Мәрүәт

МәрүәтБиҙәнеү әйберҙәренең ҡайһы бер төрҙәрендә, айырыуса һаҡал һәм яғаларҙа, йыш ҡына ҡулланылған тағы бер материал – мәрүәт (русса – перламутр). Башҡорт кейемдәрен өйрәнеүсе С.Н. Шитова ул элементтың айырыуса көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарға хас булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әйтергә кәрәк, был һүҙ башҡорт теленең салйоғот һәм һаҡмар һөйләштәрендә «һиҙәп – кейем-һалымға ҡаҙай торған ваҡ төймә» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Бындай күренештәр хакас һәм алтай халыҡтарында ла теркәлгән. Мәҫәлән, хакас ҡатын-ҡыҙҙарының түшкә тағып йөрөгән «пого» исемле традицион биҙәнеү әйберендә үҙәк урындарҙың береһен тап мәрүәт алып тора ла инде.

Мәрүәт – диңгеҙ ҡабырсағының ялтырауыҡлы эске ҡатламы. Шунан йоҡа ғына итеп пластиналар ҡырҡыла. Элек-электән төрлө төбәктәрҙә унан биҙәнеү әйберҙәре эшләгәндәр. Һатыуҙа айырыуса «ҡытай мәрүәт»е юғары баһаланған, сөнки ул ҙур яҫы пластиналар рәүешендә була. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрендә йышыраҡ диаметры 3-4 сантиметр тәшкил иткән түңәрәк мәрүәттәр осрай. Ғәҙәттә, уртаһын тишәләр. Шулай уҡ унан эшләнгән төймәләрҙе лә ҡулланыу осраҡтары бар. Мәрүәттәр күпләп табылған урындарҙың береһе – Ҡыҙыл диңгеҙ. Тарихсылар тап шул яҡтарҙағы мәрүәттең сауҙа юлы менән Урта Азия аша беҙҙең тарафтарға үтеп инеүен билдәләй.

Күренекле ғалим-этнограф С.В. Иванов белдереүенсә, боронғо осорҙа кейемдә түңәрәк формалағы мәрүәт пластиналарҙы ҡулланыу туранан-тура Ҡояш культы менән бәйле. Ҡояш культы башҡорт халыҡ йолаларында, ышаныуҙарында һәм шулай уҡ тыйыуҙарында асыҡ сағылыш тапҡан. Белеүебеҙсә, «Урал батыр» эпосындағы Ҡояш – ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡатыны һәм Һомайҙың әсәһе. Борондан уҡ күп кенә халыҡтарҙа мәрүәттең төрлө ауырыуҙарҙы дауалау һәләтенә эйә булыуына бәйле инаныуҙар йәшәй. Донъя халыҡтарының тәжрибәһен дөйөмләштереп алғанда, уға бөтә сирҙәрҙән дә тиерлек дауалаусы сара булараҡ ҡарағандары асыҡлана. Мәҫәлән, боронғо Ҡытай медицинаһында ул ашҡаҙан, йөрәк ауырыуҙарынан ҡулланыла. Хакастар уның һаҡлау, һауыҡтырыу сифатын юғары баһалай. Башҡорттар ҙа мәрүәттең кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһауына ышанған. Халыҡ араһында таралыу алған им-томдарҙан күренеүенсә, ул, ғәҙәттә, күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, сәсәк ауырыуынан һуң, күҙ һуҡыраймаһын өсөн син һиҙәп – көмөш һумлыҡ ҙурлығындағы түңәрәк Ҡытай мәрүәте («син» – «Ҡытай» тигәнде аңлата) ҡырындыһын һалалар.

Күреүебеҙсә, мәрүәттең халыҡ кейемендә, айырыуса биҙәнеү әйберҙәрендә урын алыуы осраҡлы ғына күренеш түгел. Ул – һаҡланыу сараһы.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.



Теги: Милли биҙәк Һаҡал Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook