Һаҡал

ҺаҡалЭлек-электән кейем халыҡтың йәшәү рәүешен, көнитмешен, милли үҙенсәлеген билдәләгән. Йәше лә, дәрәжәһе лә кейем аша сағылған. Быны, мәҫәлән, XIX быуаттың күренекле мәғрифәтсеһе М. Өмөтбаевтың «Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы» исемле әҫәрендә күрәбеҙ:
…Һаҡал, таҡыя кейер – йәш ҡыҙ балалыр,
Тубый ҡашмау кейгән – ҡатын булалыр.

Тап кейемгә ҡарап кешенең ҡайһы яҡтан икәнлеген асыҡлағандар. Ундай күренештәр бигерәк тә халыҡ ижады әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, «Ҡара юрға» эпосында Мәсем байҙың ҡыҙы Маҡтымһылыу Күсәрбайҙың улы менән осрашҡас, кейеменә иғтибар итә һәм уның ҡайҙан икәнлеген әйтә:
Атың ауыҙы күбеккән,
Татыр ялар малға оҡшай,
Сабыуың ҡыйпып тегелгән,
Ялан яғы иргә оҡшай.

Музей фондтарында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡланған өлгөләрҙән күренеүенсә, «һаҡал» (Дим һөйләшендә «ҫаҡал») исеме аҫтында билдәле һәм Илеш, Борай, Дүртөйлө, Баҡалы, Благовар, Кушнаренко, Нуриман, Шишмә, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Бәләбәй, Бүздәк, Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Бишбүләк, Стәрлебаш, Ишембай, Әбйәлил, Федоровка, Көйөргәҙе, Ейәнсура райондары һәм Һарытау өлкәһендә теркәлгән биҙәнеү әйберенең дә төбәк үҙенсәлектәре бар...
Азат ҒАРИПОВ.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Милли биҙәк Һаҡал Селтәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook