НИНДӘЙ УЛ БАШҠОРТ ҠУРСАҒЫ?

НИНДӘЙ УЛ БАШҠОРТ ҠУРСАҒЫ?
Баланың кем икәнен белгең килһә, уйынына ҡара, тигәндәр. Сепрәк ҡурсаҡ борондан балаларҙың яратҡан уйынсығы булған. Ҡыҙҙар уның менән уйнап, өйҙәге эштәргә өйрәнгән, төрлө ролдәргә инеп ҡараған.
Ҡурсаҡ – зиһенде үҫтереүсе иң яҡшы уйынсыҡтарҙың береһе. Уның менән уйнау баланың хис-тойғоларын байытыуға, бүтәндәрҙе тыңлай белеү, иптәшлек тойғоһон үҫтереүгә булышлыҡ итә. «Ҡурсаҡһыҙ бәләкәй ҡыҙыҡай – балаһыҙ ҡатын кеүек», – тигән Виктор Гюго. Ысынлап та, ҡыҙсыҡҡа ҡурсаҡ уйнау бик мөһимме? Ул ниндәй хис-тойғолар, сифаттар тәрбиәләй? Ә үҙ ҡулдарың менән ҡурсаҡ тегеү өсөн идеяларҙы ҡайҙан алырға? Бала саҡты хәтергә төшөрөп, ҡурсаҡ яһауҙы тергеҙергә ниәтләнәбеҙ.



“Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһенең положениеһы


Ойоштороусылар: “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы, “Селтәр” башҡорт халыҡ костюмы студияһы.
Бәйгенең маҡсаттары һәм бурыстары: халыҡ ҡурсаҡ эшләү традицияларын, башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәтен тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау; Башҡортостандың халыҡ ҡурсаҡтары өлгөләрен, уларҙы эшләүсе оҫталарҙы асыҡлау; ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу һәм яңы ижади эштәргә дәртләндереү; яңы идеялар биреү, ижад ҡомарын үҫтереү; үҫеп килеүсе быуынды башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең нигеҙҙәренә өйрәтеү.

Талаптар һәм бәйгене үткәреү тәртибе:

Бәйгелә 18 йәштән алып барыһы ла ҡатнаша ала. Уҡыу йорттары, ижади коллективтар, клубтар, йәмәғәт ойошмалары эштәре лә ҡабул ителә. Бәйгегә Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәрҙең дә ҡушылыуын көтөп ҡалабыҙ.

Ҡатнашыусылар дүрт номинацияла көс һынашасаҡ:
- “Быуаттар ауазы” (боронғо халыҡ ҡурсағын ижад итеүҙе тергеҙеү);
- “Этнографик кейемдәге ҡурсаҡ”;
- “Автор ҡурсағы”;
- “Иң яҡшы композиция”.

Бәйге ике этапта үткәрелә. Тәүге турҙа ҡатнашыу өсөн 2017 йылдың майынан алып 20 декабргә тиклем ҡурсаҡтың фотолары менән ғаризаны [email protected] электрон адресы буйынса (“Башҡорт ҡурсағы” тип билдәләргә) ебәрергә кәрәк. Фоторәсемдәр яҡшы сифатлы (dpi 300), төрлө ракурстан төшөрөлөргә тейеш. Фото аҫтына ҡатнашыусының тулы исеме, йәше, районы, ауылы, эшләү йылы, ҡурсаҡтың нимәнән башҡарылыуы, ниндәй алым ҡулланылыуы, үлсәме, боронғо халыҡ ҡурсағын тергеҙгәндә мәғлүмәттең кемдән алыныуы яҙыла.
Һайлап алынған ҡатнашыусылар икенсе этапҡа саҡырыла. Һорауҙар өсөн телефон: 289-65-50.

2018 йылдың февралендә үтәсәк бәйгенең йомғаҡлау тантанаһында башҡорт фольклоры өлгөләрен башҡарыусыларҙың көс һынашыуы, ҡурсаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, ошо темаға арналған китаптар һәм ҡурсаҡтар күргәҙмәһе лә үткәреү ҡарала. Сараға тарихи һәм этнографик башҡорт кейемендә килеү хуплана. Иң яҡшы эштәр республика, Рәсәй, халыҡ-ара сараларҙа үткәрелгән күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу өсөн һайлап алына. Иң үҙенсәлекле эштәр “Башҡортостан ҡыҙы” журналы биттәрендә донъя күрәсәк.

Ҡатнашыусылар портфолио тапшыра. Унда ғариза, ҡурсаҡтың паспорты, фотоматериал бергә туплана. Ғариза һәм паспорт өлгөләре “Башҡортостан ҡыҙы” журналының сайтында бар.
Ҡурсаҡтар төрлө материалдан (туҡыма, ағас, ҡағыҙ йә башҡа ҡул аҫтындағы әйберҙән) эшләнергә мөмкин. Ҙурлығы 50 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Икенсе этапҡа үткән ҡурсаҡтарҙың ике данала яһалыуы мотлаҡ. Бер авторға 5 ҡурсаҡҡа тиклем тәҡдим итергә рөхсәт ителә.

Бәйге эштәрен баһалау талаптары:
- Художество образының аһәңлелеге, үҙенсәлеге, матурлығы һәм сағыулығы.
- Портфолио йөкмәткеһенең автор эшенә тап килеүе.
- Эштәрҙә костюмдың матурлығы ғына түгел, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм рухи ҡиммәттәре лә, көндәлек тормошо һәм урындағы ғаилә традициялары ла сағылырға тейеш.

Бәйгелә ҡатнашыусы эштәрҙе мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәренән торған жюри баһалай. Еңеүселәргә Гран-при, лауреат һәм дипломант исемдәре бирелә. Бынан тыш, теләк белдергән бағыусыларҙың махсус бүләктәре лә булыуы бар.


ariza.pdf [100,17 Kb] (cкачиваний: 60)

ursaty-pasporty.pdf [85,86 Kb] (cкачиваний: 54)



Теги: Башҡорт ҡурсағы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook