Башҡорт аҫалы балаҫы

Башҡорт аҫалы балаҫыИғтибар: яңы рубрика! Бында маһир оҫталарыбыҙ һәм уларҙың эштәре хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.

...Төрлө геометрик фигуралар менән биҙәп, йөндән һуғылған балаҫтарҙы мин тәү башлап Дәүләкән районы Боранғол ауылында бынан ҡырҡ йыл әүәл – 1977 йылда күрҙем. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта бергә уҡыған дуҫ ҡыҙым Рәмилә Ҡорбанғәлиева мине үҙҙәренә 1 Май байрамына ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Дим туғайҙары, Асылыкүл, Шарламалы Боранғол тауҙары менән бергә мине был төбәккә ғүмерлеккә мөкиббән ғашиҡ иткән ғәжәйеп асышым – аҫалы балаҫтар булды. Рәмиләнең ҡарт нәнәйе уларҙы һәр балаһына, оноғына арнап үҙе һуҡҡан. Аллы-гөллө балаҫтар ҡупшы итеп таҫланып һике башында түшәмгә хәтле өйөлөп тора. Мин уларҙы күҙем менән генә, йәшереп кенә һананым. Егерме өс балаҫтан торған ҡатлы-ҡатлы был хазина миңә хандарҙың, батшаларҙың байлығынан да артыҡ күренде...

...Егәрле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бер төбәктә дебет шәл бәйләй, икенсе яҡта кейеҙ баҫа, ә ҡайһы бер урында балаҫ һуға. Балаҫ һуғыу – башҡорт халҡының борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән – еп итеп эшкәртерлек һәр төрлө тәбиғи материал ҡулланылған. Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы ярҙамында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, көйөҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралтыһына әйләнгән. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫ­тарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы – аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе...
Сәрүәр СУРИНА,
БР һәм РФ Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡулыңдан һөйөн Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook