БАШҠОРТ ШӘЛЕ ТИГӘН МӨҒЖИЗӘ

БАШҠОРТ ШӘЛЕ ТИГӘН МӨҒЖИЗӘ
Дебет шәл бәйләп, балаларын аяҡҡа баҫтырған, хәләл ризыҡ тәмен тәмләткән ҡәҙерле әсәйемә, инәйҙәремә, апайҙарыма арнайым.


Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы янында бөтә илгә дан ҡаҙанған башҡорт шәле лә бар. Башҡорт дебет шәле Башҡортостан халҡын ғына түгел, бөтә Урал буйын, Ырымбур өлкәһен, Үзбәкстан, Алыҫ Көнсығыш, Себер, Мәскәү, Ханты-Манси тарафтарын да йылыта. Уның шифаһын халҡыбыҙ борондан белгән, дебет алыу-һайлау серен, бәйләү оҫталығын ҡулдан ҡулға тапшырған. Башҡортостанға күсеп килгән халыҡтар ҙа был мөғжизәнең бөйөклөгөн аңлап, үҙ оҫталығын, үҙ йүнселлеген өҫтәгән.

ТОҠОМЛО КӘЗӘҢ БАРМЫ?
Башҡорт шәле – Көньяҡ Уралда көн иткән башҡорт халҡы өсөн тарихи-иҡтисади, милли-мәҙәни күренеш, ти этнографтар. Ошо таулы-далалы төбәктә йорт кәзәһенең уникаль тоҡомо – йылы, матур һәм яҡшы сифатлы мамыҡ-дебет бирә торған төрө үрсегән. Йүнсел хужабикәләрҙең үҙенә туй бүләге булып, бирнә менән эйәреп килгән кәзәһенең нәҫелен өҙмәйенсә, һаҡлап үрсетеүе, иң дебетле, сыҙамлы кәзәне тоҡомға һалыуы («орлоҡҡа ҡалһын» тигән булалар) һәм мамыҡ өсөн тотоуы хәҙер ҙә бар. Кәзәнең һөтө, ите, тиреһе лә кеше һаулығы өсөн файҙалы.

ХАЛЫҠ ӘЙТӘ:
Кәзә һөтө — ҡаймаҡ.
Кәзә һөтө — шифа.
Аҡ кәзәнең һөтө — үпкә сиренән дауа.
Һыйырың булмаһа, кәзәгә лә апа тиерһең.


БАШҠОРТ ШӘЛЕ ТИГӘН МӨҒЖИЗӘЙӘШӘЙ БЕР РИҮӘЙӘТ
Ейәнсура яғында Һүрәм йылғаһы буйында берәүҙең ҡатыны бик оҫта шәлсе була. Килен булып килгән мәлендә ул арбала ултыра бирә – таянып төшөрлөк мөгөҙ көтә. Бейеме уға бер башмаҡ килтерә. Башмаҡ артынан күк дебетле йәш кәзә тәкәһе эйәреп сыға, мәүеш башмаҡты ситкә һөҙөп ебәрә лә киленгә ҡаршы ынтыла. Малҡайҙың шуҡлығына хайран ҡалып, йәш килен уның муйынына таҫма бәйләй, майлы көлсә бүлеп ҡаптыра. Тәкәнең ҡоростай ҡаты һәм көслө мөгөҙөнә таянып, былай булғас, шартлатып донъя көтәм, тип уйлап-ниәтләп килеп төшә килен. Бер-ике йыл үтеүгә уның кәртәһе тулы кәзә булып китә. Улар көмөштәй көләс, йәйғорҙай йәмле, ебәктәй еңел дебет бирә. Егәрле ҡатын бөтә ғаиләһе менән ҡыш буйы дебетте эш итә – күҙ яуын алырҙай, йырға һалып йырларҙай шәлдәр бәйләй. Кәзәне бөтөрөү, шәхси хужалыҡты ҡоротоу буйынса аҙаплы сәйәсәт был төпкөлгә лә ябырыла. Колхоз рәйесе йыйылыш яһап, иртәгә ауылда бер кәзә лә ҡалмаһын, көтөүлектәр – колхоз малы өсөн генә, тип бөтә ауылды хәсрәткә һала. Колхоз эшенә аяҡ сала, тип баяғы түрәкәй кәзәгә ҡаршы һуғышты шул тәкәнән башлай: көтөү башында эре генә ҡайтып килгән күк тәкәне атып йыға. Мал ҡото булған тәкәһе әрәм булғанға бик әсенә, бик уфтана хужабикә һәм уны тау башына сығарып ерләй. Яҙҙан көҙгәсә кәзә малы таштан-ташҡа ирәйеп һикереп йөрөгән тау ҡырлаһын Күк тәкә һырты тип әйтеү шунан ҡала. Ил башлыҡтары бойороғо менән йорт кәзәләре бер нисә көндә кәртә-ҡураларҙан көтөүе-көтөүе менән юҡҡа сыға. Әлеге ҡатын йәһәтләп оло юлға сыға. Уҙып барған машиналарҙың береһен туҡтатып, Ырымбур өлкәһенә ҡараған Һарыҡташ станцияһындағы знакумына күстәнәс ебәрә. Ике ҡытай тоғона иң яҡшы дебетле кәзәһен һәм кәзә бәрәстәрен һалып, йәшереп кенә тейәп оҙата ул урыҫ белешенә. Сәләмен дә күндерә: «Это не коза, это – алтын. Не резать, не убить, а то беда будет... Пять лет жди. Сколько коза будет, столько алтын будет». Шулай итеп, ауылдар кәзәләрҙән «азат ителә». Тау текәләре, һырттары, кәзә һуҡмаҡтары бушап ҡала, уларҙы таш ҡаплай, үлән баҫа, татлы һәм файҙалы тау үләндәре – әтмәкәй, селе йыуаһы, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡуҙғалаҡтар – кәзә яратҡан йәшел витаминдарҙан кешеләр ҙә мәхрүм була. Ҡулы эш һорап, күңеле кәзәне һағынып, шәл оҫталары бойоғоп ҡала. Кәзәгә ҡаршы «яу» бер нисә йылдан баҫыла төшә, баяғы ҡатын Һарыҡташҡа юллана. Трактор арбаһына тейәп егерме ике баш кәзә тейәп алып ҡайта ул, ниндәй генә алтындарын биреп знакумын ризалатҡандыр, әммә ауылда йәнә дебетле кәзәләр үрсеп китә. Ҡот кире ҡайта.
Сәрүәр СУРИНА,
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
(Дауамы бар.)


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2018) һанында уҡығыҙ.



Теги: Башҡорт шәле Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook