Өйгә илткән юлдар асылһын
Ҡатын-ҡыҙ һәм төрмә. Был ҡапма-ҡаршы төшөнсәле һүҙҙәрҙе бергә ҡабул итеүе ҡыйын. Ләкин тәбиғәт тарафынан балалар үҫтерергә, һөйөп, һөйөлөп йәшәргә яратылған заттың зиндандарға эләгеү осраҡтары юҡ түгел. Булмышына үтә алыҫ урындан тиҙерәк сығыу теләге менән яна ул, шул уҡ ваҡытта башында бер уй: иректәге тормошта ни көтә? Өйгә илткән юлдар асылырмы? «Өйгә илткән юл» – Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы иреккә сығырға әҙерләнгән гүзәл заттарға ярҙам итеү ниәтенән ғәмәлгә ашырған ҙур проект шулай тип атала. Был ойошма етәксеһе, БР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары, БР Башлығы эргәһендәге Ярлыҡау комиссияһы ағзаһы Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова менән ошо мөһим социаль проект хаҡында һөйләшәбеҙ.
...– Был проект хаҡында уй күңелемдә ун ике йыл элек тәүге тапҡыр ҡыҙҙар өсөн Ишембайҙағы ябыҡ махсус училищела булғанда уҡ яралғайны. Шунса ғүмер мин унда байрам һайын барып хәлдәрен беләм, күстәнәстәр, бүләктәр илтәм. Хаталы юлға баҫҡан ун бер йәштән ун һигеҙгә тиклемге үҫмер ҡыҙҙар тәрбиәләнеүсе училище – Иҙел буйы федераль округында улар өсөн берҙән-бер социаль, медицина, психологик ярҙам үҙәге. Ауыҙҙарынан ыуыҙ һөтө лә кипмәгән килеш хаҡ һуҡмаҡтан тайпылған балалар илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килтерелгән. Күңелдәрендәге ҡояшты ҡара болот ҡапламаһын өсөн йәнебеҙ йылыһы кәрәк уларға.
Проект Рәсәй Президенты ҡарарына ярашлы һәм «Гражданлыҡ намыҫы» хәрәкәте былтыр үткәргән конкурс нигеҙендә дәүләттән бүленгән грант иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – тимер рәшәткәле йорттарҙан сығасаҡ үҫмер ҡыҙҙарға һәм ҡатындарға хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеү.
– Проекттың нисек ғәмәлгә атҡарылыуы хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Беҙҙең ойошма эшенең бөтә йөкмәткеһе ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән һәм был юлы ла бурысыбыҙға өлгәштек, тип уйлайым.
Иректән мәхрүм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн проект сиктәрендә тәү сиратта төптән уйлап психологик семинарҙар программаһы булдырҙыҡ. Ярты йыл дауамында Өфөнөң 1-се тикшереү изоляторында, Стәрлетамаҡтағы 6-сы колонияла, Ишембайҙағы ҡыҙ балалар өсөн 1-се ябыҡ һөнәри училищела күп тапҡырҙар осрашыуҙар ойошторолдо. Билдәле психолог, «Башҡортостан Республикаһының бизнес-тренерҙар ассоциацияһы» вәкиле Ғабдулла Хәмитов йәнле тренингтар, айырым әңгәмәләр үткәрҙе. Танылған адвокат, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары Надежда Крылова, Башҡортостан Юғары судының отставкалағы почетлы судьяһы Нурия Минһажева ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө хоҡуҡи һорауҙарға яуап бирҙе. Ә проект координаторы Әнисә Еникеева осрашыуҙар барышында килеп тыуған сетерекле һорауҙарҙы сисергә ярҙам итте.
Өшөгән йәндәрҙе имләүҙә сәнғәттең илаһи ҡөҙрәтен файҙаланыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Халыҡ яратҡан йырсы Рәйлә Аҙнаҡаева, популяр «Ант» төркөмө сығыштары ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләнгән күңелдәргә асҡыс яратыуға булышлыҡ итте...
