Башҡорт аҫалы балаҫы
Оҫталарҙың да оҫтаһы, «Башҡорт балаҫы» республика фестивалдәре лауреаты, башҡорт аҫалы балаҫын бөтә Рәсәй халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәләренә алып сығыусы фиҙакәр йән – Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан Назыя Фазлый ҡыҙы Әхмәтвәлиева әле лә ҡаңлы һәм ҡырҡөйлө-мең ырыуына бик тә хас булған был эштең уртаһында ҡайнай. Башҡорт аҫалы балаҫын һуғыу традицияһын тергеҙеүселәрҙең береһе Рабиға апай Йәрмиева Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәй. Сәйетбабалағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә ойошторолған балаҫ һуғыу түңәрәгенә лә күп өмөттәр бағлана, әммә ысын оҫталар һирәк була икән шул. Кесе Табын ырыуы көн иткән был ауылда электән бик яҡшы балаҫсылар булған, сепрәктән, йөндән балаҫтар – турпыша менән көйөҙ һуғып донъя көткән был быуындың бер-ике ярсығы ғына ҡалған. Шундай аҫыл оҫталыҡ ярсығы – Миңнеямал апай Рәхимованың ҡыҙы Минира Харрасовала. Әсәһенән ҡалған иҫке ағас станокта – балаҫ һуғыу урынында ул ифрат сифатлы яңы көйөҙҙәр һуға. Йөн ептәр һатыуҙыҡы булһа ла, эшләнеше боронғоса таҫыллы һәм ныҡлы булғас, Минираның эштәре күҙҙе иркәләй, шундуҡ күңелгә ята. Оҫталыҡты һатып алмайҙар, отоп алалар шул. Ул таҫыл бармаҡтары һәм күңел зауығы менән бала саҡтан әсәһенән өйрәнгән эштең элекке аҫыл үҙенсәлеген һаҡлай алған.
Нәҫеле менән балаҫсы тигән дан алғандар һәр ауылда осрай. Миәкәләге Илсеғол ауылында йәшәгән Шәһәрбаныу апай Арыҫланова былай ти: «Мин балаҫ ҫуҡмай бер көн тора алмайым. Әлшәй яғында Ҡармышта йәшәгән ҫеңелем Гөлсөмбаныу минән дә арттыра, ул аҫаламайынса тороуға бер сәғәт тә түҙмәй...» Ысынлап та, улар икеһе лә – апалы-һеңлеле оҫталар – Дим буйы халҡын аҫаларға байытҡан легендар шәхестәр.
Бөтә республикаға танылған оҫталар бар – Әлшәй районынан Фатима Нурислам ҡыҙы Шөғәйепова, Минзилә Зөфәр ҡыҙы Муллағолова, Нәсимә Fәлиәхмәт ҡыҙы Зәйҙуллина, Гөлсөмбаныу Хажиәхмәт ҡыҙы Fәбдрәхимова, Миңлегөлсөм Ниғмәтулла ҡыҙы Fәлиуллина, Рәйсә Fарифулла ҡыҙы Рафиҡова, Тәслимә Fата ҡыҙы Кәлимуллина, Вәрисә Маннан ҡыҙы Имаева, Зөһрә Арғынбай ҡыҙы Әхмәтовалар, Миәкәнән Рәйлә Шәймәрҙән ҡыҙы Зәйнуллина, Гүзәл Рауил ҡыҙы Вәлитова, Бишбүләктән Сәғәҙәт Мәжит ҡыҙы Фәсхиева...
Балаҫты һуғырҙан алда йөндө тетеү, иләү, сиратыу, буяу, йомғаҡлау эше тора. Уны өмә менән башҡарыу яйһыҙ. Йөн ептең йыуанлығы, сираҡлығы балаҫтың сифатында сағыла. Шуға күрә иләү-сиратыу бер ҡулдан, йәғни бер генә кеше тарафынан эшләнһә, балаҫ тигеҙ була. Балаҫ һәр ваҡыт кемгәлер бағышлап һуғыла. Һатыр өсөн әҙерләнгән балаҫ та Аллаға тапшырылып, изге теләк, матур хистәр менән башлана. Аҫаны – орнаментты һайлау ҙа мөһим. Ҡыҙға йәки ир балаға тәғәйен аҫалар була. Ҡайһы бер оҫта ҡулы-күҙе өйрәнгән айырым бер аҫаны ғына үҙ итә. Ләкин ысын оҫталар боронғо аҫаны күсерә, үҙгәртеүҙән, боҙоуҙан тыйыла. Һәр аҫаның көсө, ырымы, мәғәнәһе булыуға ышаналар. Һуңғы осорҙа балаҫҡа сағыу рауза һүрәтен ҡуйыуҙы балаҫ оҫталары һәм ғалимдар хупламай. Самаһыҙ сыбарлыҡ, артыҡ сағыу төҫтәр балаҫтың тылсымлы матурлығын кәметә. Шуға күрә аҫалы балаҫтағы боронғо башҡорт биҙәү орнаменттарына өҫтөнлөк бирелә. Башҡорт аҫалы балаҫының халыҡсанлығы, эпик мәғәнәһе, зауыҡлы төҫтәрҙә балҡышы юғары баһалана.
Башҡорт аҫалары: «Йондоҙ», «Баҙыян», «Айсыҡ», «Ете алма», «Батмус», «Еләк сәскәһе», «Самауыр тояғы», «Әҙрәс», «Көнбағыш сәскәһе», «Сулпы», «Ҡаҙ тәпәйе», «Бетеү»…
Сәрүәр СУРИНА,
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы.
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Материалдың тулы вариантын журналдың 8-се (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр Ҡулыңдан һөйөн