АЛМИҘЕҮ
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тағып йөрөгән ҡайһы бер биҙәнеү әйберҙәренең биҙәлешендә мәрйен, аҡыҡ, мәрүәт һирәк осрай йәки бөтөнләй ҡулланылмай. Бындай үҙенсәлек, мәҫәлән, иҙеүҙең бер төрө булған алмиҙеүҙә асыҡ сағылыш таба. Был атама «алма» һәм «иҙеү» һүҙҙәренең ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән булырға тейеш, сөнки башҡорт телендәге элизия күренеше нигеҙендә ҡушма һүҙҙәрҙә тәүге һүҙҙең һуҙынҡыһы ҡағиҙә булараҡ төшөп ҡала (мәҫәлән, күҙле + ут (боронғо төрки телендә «үлән») = күҙлут (емешсәһе өйкөмләнеп күҙ-күҙ булып урынлашҡан баллы ҡый үләне). Күрәһең, был биҙәнеү әйберенең форма үҙенсәлектәре атамаһында сағылыш тапҡан. Халыҡ йырында әйтелеүенсә:
Алтын ғына тәңкә ай бирәйем,
Алмиҙеүкәйеңә баҫырһың.
С.П. Злобиндың «Салауат Юлаев» романында Кинйә үҙенең туғанына ғаиләнең хәлле икәнлеген күрһәтеп тороусы алтын алмиҙеү бүләк итергә хыяллана. С.Н. Шитова яҙыуынса, башлыса ҡыҙҙар кейеменә хас булып, һуңғараҡ ололар ҙа тағып йөрөгән алмиҙеү Бөрйән, Баймаҡ һәм уларға күрше райондарҙа таралыу алған. Мәҫәлән, алмиҙеүҙең бер матур өлгөһөн Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан сығарылған «Мәрйен һәм тәңкәләрҙән торған башҡорт биҙәнеү әйберҙәре» исемле альбом-каталогта күрергә мөмкин (китапта тап алмаиҙеү рәүешендә теркәлгән). Ул 1981 йылдағы экспедиция ваҡытында Әбйәлил районынан алып ҡайтыла (1-се һүрәт). Оҙонлоғо – 36 сантиметр; өҫкө киңлеге – 17,5 сантиметр; аҫҡы киңлеге – 22 сантиметр. Ҡыҙыл төҫтәге кизе-мамыҡтан эшләнгән нигеҙе ҡара туҡыма менән тышланып, ситенән уҡа менән ҡайылған. Тәңкәләр һәм түңәрәк тимер менән биҙәлгән. Муйынға тағыу һәм билдән быуыу өсөн бауы бар.
Шул уҡ Әбйәлил районында бындай биҙәнеү әйберен «иҙеү» тип кенә лә атап йөрөтөү күҙәтелә. Шундайҙарҙың береһе бөгөнгө көндә Әбйәлил районының Михайловка ауылында йәшәүсе Ғәлимә Ғәфүр ҡыҙы Кәримовала һаҡлана (2-се һүрәт). Был иҙеү 1910 йылда Ҡаҙмаш ауылында тыуған әсәһе Вазифа Хәмит ҡыҙынан иҫтәлек булып ҡалған. Оҙонлоғо – 35 сантиметр; өҫкө киңлеге – 18 сантиметр; аҫҡы киңлеге – 29 сантиметр. Аҡ кизе-мамыҡ туҡымалы нигеҙе алғы яғынан ҡара сатин менән тышланған. Муйынға тағыу һәм билдән быуыу өсөн бауы бар. Биҙәлешендә көмөш тәңкәләр, көмбәҙҙәр, мәрйендәр ҡулланылған. Үрҙә ҡарап киткән алмиҙеүҙәге кеүек үк тәңкәләр бағаналап ара ҡалдырып тегелгән. Күренеүенсә, мәрйендәр бары тик өҫкө яҡ ситен ҡайыу өсөн генә ҡулланылған. Әйтергә кәрәк, эт-нографтар тарафынан теркәлгән алмиҙеүҙәр араһында әлеге өлгөләрҙән айырылып торғандары ла бар. Уларға тәңкәләрҙең һирәк ҡулланылыуы хас.
Шулай итеп, үрҙә ҡарап киткән биҙәнеү әйберҙәре формаһы, төҙөлөшө, материалдары, биҙәү тәртибе йәһәтенән киң билдәле селтәр, һаҡал, яға кеүектәренән һиҙелерлек айырыла. Уларҙың үҙҙәренә генә хас традицияһы бар.

Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Теги: Милли биҙәк Һаҡал Биҙәүестәр