...– Ябыҡ йорттарға эләгеүселәрҙең күбеһенең күңел тәҙрәләре лә ябыҡтыр. Улар һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Беҙҙе башта үтә һағайып ҡаршы алдылар. Тәүге осрашыуҙа алғы рәттә бөрөшөп тигәндәй ултырған ҡатынды һаман хәтерләйем. Янында «Ышан, бөтәһе лә яҡшы булыр», – тип ҡабатлап, яҙылмаҫтай төйнәлгән ҡулдарын һыйпап ултырҙым. Икенсе осрашыуҙа яурындары турайған, йылмайыу сағылған йөҙөн күреп, күңелгә йылы инде. Килгән һайын ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡараштары асығыраҡ, тотоштары ышаныслыраҡ була барыуын, ихлас ылығыуҙарын күреп, тырышлығыбыҙ бушҡа түгеллегенә инандым...
...– Проект асылы ла уларҙы иреккә сығыуға әҙерләүҙән ғибәрәт. Шул хаҡта бәйән итһәгеҙ ине.
– Бикле ишектәр артында йәшәү ҡатын-ҡыҙҙы үҙгәрткән кеүек, йылдар буйы уларһыҙ барған тормошта туғандары, дуҫтары ла, әлбиттә, үҙгәрә. «Төрмәлә булған» тигән тамғалы ҡатын-ҡыҙға эш табыуы ауыр. Ғөмүмән, элеккесә йәшәү мөмкин түгел. Барыһын да ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар – һеҙ шуға әҙер булырға тейеш, тип һеңдерәбеҙ. Нимә көтөүен яҡынса тоҫмаллап, уйын рәүешендә ҡоролған дәрестәрҙә улар күп хәлдәргә әҙерләнде – шунда уҡ эш таба алмау, йәндәй күргән әхирәтенең йөҙ бороу һәм ғаиләһендә ауыр һүҙ ишетеү мөмкинлеген күҙаллап, барыһын да тыныс ҡабул итергә өйрәнде. Бындай осраҡтарҙа ниндәй һүҙ әйтергә, нисек юғалып ҡалмаҫҡа, артабан ниндәй аҙымдар яһарға? Ҡанатыбыҙ аҫтындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың был һорауҙарға яуабы әҙерҙер, тип уйлайбыҙ.
Иң мөһиме – улар проблемаларын үҙҙәре хәл итә алмағанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, иректә нимә менән шөғөлләнәсәген белергә тейеш. Мәҫәлән, мутлыҡ ҡылғаны өсөн иркенән мәхрүм ителгән бер ҡатын, кире тәжрибәһен йәмғиәткә файҙа килтереү маҡсатында ҡулланып, енәйәт схемаларын асыҡлаусы аудиторлыҡ фирмаһы асырға йыйына...
...– Проект йоғонтоһонда яңы тормош башлаған ҡатын-ҡыҙҙар менән бәйләнешегеҙ әле лә дауам итәлер?
– Әлбиттә. Социаль селтәрҙә илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан хаттар алам, телефон аша һөйләшеп торабыҙ. «Уҡырға индем!», «Кейәүгә сығам!» тигән матур хәбәрҙәр генә ебәрмәйҙәр, борсоулы яңылыҡтары менән дә уртаҡлашалар. Мәҫәлән, яңыраҡ Ишембайҙағы махсус училищенан Өфөгә ҡайтҡан ун ете йәшлек ҡыҙ әсәһенең эсеүе, уны өйгә индермәүе хаҡында илап шылтырата. Яҡшы уҡыусы, һәләтле был бала хәл иткес ошо мәлдә ярҙамыбыҙҙы тоймаһа, әсәһенең юлына баҫмаҫ тимә.
Ҡылған гонаһтары өсөн ҙур юғалтыуҙар менән түләгән, кешеләрҙең кисереүен көткән ҡатын-ҡыҙҙарға яҙмыш артабан шәфҡәтлерәк булһын ине, тип теләйбеҙ. Ғәмәл дәфтәрҙәрен аҡ биттән башлап ебәрергә ярҙам итәйек уларға.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА
әңгәмәләште.
әңгәмәләште.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.
Теги: Рәшиҙә Солтанова