«Иң мөһиме – күңел ихласлығы...»
Билдәле әҙибә, уҡытыусы, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаева күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– 2017 – Тәбиғәтте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Был һеҙҙең ижадығыҙҙа төп тема тип тә әйтергә була. «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» әҫәре тәбиғәтте, Ер шарын һаҡлауға арналған. Был китап 2014 йылда республика буйынса иң уҡымлы тип табылды. Уңыш сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Өләсәйем мине бик яратты. Ул сәскәләрҙе сәбәпһеҙ өҙмәҫкә, һыуҙы тәләфләмәҫкә өйрәтә торғайны. Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡмын. Ә изгеләр хаҡында яҙа башлағас, Аллаһы Тәғәләнең Ер шарын юҡтан бар итеүен һәм кешеләргә уны һаҡларға ҡушыуын белдем. Был хаҡта йыш уйландым. Дин кешеләренең Еребеҙгә ни өсөн һаҡсыл ҡарауын аңланым. Әүлиәләр хаҡында яҙғанда ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш иң беренсе урында булды. «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» әҫәре бына шулай барлыҡҡа килде.
– Һеҙ бит хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яҙа башлағанһығыҙ. Ижадығыҙҙың инеше ҡайҙан?
– Бала саҡтан әҙәби китап уҡырға яраттым. Яҙыусыны буй етмәҫлек бер илаһи зат һымаҡ күрә инем. Яҙыштырһам да, уны кешегә уҡытып ҡарарға батырсылыҡ итмәнем. Бер саҡ Сибай ҡалаһында Яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килде. Әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, мин был ойошма менән тығыҙ бәйләнештә эшләнем. Йәш шағирә, ойошманың әҙәби консультанты Гөлназ Ҡотоева хикәйәләремде уҡып сыҡты ла: «Әйҙә, гәзит-журналдарға бирәйек», – тине. Үҙе мөхәррирләп, машинкала баҫып, «Ағиҙел» («Ауыл бисәһе»), «Шоңҡар» («Этле ҡунаҡ»), «Башҡортостан ҡыҙы» («Ала ҡаҙ») журналдарына илтеп бирҙе. Хикәйәләр өс журналда ла баҫылып сыҡты. Ул саҡта «Ағиҙел»дә Рәшит Солтангәрәев эшләй ине, ул, әҙәбиәткә яңы яҙыусы килде, тип бик шатланды. Кәңәше әле лә иҫтә: «Яҙаһың икән, яҡшы яҙ. Бер насар яҙған әҫәреңде уҡып, был яҙыусыны уҡып тормайым, тиерлек булмаһын», – тип иҫкәртеп ҡуйғайны. Юл башымда ижадыма иғтибарлы кешеләр осрамаһа, кем белә, бәлки, яҙыусы булып китә алмаҫ инем. Бөгөн дә ошо ике намыҫлы, ярҙамсыл ҡәләмдәштәремә сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Лира апай, ә яуызлыҡҡа нисек ҡаршы торорға?
– Әҙәм балаһы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белергә тейеш. Ҡай саҡта яҡшылыҡ эшләйем тип яманлыҡ та ҡылып ҡуябыҙ. Был бигерәк тә бала тәрбиәләгәндә күренә. Теләк теләгән саҡта ла кешенең әйткән һүҙҙәрендә уның рухи кимәле сағылыш таба. Доғаларҙа күңел ихласлығы мөһим. Дини тәғлимәт буйынса, эшләгән яҡшылыҡ та, насарлыҡ та, теләгәндәребеҙ ҙә үҙебеҙгә әйләнеп ҡайта.
Изге күңелле кеше һис ҡасан кешегә насарлыҡ эшләмәҫ, яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәҫ. Әммә дин яуыздарҙан һаҡ булырға өйрәтә. Йылан саҡмай тора алмай. Яуызлыҡ – шайтандан, тибеҙ. Әҙәм балаһының иман ныҡлығын һынар өсөн Аллаһ ергә Шайтанды ебәргән. Төрлө ауырлыҡтар беҙгә иманыбыҙҙы һынау өсөн бирелә. Һынауҙарҙы һынмай үткәндәр ҡасан да бер бәхеткә юлыға.
Азалия МИРЗАЕВА әңгәмәләште.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Лира Яҡшыбаева