрай. Муйын һөйәге, ике ҡулы һынған, үлем хәлендәге ирҙе Бишбүләк дауаханаһына илтәләр. Бына-бына бәпесе тыуырға тейеш Асия апай туғандары менән Бишбүләккә китә. Ҡот осҡос хәлде күреп аңын юғалта.

Ауылға төндә ҡайтып инәләр. Иртәгәһен үҙен шул уҡ Бишбүләккә бала табыу йортона алып киләләр. Икенсе ҡыҙҙары донъяға ауаз һалғанда Ғәли ағайҙы самолет менән Өфө дауаханаһына оҙаталар.

…Асия апай, ун ике көнлөк сабыйын күтәреп, үлем менән көрәшеп ятҡан ире янына Өфөгә юллана.

– Палатаға бала менән индер­мәйҙәр. Биләүҙәге ҡыҙымды кори­дорҙағы кушеткаға һалдым да керҙем дә киттем Ғәли эргәһенә, – тип хәтерләй аяныслы көндәрҙе Асия апай. – Хәрәкәтһеҙ ятҡан иремә ҡыҙыбыҙ тыуыуы тураһында әйттем. Уның йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы сағылғандай булды. Шунан инде биләүҙә илап ятҡан сабыйымды алып, уға ҡушылып үҙем дә үкһеп-үкһеп, ҡайтыр юлға сыҡтым…

Өфө дауаханаһында Ғәли ағай һигеҙ ай ята, әммә әллә ни мандымай. Уны Миәкә дауаханаһына ҡайтаралар. Асия апай ауырлыҡтан бөгөлөп төшмәй, оло сабырлыҡ менән йәшәүен дауам итә. Ә мәшәҡәт бихисап: ике ҡыҙҙы үҫтереү, олоғайған ҡәйнә менән ҡайныны ҡарау, йорт-ҡура эштәре. Үҙенең яңғыҙ ҡалған атаһын да тәрбиәләргә тура килә. Бер көн ҡалдырмайынса колхоз эшенә йөрөй.

– Ике һыйыр, ваҡ мал аҫраным. Уларға өсәр машина бесәнде үҙем әҙерләнем, ҡул менән сабып, тейәп ташый торғайным. Ҡышҡа етерлек утынын да хәстәрләргә тура килә ине, – тип көлөмһөрәп һөйләй Асия апай ул йылдарҙы.

Ҡайҙан килгән икән нескә ҡатынға шул тиклем түҙемлек, көс-ҡеүәт? Был һорауға ул шулай тип яуап бирҙе:
– Ул көстөң исеме – Мөхәббәт.
…Йәш бала кеүек башын да күтәрә алмаған, ике ҡулы эшләмәгән һөйөклөһөн бик ҡәҙерләп тәрбиәләй ул.
– Ауыр саҡтар күп булды, әммә төшөнкөлөккә бирелмәнем, – ти ул, икеләнмәйенсә. – Бер көндө хәл белергә килгән әхирәтем сәй эскәндә, шаяртып: «Ғәлиҙе яҡшы ҡарамаһаң, үҙемә алып ҡайтам да китәм», – ти. «Юҡ, – мин әйтәм. – Беҙҙе тик Аллаһ Тәғәлә генә айырыр, кеше айыра алмаҫ».
Асия апай хәҙер һикһән йәшкә етеп килә. Ҡыйынлыҡтарҙы күп күрһә лә, бирешмәгән: төҙ кәүҙәле, күҙҙәрендә йәшәү дәрте янған олпат ханым ул.

Туҡһанбайҙа яңғыҙы йәшәй. Мин хәл белергә ингәндә Себерҙән ҡыҙы Әлфиә ҡайтҡайны. Әйткәндәй, Асия апайҙың ике ҡыҙы ла Себерҙә матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә.
Атаһының иҫән саҡтарын, әсәһе менән уның бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы хаҡында һөйләгәндә Әлфиәнең күҙҙәренә йәш тула.
– Атайым беҙҙе һәр ваҡыт эргәһенә дәрес әҙерләргә ултырта торғайны, – тип хәтерләй ул моңайып. – Әсәйем көнө буйы фермала. Үҫә төшкәс, ҡул араһына инә башланыҡ. Атайым түшәктә килеш беҙҙе ҡыяр тоҙларға, ҡайнатма яһарға, ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, аш бешерергә өйрәтеп ятты. Бик белемле кеше булды. Имгәнмәһә, ҙур эштәр башҡарып йәшәр ине. Атайым менән әсәйемдең гел бер-береһенә күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап, яғымлы итеп һөйләшкән­дәренә һоҡлана торғайныҡ. Әсәйем уны шул тиклем яратып тәрбиәләне.

– Ғәлием 24 йыл түшәктә ятҡандан һуң мәрхүм булды. Миңә ул саҡта 54 йәш ине. Һаман да иремде һағынып-юҡһынып йәшәйем, – ти Асия апай. – Балаларҙың ялға ҡайтыуын, телефондан шылтыратыуын көтөп, тик яҡшы хәбәрҙәр генә килеүен теләйем.
Бөйөк Аҡмулла ауылында тыуып үҫкән, булмышында уның көслө рухын йөрөткән Асия апайыбыҙ йәлләү түгел, оло һоҡланыу, ғорурлыҡ уята. Бәхетле ҡартлыҡ теләйем һиңә, Асия апай!
Клара НОҒМАНОВА,
уҡытыусы-ветеран.
Миәкә районы, Боғҙан ауылы.



Теги: Әсә Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook