Бай тарихлы биҙәүестәр


Әбйәлил районының ҡайһы бер ауылдарында таралыу алған һаҡалдар ҙа бик үҙенсәлекле (халыҡ телендә «тамъян һаҡалы» тип атау ҡабул ителгән). Мәҫәлән, 1929 йылда тыуған һәм хәҙерге көндә Асҡар ауылында йәшәүсе Сәрүәр Хәлил ҡыҙы Тутаевала һаҡланған ҡомартҡы уның әсәһе Ғәйниямалдан ҡалған (3-сө һүрәт). Яҡынса 1880 йылдар тирәһендә эшләнгән булырға тейеш. Башлыса киндерҙән һуғылған туҡыма нигеҙле булған. Бары тик ваҡыт үтеү менән нигеҙен яңыртырға тура килә. Сәрүәр Хәлил ҡыҙы һаҡал тураһында һөйләгәндә түбәндәге атамаларҙы ҡуллана: 1. Муйынға таға торған өлөшө – иҙеү. 2. Мәрйендәр менән һырылған өлөшө – түш. 3. Тәңкәләрҙән торған дүрт буй рәт – ҡор. 4. Мәрйендән торған аҫҡы өлөшө – селтәр. 5. Иң аҫта бағаналап теҙелгән тәңкәле мәрйендәр – тояҡ. 6. Тояҡ тәңкәләре. Тимәк, был һаҡал алты өлөштән тора. Сәрүәр Хәлил ҡыҙы шулай уҡ биҙәнеү әйберенең эске мәғәнәһе тураһында ла бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим мәғлүмәтте еткерә. Уның әйтеүенсә, һаҡал биҙәнеү әйбере генә түгел, ул нәҫел һәм быуындар билдәһе булып тора. Йәғни ырыу ағасы тип тә әйтергә мөмкин. Өҫкө яғындағы тәңкәләрҙең төрлө яҡҡа тармаҡланып китеүе тап нәҫелдең быуындарын белдерә лә инде.

Күреүебеҙсә, һаҡсыл ҡулдарҙа бөгөнгө көнгә килеп еткән бай тарихлы биҙәнеү әйберҙәре әле лә матурлығы менән күҙҙең яуын алып тора.
«Яға» һәм «Һаҡал» исемдәре аҫтында билдәле булған биҙәнеү әйберҙәренә арналған мәҡәләләрҙә уларҙы таралған ере, төҙөлөшө, ҡулланылған материалдары йәһәтенән ентекле рәүештә ҡылыҡһырлау түбәндәгеләр менән аңлатыла: 1. Һәр биҙәнеү әйберенең электән таралыу алған аныҡ биләмәһе барлығын күрһәтеү. 2. Бер үк исем аҫтында билдәле булһа ла, һәр биҙәнеү әйберенең төбәк үҙенсәлектәре барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алыу. 3. Ҡағиҙә булараҡ, ниндәй материалдар өҫтөнлөк иткәнлеген асыҡлау.
Хәҙерге көндә биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙеү, яңынан эшләү мәлендә быларҙың барыһын да иҫәпкә алыу – мотлаҡ үтәлә торған шарттарҙың береһе. Бары тик шул ваҡытта ғына ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү тураһында ауыҙ тултырып һөйләргә мөмкин. Юҡһа халыҡ кейемендә традицияларыбыҙ өлгөләрен стилләштерелгән йәки ябайлаштырылған әйберҙәр алмаштырасаҡ.
Азат ҒАРИПОВ,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.
Теги: Милли биҙәк Һаҡал Селтәр