Ҡор
Башҡорт әҙәби телендә «ҡор» һүҙе түбәндәге мәғәнәләргә эйә: 1. Ҡыр тауығы. 2. Оло кәңәш, һөйләшеү өсөн йыйылған йыйын. 3. Түңәрәкләп ултырған кешеләр төркөмө. Ә бына йәнле һөйләү телендә иһә был һүҙ биҙәнеү әйберендәге тәңкәләр рәтен белдерә. Тарихи күҙлектән сығып ҡарағанда, ҡор – дөйөм төрки һүҙе, сөнки башҡорт теленә ҡәрҙәш булған башҡа төрки телдәренең ҡайһы берҙәрендә лә күҙәтелә. Мәҫәлән, төрөк телендә: gor – «рәт», «алтын сылбыр»; тыва телендә: ҡур – «ҡапҡа диуары». Был һүҙҙең боронғо төрки телендә үк ҡулланылғанлығы билдәле. Мәғәнәләре – «эҙмә-эҙлелек», «сират». Бары тик башҡорт теле ерлегендә генә «биҙәнеү әйберендәге тәңкәләр рәте» тигән мәғәнә үҙенсәлеге барлыҡҡа килгән.
Оҙаҡ ваҡыт нығынған ғәҙәттәр буйынса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тағып йөрөгән биҙәнеү әйберҙәренең айырым төрҙәрендә ҡорҙар һаны төрлөсә. Мәҫәлән, ололарҙың һөйләүенсә, селтәрҙәге ҡорҙар дүрттән артырға тейеш түгел. 1-се һүрәттән күренеүенсә, селтәрҙең уртаһынан үткән горизонталь тәңкәләр рәте тап дүртәү. Ә бына Учалы районындағы яғаларҙа алтынан алып ун дүрткә тиклем барып етергә мөмкин (2-се һүрәт). Мәғлүмәттәр аҙ булыу сәбәпле, үкенескә ҡаршы, ҡорҙар һанындағы айырмаларҙың нигеҙендә нимә ятҡанлығын теүәл генә әйтеүе ҡыйын. Бәлки, ҡасандыр ырыу-ара үҙенсәлектәр менән дә бәйле булғандыр. Әйтергә кәрәк, «ҡор» һүҙе айырым төбәктәрҙә шулай уҡ камзулдағы тәңкәләр рәтен дә белдереү өсөн ҡулланыла. Был үҙенсәлекте, мәҫәлән, Учалы районында күҙәтергә мөмкин. Этнографияла «күбәләк камзулы» тигән атама аҫтында билдәле булған кейем төрөндә тәңкәләр айырыуса күп урынды алып тора (3-сө һүрәт). Был өлгөлә дүрт йөҙҙән ашыу тәңкә ҡулланылған. Шулай итеп, биҙәнеү әйберҙәрендәге тәңкәләрҙән торған горизонталь рәттәрҙең һаны осраҡлы рәүештә генә билдәләнмәй. Оҙайлы ваҡыт эсендә һәр төбәктә үҙенә генә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәр барлыҡҡа килгән. Хәҙерге көндә биҙәнеү әйберҙәренең традицияларын тергеҙеү өҫтөндә эшләгәндә был үҙенсәлектәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай.
Азат Ғарипов,
Бду-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Бду-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Теги: Биҙәүестәр