Биҙәүестәрҙе тағыу нескәлектәре
Биҙәнеү әйберҙәренең үҙенсәлеге тураһында һүҙ алып барғанда, әлбиттә, муйынға тағыу ысулдарын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Бөгөнгәсә килеп еткән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, селтәр, яға, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәрҙә үҙҙәренә хас булған традициялар ҡалыплашҡан:
1. Селтәрҙә нығынған төп ысул – нигеҙгә тегелгән тар таҫма. Ул ике төрлө беркетелергә мөмкин: а) бер осо нигеҙгә ҡуша тегелә, ә икенсе осона элмәк йәки төймә баҫыла, нигеҙгә шулай уҡ элмәк ҡуйыла; б) ике киҫәк таҫманың бер яҡ осо нигеҙгә тегелә, икенсе остарына төймә баҫылып элмәк эшләнә (1-се һүрәт).
2. «Яға» тигәндә беҙ Ҡурған һәм Силәбе өлкәләрендә, Учалы районында һәм Әбйәлил районының төньяғында (күбәләк ырыуына ҡараған ауылдарҙа) йәшәүсе башҡорттарҙың биҙәнеү әйберҙәрен күҙ уңында тотабыҙ. Был осраҡта тағып йөрөү ысулы атаманың үҙендә үк сағылыш тапҡан, тип тә әйтергә мөмкин, сөнки муйынды уратып алған яҫы таҫмаһы бар. Тап шул элементты төбәкте өйрәнеүсе Д.П. Никольский муйынсаҡҡа оҡшата ла инде. Халыҡ телендә иһә уны һапма тип атайҙар. Шуны ғына өҫтәп әйтергә кәрәк: Ҡурған һәм Силәбе башҡорттарында һапма һәм биҙәнеү әйберенең нигеҙе башлыса бер бөтөндө тәшкил итә (2-се һүрәт). Ә бына Учалы менән Әбйәлилдә уларҙың һәр береһе айырым эшләнгәндән һуң ғына ҡуша тегелә (3-сө һүрәт). Шулай уҡ йыш ҡына нигеҙҙең өҫкө яғында тағы бер элмәк эшләнә.
3. Һаҡалда ысулдарҙың төрлөлөгөн күрәбеҙ. Миҫал өсөн Дашков музейында һаҡланған ике һаҡалды ҡарап үтәйек. Икеһенең дә нигеҙе бер ҡалып буйынса эшләнгән. Бары тик тәүгеһенең нигеҙенә тағыу өсөн тар ғына таҫма тегелгән (4-се һүрәт). Икенсеһендә – яғаныҡына оҡшаған яҫы таҫма (5-се һүрәт). Һаҡалдарҙың ҡайһы берҙәренән күренеүенсә, икенсе төрлө ысулдар ҙа булырға мөмкин. Мәҫәлән, Белорет районында бөгөнгәсә һаҡланған ҡомартҡының төҙөлөшөндә шуны күрәбеҙ: нигеҙгә тегелгән иҙеүгә таҫма йәки бау өҫтәп ҡуйыла (6-сы һүрәт).
Аңлауыбыҙса, селтәр менән яғаның һәр береһендә төп бер ысул ҡалыплашһа, һаҡалды тағып йөрөүҙең бер нисә төрө күҙәтелә.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Теги: Биҙәүестәр Милли биҙәк