СУЛПЫЛАР – «ОНОТОЛҒАН ҠИММӘТТӘР»

Башҡортостанда hәм күрше өлкәләрҙә биҙәүестәр итеп ҡулланылыусы сулпы hәм көмбәҙҙәр әле лә күпләп осрай. Сулпы-көмбәҙҙәрҙең яҙмалары брахми, арамей, кхароштхи, хазар хәрефтәрен hәм башҡорттоң нота тамғаларын ҡулланып башҡарылған.

...Мәҫәлән, Ейәнсура районы Ибрай (Урмансы) ауылында йәшәүсе Хаҡҡолой Хәбибҡолой улы Ҡыҙрасов «Айыры ҡарағай» тип аталған ерҙә тапҡан сулпыла башҡорттоң «Саҡ менән Суҡ» бәйетенең көйө сүкелгән булып сыҡты.
СУЛПЫЛАР – «ОНОТОЛҒАН ҠИММӘТТӘР»
Ноталарыбыҙҙың «Доңри миhасул лясин\\Тәңрене маҡтар өсөн барлыҡҡа килтерелгән тел» тигән махсус атамаһы булып, билдәләре ошондай рәүешле.
Ғәжәп хәл! «Ҡырағай-күсмә тормош алып барған» тигән башҡорт борондан мәҙәниәтле, юғары зауыҡлы халыҡ булған да баһа! Уйға һала! Ахыр, тарихыбыҙҙы ентекләп өйрәнгәндән hуң, шуға төшөндөм. Беҙҙең ир-ат, алыҫ көтөүлектәрҙә йә оҙайлы яуҙарҙа йөрөү сәбәпле, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү күбеһенсә ҡатын-ҡыҙ тарафынан атҡарылған. Ир балалар 12 йәшкә тиклем ғаиләлә, әсәләре янында, тәрбиәләнеп, бер мөсәл үткәс, йә ат ҡараусы, йә ҡорал йүнә­теүсе булып ғәскәри хеҙмәт башлаған. Күсмә тормошта китап ташып йөрөп булмай. Ата-бабалар, ҡатындарына ярҙам йөҙөнән, биҙәүестәр менән уҡыу-уҡытыу әсбаптарын берләштерә.
СУЛПЫЛАР – «ОНОТОЛҒАН ҠИММӘТТӘР»
Мәләүез районында табылған бер биҙәүестән күренеүенсә, уларҙың hәр береhе йә ниндәйҙер дини мөнәжәткә, йә иhә, Ейәнсура сулпыhы кеүек, айырым халыҡ көйҙә­ренә бағышланған. Биҙәүес сулпыларындағы мәғлүмәттәр талас-сирия hәм нота яҙмалары ҡулланып башҡарылған...

...Тәнҡитселәребеҙ айырым hүҙҙәрҙе «башҡорттоҡо түгел» тип, был мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙан айырырға тырышыр. Шуға күрә уларҙың бик борондан башҡорт текстарында ла, XX быуатҡа тиклемге башҡорт hәм татар әҙәбиә­тендә лә ҡулланыуҙарын атап үтәм.
«Ннитуз» – ҡушма hүҙҙер, йәғни «Нни+туз\\икмәк-тоҙ». Ғабдулла Туҡай яҙа: «Миңә hәр көн бирә ул аш вә наны».
«Низлу» – шулай уҡ ҡушма hүҙ. «Ней+залу\\Тыңла аҙашҡан кем». «Ней» hүҙе хәҙерге телебеҙҙә «тыңла әле» тигәнде аңлата. Ошо ук hүҙҙе Ғәбделтаhир әл Бөрйәни иhә «нәгү\\тыңла» тип яҙа. Ҡәйүм Насыри, мәҫәлән, былай ти: «вә hәвәскә эйәргән кеше залләләттер».
«Нирзг» – ҡушма hүҙ «ни+рзг\\йәшерен булмаған».
Ҡол Ғәли яҙа: «Разын эҙләп айрык hүҙ hис өндәшмәне».
«Лмг» – боронғо hүҙ, хәҙерге башҡорт теленә «ялтырауыҡ, нурлы» тип тәржемә ителә.
«Ктп» – диалект hүҙ, «кдб\\алдаҡсы» мәғәнәһендә. Утыҙ Имәни яҙа: «Оғроно, кәзибте hәм наҙанды ғалим кемсә сәвәме шимде уны».
«Глн» – диалект hүҙ, «гыйллан\\асыуҙан; күрә алмауҙан» hүҙенән. Ғабдулла Туҡай яҙа: «Күрмәй иҙҙе беҙҙе милләт күҙендә булған гыйлләттэн».
«Злкн» – диалект hүҙ, «за лөгән\\тел хужаhы; hүҙ хужаhы» тигән мәғәнәлә.
Мәләүез сулпыларының аналогы Йылайыр районында ла табылған.
Шулай итеп, айырым сулпылар өлгөhөндә бөгөн башҡорт көйҙәре тураhында яңы мәғлүмәт белдек. «Сулпы» hүҙе «онотолған ҡиммәт» тигәнде аңлата. Тимәк, «онотолған ҡиммәт­тәргә» рухи ҡомартҡылар, көйҙәр яҙып, изге хазинаны киләсәккә мираҫҡа ҡалдырған ата-бабалар.
Иршат ЙӘНБИРҘИН.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook