«Яҙҙарымды инде хәҙер һағынмайым — Һөйөү дәүерендә йәшәйем мин...»
Наталья Михалева-Сайа
Наталья Михалева-Сайа – арҙаҡлы яҡут яҙыусыһы, байтаҡ китаптар, фильмдар авторы. Оҙаҡ йылдар яҡут телевидениеһына һәм матбуғатына хеҙмәт итә. 2013 йылдан — РФ Федерация Советы ағзаһы А.К. Акимовтың ярҙамсыһы. Бар ғүмерен саха мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә арнаған ханымдың шиғри донъяһы ла халҡының тарихын, көнитмешен, тормошто үҙенсәлекле күҙаллауын асыҡ сағылдыра.
Минең көҙөм
Яратамын яҙҙы.
Уның азат рухын,
Киң күктәрҙе биләп
Талпыныуын.
Мин үҙем дә шулай
Ярһыу холоҡломон,
Шуға ла ят көҙҙөң
Һалҡын тыны.
Ә бит ғүмер көҙөм,
Оҙаҡ көттөрмәйсә,
Тып-тын тулҡын булып
Килеп инде.
Йәшел күҙгә
Һөрмә тарттымы ни?
Йәшәү көсө менән
Көҙөм еңде!
Яҙҙарымды инде
Хәҙер һағынмайым —
Һөйөү дәүерендә
Йәшәйем мин.
Алтын япраҡтарҙан
Ҡорғандарым асам,
Ҡана, ҡымыҙымды
Бешәйем, тим!
Үткәндәрем минең —
Түңәрәк бер аҡлан,
Ныҡлы тора унда
Көмөш сәргәм.
Киләсәгем, күрсе —
Алтын сәргәле тау,
Тирә-яҡҡа унан
Таралалыр бар йәм.
Эй, ғүмерем минең,
Мин рәхмәтле һиңә,
Япраҡ ҡойған һымаҡ,
Көҙҙә шиғыр ҡоям.
Һөйөү ҡоло булып,
Йөрәктәрем тулып,
Иң ҙур хәҡиҡәтте
Мин бит шулай тоям.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, ышан,
Өмөт — күңелемдә,
Алтын көҙгө алдым
Мин юлдашҡа.
Һуңғы һөйөүемдән
Донъям яҡтырғанда,
Миңә кәрәк түгел
Бәхет башҡа.
Музейҙа
Туғыҙ мөгөҙлө дөмбөрҙәк
Диуарымда бәүелә.
Күҙ тултырып бер ҡараһам,
Әллә ҡапыл терелә?
Дөмбөрҙәктең йөрәге лә
Ниҙелер һиҙә микән?
«Бәр миңә, уйна!» — тигәндәй,
Дарһылдап тибә икән?
Шалтырай тимер суҡтары,
Яңғырап сыҡты тауышым.
Таяғы өҫкә ырғыны,
(Төшмө был, әллә ысын?)
Дөмбөрҙәтеп, күңелемде
Солғаны шауҡымына.
Һулышым килә тип торам
Шул мәлдә алҡымыма.
Сихырҙан саҡ ҡотолдом да
Уйлайым аҙаҡ: «Әллә?..»
Юҡ инде, юҡ, мин тик кеше,
Кәрәкмәй бындай ғиллә.
Дөмбөр ҡапыл шымып ҡалды,
Тынды туғыҙ мөгөҙө.
Ауыҙ ҡымтып өндәшмәгән
Бер ҡарт бабайҙай үҙе!
Өндәшмәһә лә, ишетәм —
Мығырҙанып, мөйөштә
Яй ғына өзләүен белә
Эленеп торған килеш тә...
Саха биҙәге
Алтын-көмөштән һырлап,
Ай һәм Ҡояштай ҙурлап,
Тойуҡтай* моңло йырлап,
Йола-ырымды барлап,
Һөйөклө ҡатынын да,
Уйнаҡлап торған атын
Биҙәй ул — шуға Тәңре
Яраталыр ир затын.
Бәйләп ҡуя суҡтарын,
Тағып ҡыңғыраҡтарын,
Әтмәләй ул айылын —
Шәп, яңғыраҡтарын!
Теләй изге теләктәрен —
Түшелдерек сыңлаһын,
Биҙәүестең моңло йырын
Бар тирә-яҡ тыңлаһын!
Боронғолар йолаһынса
Ҡойолған тимер сыңы
Бәләләрҙән һаҡлаһын, тип —
Атын һәм дә ҡатынын!
Юҡ, өйрәнсек түгел — оҫта,
Милләтенең йөҙө ул,
Алтын талантҡа бәрәбәр
Мөхәббәтле һүҙе ул.
Мәҙхиәһен йырлай, яҡлап
Атай-олатай хаҡын,
Бәләләрҙән ҡурсып торған
Ҡатынын һәм дә атын.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ тәржемәһе.
*Тойуҡ – яҡуттарҙың тамаҡ төбөн ҡалтыратып йырлаған оҙон көйө.
Теги: Наталья Михалева-Сайа