Күс инәһе
Быйыл бөйөк Еңеү көнөн байрам итеүебеҙ һис онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалды, сөнки уны нәҫелдәге иң оло, иң хөрмәтле кешебеҙ – 85 йәшлек Гәүһәр Солтанәхмәт ҡыҙы Сыртланова (Аҡманова) апайыбыҙ менән бергә ҡаршыланыҡ. Үҙе йәшәгән Ырымбур өлкәһенән Өфөгә тиклем биш сәғәтлек юлды автобуста һис зарланмай үткәрҙе ул. 9 Май иртәһендә, ай-вайға ҡуймайынса, барыбыҙ менән бергә «Үлемһеҙ полк» акцияһына сыҡты. Һуғыш ваҡытындағы, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән ҡәҙерлебеҙ менән бергә баш ҡалабыҙ урамдары буйлап ғорур атлап уҙҙыҡ. Ҡулдарыбыҙҙа – Еңеү өсөн йәнен фиҙа ҡылған ғәзиздәребеҙҙең һүрәттәре. Арыр тип йәлләп, уны алып ҡайтырға тырышып ҡараныҡ, әммә аҙағынаса барырға теләне. Күҙҙәре күрмәгән, әммә рухы ныҡ апайыбыҙ был тантаналы минуттарҙа илаһи тойғолар кисергәндер, тием. Мин затыбыҙҙың ҡото булған яҡынымдың яҙмышы хаҡында ул ҡайтып киткәс тә ҡат-ҡат уйланып йөрөнөм.
Гәүһәр апай – әсәйемдең бер туған ағаһы Солтанәхмәттең ҡыҙы. Ырымбур башҡорттары – билдәле Аҡмановтар нәҫеленең яҡты бер ярсығы. Күңел йылыһы менән барыбыҙҙы йылытҡан изге йән, оло күс инәһе ул беҙҙең өсөн.
Көлтә бәйләгән, бесән сапҡан, утау утаған, мал ҡараған – быуындаштары менән колхоздағы бөтә эште егелеп башҡарған апайыбыҙ үҙ донъяһын да сынъяһауҙай итеп көттө. Тормош иптәше Моратша еҙнә Сыртланов менән етеш, иркен йәшәргә яраттылар: күп итеп умарта тоттолар, йылҡы, һыйыр малы аҫранылар, хисапһыҙ ҡош-ҡорт үрсеттеләр, гөрләтеп баҡса үҫтерҙеләр. Ете балаға ғүмер бирҙеләр. Сәлмән, Салауат, Дилара, Клара, Миңзәлә, Әлфирә, Зиннур – бала сағыбыҙҙың ҡояшлы йәйҙәре улар менән үтте. Был йортта һәр ваҡыт рәхәт ине – мөхәббәттә, татыулыҡта йәшәгән ғаиләләрҙең тартып торған бер нуры була бит. Гәүһәр апайыбыҙҙың һығылып торған өҫтәлдәре һаман күҙ алдында, һыйҙарының тәме – телемдә. Уңған, хас башҡортса йомарт ҡуллы апайыбыҙ әсәйемдең күп табындарын күтәрешә торғайны. Ағайымдың туйына боронғоса мул итеп килгәндәрен һис оноторлоҡ түгел – батман-батман май, бал, ботлап тана, йылҡы ите, күтәргеһеҙ ҡаҙ, өйрәк түшкәләре…
Киң күңелле апайыбыҙҙың тотошо, һөйләше, кейеме әле лә һоҡланғыс. Уның тормошто яратыуына, башҡаларҙы дәртләндерә белеүенә таң ҡалырлыҡ. Тик бер һыҙланыуы бар: балаларын боронғо әкиәттәр һөйләп тәрбиәләгән, һүҙ ҡөҙрәтен белгән апайыбыҙ «ейәндәрем туған телдән ситләшә» тип ҡайғыра, бының ҙур юғалтыу икәнен аңлай.
Бар йәне менән матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа ынтылған яҡыным кисерештәрен шиғри юлдар итеп аҡ ҡағыҙға төшөрә – донъяны нескә тойомлауы, тәбиғәте менән ул – шағирә.
Алыҫтарҙа булһам, барыр инем
Ҡош юлынан зәңгәр күк буйлап.
Һарыларға һабышырмын инде,
Һинең хаҡта шулай күп уйлап.
Башҡаларҙың йырын тыңлағанда
Сыңлап үтә һинең тауышың.
Һин – йәнемдең мәңгелек бер моңо,
Ғүмерлеккә өнһөҙ һағышым.
Һөйөп кенә алған костюмыңды
Туйғансы ла кеймәнең.
Балаларҙың балалары
Үҫкәндәрен күрмәнең.
Иртә ҡарайым, кис тә ҡарайым
Йөрөгән юлдарыңа.
Эҙләһәм дә, таба алмам
Шәм тотоп ҡулдарыма.
Хафаланма инде, тыныс йоҡла,
Васыятыңды үтәрмен.
Ғүмер буйы саф йөрәгем менән
Балалар менән ғүмер итермен.
Уйлай-уйлай башым етмәй,
Илай-илай йәшем кипмәй,
Һис белмәйем инде нишләргә,
Килен булып төшкән,
Йәш ғүмерҙәр үткән
Нигеҙемде ташлап китергә.
Әгәр китһәм, һин ҡалаһың
Етемһерәп ятып ҡәбереңдә.
Ҡайҙа барып, ҡайҙа йөрөһәм дә,
Һин булырһың минең бәғеремдә.
Күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән аңлашып ғүмер иткән тормош юлдашы Моратша еҙнә мәрхүм булғас, йөрәгенән һыҙылып сыҡҡан юҡһыныу хистәре шулай моңло юлдар булып дәфтәр битенә күскән.
Күҙ нурҙарынан яҙған апайыбыҙ тормошҡа ғәжәйеп һиҙгер күңел күҙе менән баға. Булмышында, ғәмәлдәрендә, һүҙҙәрендә – халҡыбыҙҙың сабыр, тәрән, миһырбанлыҡ менән һуғарылған тормош фәлсәфәһе. Үткәндәрҙең киләсәкте билдәләүен яҡшы белгән апайыбыҙ беҙҙе ата-бабалар рухын, шәжәрәбеҙҙе күҙ ҡараһылай ҡәҙерләргә саҡыра. Сал быуаттан килгән нәҫел сылбырындағы ете быуынды барлап, ул былай ти: «Аҡдәүләт, Ғәлиәхмәт, Солтанәхмәт, Сәлихйән, Илфат, Рәмил һәм Данил – шөкөр, Аҡмановтар тамырҙары тәрәнәйә бара…»
Нурия МИНҺАЖЕВА.
Өфө ҡалаһы.
Өфө ҡалаһы.
Теги: Әсә Ғаилә