Һыуынмаһын ошо йылылыҡ!

«Башҡортостан ҡыҙы», йыллыҡ йомғаҡтарҙы барлап, «Милли биҙәк», «Әсә йөрәге», «Өйөм йәме гөл генә» бәйгеләренең еңеүселәрен бүләкләне.
Һыуынмаһын ошо йылылыҡ!

Ҡотлайбыҙ!

Әхирәттәр! Йыл дауамында барған бәйгебеҙ аҙағына етте. Һеҙҙән бихисап эштәр алып ҡыуандыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күңел байлығына, зауығына, ижади ҡомарына һоҡландыҡ. Уҡыусыларыбыҙҙың йөрәк түрендә ятҡан хыялдарын тормошҡа ашырырға, һәләттәрен асырға, һөнәри оҫталыҡтарын үҫтерергә лә булышлыҡ иттек шикелле. Һәр эш үҙенсәлекле һәм маҡтауға лайыҡ. Бәйге еңеүселәре һәм ҡатнашыусыларға «Башҡортостан ҡыҙы»ның йылды йомғаҡлау тантанаһында иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау хаттары тапшырылды.
Һыуынмаһын ошо йылылыҡ!
1-се урынға сыҡҡан Благовещен ҡалаһынан Дилбәр Әхмәтова теген машинаһы алып һөйөндө.
2-се урынға лайыҡ Ғафури ра­йоны Сәйетбаба ауылы һылыуы Рәйлә Сабитова мультибешергесле булды.
3-сө урынды алған Шишмә ра­йоны Алкино ҡасабаһынан Анжела Ғәзизоваға үтек эләкте.

Бынан тыш, Сәбилә Зәйнуллина, Әминә Кашапова, Гүзәл Намаҙбаева, Зөлфиә Краснова, Тәскирә Даянова, Зөбәйҙә Һөйөндөкова, Флүрә Кейекбаева, Айгөл Вилданова, Зилә Сәфиуллина, Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар, Гөлнәзирә Буранҡаева, Алһыу Фәтхетдинова, Фәниә Әбсәләмова, Наҙгөл һәм Гөлйөҙөм Ҡотләхмәтовалар, «Нуриман китапхана-клуб системаһы»ның «Аҡ тирмә» клубы, Гөлсинә Дауытова, Филиә Ғәлиуллиналар журналыбыҙҙың дуҫтары – билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙарҙың махсус бүләктәренә лайыҡ булды.


«Өйөм йәме гөл генә» бәйгеһендә ҡатнашыусы гүзәлдәребеҙҙең егәрлелеге, бөтмөрлөгө, сәскәләр тураһындағы белеме таң ҡалдырҙы. Матурлыҡ яратыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың кемеһендер айырып ҡарау мөмкин дә булмағандыр. Шуға ла уларға урындар бирмәнек, ә иң-иңдәрен махсус бүләктәр менән билдәләп үтергә булдыҡ. Бына улар: Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Фәриҙә Әлбәкова, Межгорье ҡалаһынан Ләлә Ғәбделхаҡова, Өфөнән Альбина Фәйзуллина, Бөрйән районы Исламбай ауылынан Таңсулпан Ғәбиҙуллина, Сибайҙан Гөлдәр Ҡадаева, Мәләүез ҡалаһынан Наилә Әйүпова, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Лилиә Ишморатова. Тормош һуҡмаҡтарығыҙ һәр саҡ гөл-сәскәгә күмелеп барһын!

Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Киләһе бәйгеләрҙә лә көтөп ҡалабыҙ. Яңы йыл ижади һәләтегеҙҙе үҫтереүгә, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итһен!



Теги: Милли биҙәк Әсә йөрәге Өйөм йәме гөл генә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook