Биҙәүестәр ни һөйләй?

Биҙәүестәр ни һөйләй?
Былтыр «Милли биҙәк» бәйгеһе уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шул уҡ ваҡытта яңы һорауҙар ҙа тыуҙырҙы. Биҙәүестәр өлкәһендәге буталсыҡтарға сик ҡуйыр өсөн уларҙың тамырына – тарихҡа мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Яңы рубриканы филолог Азат Салауат улы ҒАРИПОВ алып барасаҡ.


…Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме элек-электән үк төбәкте өйрәнеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән. Мәҫәлән, яҙыусы Владимир Николаевич Львов 1906 йылда ижад иткән «Шәмсинур» исемле әҫәрендә шундай күренеште һоҡланып һүрәтләй: «Ерҙә, йәйелгән аҡ кейеҙҙә, ғәжәп үҙенсәлекле матур байрам костюмында 12 – 15 башҡорт ҡатын-ҡыҙы ултыра ине. Ялтырап торған, мәрйен һәм көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән баш кейемдәре, шундай уҡ көмөш матур селтәрҙәр, артында көмөш уҡалы ҡара бишмәттәр, сағыу төҫлө күлдәктәр, ҡыҙыл, күк һәм йәшел сафьян итектәр – былар барыһы ла шундай үҙенә бер төрлө һәм аһәңле картина барлыҡҡа килтерә, мин ғәжәпләнеүҙән үҙемде тиҙ генә ҡулға ала алмай торҙом». Ошондай уҡ тәьҫораттарҙы башҡа күп кенә яҙыусы, ғалимдарҙың яҙмаларында осратырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙ кейемендә үҙәк урындарҙың береһен түшкә тағып йөрөтөлгән селтәр, яға, һаҡал һәм башҡа биҙәнеү әйберҙәре биләй. Бөгөнгө көндә уларҙы йыйыу, өйрәнеү йәһәтенән ҙур ғына тәжрибә тупланған...
Азат ҒАРИПОВ.
БДУ-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook