Юлдағы сәйер «мөхәббәт»
Юл йөрөгәндә кемдәр менән генә танышмайһың, ниндәй генә хәлдәрҙең шаһиты булмайһың да хайран ҡалырлыҡ ваҡиғалар тыңламайһың. Ни өсөндөр нәҡ юлда кешенең күңеле асыла. Моғайын, уның эс-серен үҙең менән алып киткәнгәлер...
Тобольск ҡалаһына купела бер үҙем барғайным, ҡайтҡанда иһә вагон туп-тулы ине. Етмәһә, урынымда балалы ҡатынды күреп, аптырап ҡалдым.
– Был минең урын, бына билетым, – тиеүемә иҫе лә китмәне бының.
– Ә-ә-ә... Минеке купе аша, шунда барығыҙ.
«Ғәфү итегеҙ» ҙә, «зинһар» ҙа юҡ – күҙем маңлайыма менә яҙҙы.
– Мин үҙ урынымда барырға теләйем! – тип ҡаты ғына өндәшкәс, йомшарғандай булды:
– Билет өҫкә тура килде, бала менән унда менеп бара алмайым бит инде, алышайыҡ әле...
– Аҫта барыр өсөн, хаҡына ҡарамай, билетты әллә ҡасан алып ҡуйғанмын, икенсе берәйһе менән һөйләш, – тим тегегә. Эш аҡсаламы ни, тигән кеүек аҡайып ҡарап:
– Уныһын ғына түләрмен! – ти был үсеккән тауыш менән. Әрһеҙлегенә иҫем китте. Йөҙөндә тамсы ла уңайһыҙланыу ғәләмәте юҡ. Хатта, уның урынын мин баҫып алғандай, үҙемде ғәйепле тоя башланым әле. Беҙ ығы-зығы килгән арала өҫтә ятҡан ирҙәр баштарын ҡалҡытты, аҫтағыһы тороп ултырҙы. Теге ҡатындың балаһы, өҫтәгеләрҙең берәүһен күреп ҡалғас, ҡыуанысынан түҙмәй урынында ырғандай башланы, барам, тип ҡулдарын һондо. Тегеһе, төшә һалып, күтәреп алды. Былар ирле-ҡатынлы икән, шуға киткеһе килмәйҙер, тигән уй йүгерҙе башымдан.
– Миңә урынлашырға кәрәк ине. – Донъяһын онотҡан ҡатындың иҫенә төшөрҙөм.
– Һеҙ тегендә күсә алмаҫһығыҙмы? – тип мөлдөрәп ҡараны баланың атаһы. Ахырҙа, ризалаштым. Шул саҡ аҫтағы ир: «Унда һиңә ҡыйын булыр», – тип үҙ урынын бирҙе. Рәхмәттәр уҡып тороп ҡалдым, ә теге ҡатын ләм-мим, әйтерһең, был хәлдәр уға бөтөнләй ҡағылмай, шулай тейеш...
Йәтешләп урынлашҡас, уҡый башлаған китабыма сумдым. Ара-тирә, ҡайһылай матур ғаилә, мөхәббәттәре көслө, тип баяғыларға күҙ һалып алам. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, ҡатыны «һайт» тигәнгә ире «тайт» тип, ауыҙына ғына ҡарап тора. Балаһы менән донъяһын онотоп уйнай. Ҡатын ыҫланған тауығын, колбасаһын сығарғас, дүртенсебеҙ ҙә үҙ аҙығы менән тамаҡ ялғарға төштө, мин дә табынға ҡушылдым. Өҫтәл артындағы йәнле генә һөйләшеү барышында теге икәүҙең ирле-ҡатынлы түгел икәнен аңлап алдым. «Бына һиңә мә!» тип уйлайым эстән генә. Һөйәркәһе лә түгел. Ни бары осраҡлы юлдаштар ғына. Ирҙең ҡатыны, ике балаһы бар, себерҙә эшләп йөрөй, әле ялға ҡайтып барышы . Ә ҡатын имсәк сабыйы менән ни өсөн юлға үҙе генә сыҡҡан, һораштырып ҡараһам да, белә алманым. Сәбәптәре булғандыр. Тиҙҙән өҫтәге үҙ урынына менеп китте, мин дә яттым. Сәғәт һуң ине инде. Пар күгәрсендәргә иһә ваҡыт туҡтап ҡалғайны, сөкөрләшә бирҙеләр. Бер мәл ҡатынҡай һыйынып ҡына ирҙең ҡосағында ултыра ине. Уларға ҡарап йәнем көйә башланы. Нисек инде, өйҙә ҡатыны менән ике ғәзиз балаһы көтә, ә ул бында оялмай ҙа сит бисәне ҡосаҡлап, сит сабыйҙы һөйөп ултыра! Дүртенсе юлдашыбыҙға ике донъя – бер мөрйә: күптән рәхәтләнеп хырылдай.
Ҡатын, балаһын йоҡлатҡас, сумкаһынан һыра банкалары, көнбағыш килтереп сығарҙы. Шул ғына етмәгәйне! Ризаһыҙлығым йөҙөмә сыҡҡандыр, егетебеҙ:
– Ғәфү итегеҙ, беҙ шым ғына, – тине итәғәтле генә. Эскән кеше шым буламы инде: лыбыр-лыбыр, шырҡ-шырҡ, өҫкө яҡтан хыр-хыр... Ҡапыл сумка төбөмдә беруши ятҡаны иҫкә килеп төштө. Кәрәк була ҡалһа, тип күптән һалып ҡуйғайным, бына бит, ярап ҡалды. Башымды ҡалҡытыуға, артыҡ тауышлана башлауҙарын һиҙепме, егетебеҙ һыраһын тиҙ генә һемерҙе лә, йоҡлайыҡ, тип урынына менеп ятты. Ҡатынҡай аңламай ҙа ҡалды шикелле, төндө икенсе төрлөрәк көткәндер, аптырауы хатта йөҙөнә сыҡты.
– Минең һырам тағы бар, – тип саҡырҙы серле тауыш менән, әммә тегеһе ишетмәмешкә һалышты. Ахырҙа, «ярай һуң» тип, түшәктәрен йәйә башланы...
Оҙаҡ уйланып яттым шунан һуң: поезд ул айырым бер ҡайнап торған тормош кеүек. Ерҙән айырылған тәүлектәрҙе нисек үткәреү тураһында һәр кем алдан уҡ хәстәрләй: кемдер китап ала, кәрт уйнарға яратҡандар – кәрт, өҫтәл уйындары, берәүҙәр тыңлап барырға йыр-көйҙәрен барлай, күмәк барғандар гитараһын ҡалдырмай... Яңы танышлыҡтар, аралашыу көҫәп юлға сығыусылар ҙа була. Поезда ла кемдер үҙен ғәҙәти, сабыр тота, бәйһеҙ холҡон күрһәтеп, аптыратҡандары ла осрай. Ваҡыт тиҙерәк үтһенгә яҡшы, итәғәтле юлдаштар тура килеүен теләргә генә ҡала. Һәр нәмәнең сиге була. Беҙҙең егет менән ҡыҙҙы алһаң да, әгәр йомғаҡты тағата башлаһаң, аҙағын төрлөсә тамамлап ҡуйырға мөмкин. Әйтәйек, төнө буйы эсеп, шаулап сығалар (ҡатынҡай, һырам бар, тине бит, вагон-ресторан да үҙ урынында); танышлыҡтары бер-береһенә һыйынышып ултырыу менән генә сикләнмәй; осрашыуҙары аҙаҡ дауам итеп, ғаиләләр тарҡалыуға уҡ барып етә... Нимәһен генә алһаң да, матур күренеш түгел. Аллаға шөкөр, егетебеҙ аҡыллы булып сыҡты, хәлдәрҙе тәрәнгә ебәрмәй, йоҡларға ятты...
Юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре
*Вагонға тәүҙә ир кеше инә, үҙе урынлашҡас, ҡатын-ҡыҙға сумкаларын ҡуйырға ярҙам итә. Поезд ҡуҙғалғас, купе булһа, ҡатын-ҡыҙ кейемен алыштырғансы, ир кеше коридорға сығып тора. Плацкартта кейенеү-сисенеү эштәре бәҙрәфтә башҡарыла. Тәмәкене тамбурҙа ғына тарталар... Былар һәр кемгә билдәле ҡағиҙәләр. Ошондай ҡағиҙәләрҙең ҡайһы берҙәренә иғтибарығыҙҙы тағы бер тапҡыр йәлеп иткем килә.
*Хәҙер компьютер заманы, тимер юл сайтына инеп, вагон, урыныңа тиклем һайлап алырға мөмкин. Шулай булғас, билет алыуҙы алдан уҡ хәстәрләү мөһим. Бигерәк тә юлға бала менән сығырға уйлаһаң. Берәйһе менән алышырмын әле, тигән уй булырға тейеш түгел, элекке ваҡыттар үткән, һәр кем үҙе һайлаған урында барырға теләй.
*Планшет-телефоныңдан видеолар ҡарарға, музыка тыңларға уйлаһаң, үҙең менән ҡолаҡсын да алырға онотмаҫ кәрәк. Был балаларға ла ҡағыла, юҡһа ҡайһылар, ул бәләкәй бит әле, тип тауышын бар көсөнә аҡыртырға рөхсәт итә.
*Поезда хушбуй, дезодоранттар менән ҡулланмау хәйерле. Сөнки ҡыҫыҡ вагонда былай ҙа һауа алышынмай, барлыҡ еҫтәр бергә ҡушылып, уҡшытҡысҡа әйләнеүе бар.
*Йәнә лә аяҡ, носки еҫе тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Әлбиттә, аяҡ йыуып йөрөргә өйҙәге шарттар юҡ, әммә был хәлдән дымлы салфеткалар ҡотҡара ала.
*Йыш ҡына бәләкәй бала менән юл йөрөргә тура килә. Шауламау, йүгермәү, бер һәндерәнән икенсеһенә һикермәү, ҡысҡырып уйнамау тураһында, һүҙ ҙә юҡ, һәр ата-әсә балаһына аңлатырға, аҙаҡ та иҫкәртеп торорға тейеш. Шулай уҡ сабыйҙы өҫтәлгә һалып аҫлығын алыштырмау, бәҙрәфкә йөрөтөргә сикәнәм, тип купела уҡ көршәккә кәкәй иттермәү кеүек ябай ҡағиҙәләрҙе лә иҫтән сығармаҫҡа ине.
Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ғына, ниндәй генә кешеләр менән тура килһәк тә, тәү сиратта әҙәп, ихтирам, тәртип тигән нәмәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.

Айнара ҒӘЙЗУЛЛИНА.
Теги: