Йыр-моңға ғашиҡ

Йыр-моңға ғашиҡ
Сәнғәт донъяһы – үҙе бер мөғжизә. Йыр сәнғәтенә, сәхнә тормошона танһыҡ булып килеп ингән үҙенсәлекле моңло тауышлы Лилиә Ғәлиева тураһында булыр һүҙем.

Лилиә Тәтешле районы Мәмәтәй ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының мате­матика һәм информатика бүлеген 2017 йылда тамамлай. Уның бик күп сәхнә сығыштары университет менән бәйле. Йырсы булараҡ үҙен асырға ошо уҡыу йорто этәргес бирә. Йырға ғашиҡ ҡыҙҙың тауышына һоҡланып, уны төрлө кисәләргә, байрамдарға саҡыралар. «Ни өсөн тормош юлыңды сәнғәт менән түгел, ә математикаға бәйләнең?» – тип һораусылар ҙа осрай. Шулай ҙа быға уның аныҡ яуабы әҙер. Был фәнде бала саҡтан ярата, ҡатмарлы мәсьәләләр уға бик ябай тойола, уларҙы рәхәтләнеп сисә. Шуға ошо юлдан китеүенә Лилиә һис үкенмәй.

«Бәләкәйҙән йә уҡытыусы, йә йырсы булып уйнай инем. Йыр-моңға ғашиҡ атай-әсәйем һәләтемде төрлө яҡлап үҫтереүемә ҡаршы килмәне, киреһенсә, гел маҡтап-дәртләндереп кенә торҙо», – ти ул.

Әлеге көндә Лилиә күңеленә яҡын ошо ике һөнәрҙе үҙләштереү теләге менән йәшәй. Һандар донъяһында үҙен бәхетле тойһа ла, йөрәгендә урғылған моң уны һәр ваҡыт илаһи сәнғәткә әйҙәп торасаҡ. Шишмә сылтырауын, һандуғас һайрауын ишетеп үҫкән ҡыҙ күңеле менән йыр-моң иленә тартыла. 2015 йылда университеттың бер нисә талантлы студентын «Болғарға сәйәхәт» менән бүләкләйҙәр, шул төркөмгә Лилиә лә эләгә. Был сәйәхәт онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырып, күңелен йылы тәьҫораттар менән байыта. Унда танылған шағирҙар, композиторҙар, яҙыусылар, талантлы йәштәр менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу бәхетенә лә ирешә.

Бәләкәй сағынан йырларға яратҡан Лилиә сәхнә түрен тәүҙә талғын моң менән биҙәй. Ул башҡарған тәүге йыр «Көт, һөйгәнем, мине!» тип атала. Авторҙары – танылған шағир Миҙхәт Әбделмәнов һәм композитор Илшат Фәтихов.

Әлеге ваҡытта уның репер­туарында күбеһенсә дәртле йырҙар сағыла. Араларында ата-әсәһенә, һөйгән йәренә бағышланғандары ла бар. Ул алдағы йылдарҙа иң матур сығыштарын туплап, диск сығарыу маҡсаты менән яна.

Лилиә йырҙарҙы башҡортса ла, татарса ла яратып башҡара. Уның «Йәнем-йәнекәйем», «Көт, һөйгәнем, мине!», «Һин килгәнһең икән» исемле йырҙары күптәрҙең күңелен яулап өлгөргән. Әйткәндәй, репертуарына билдәле йырсы Elvin Grey, йәғни Радик Юлъяҡшиндың иң популяр йырҙарының береһе – «Ашҡына ғүмер» ҙә ингән.

Йәш, күңеле моң һәм сихри һандар менән тулған йырсы ҡыҙыбыҙға алдағы тормошоңда уңыштар, ижади бейеклектәр, артабан һүрелмәй, ижад күгендә балҡып яныуын теләйек.
Лилиә САФИНА.
Тәтешле районы.



Теги: Ҡыҙы барҙың наҙы бар




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook