«Аллы-гөллө, селтәрле»

«Аллы-гөллө, селтәрле»
Ошо исем аҫтында журналыбыҙ тарихында ике тапҡыр (1992 һәм 2010 йылдарҙа) үткән бәйгебеҙҙе һағынып һөйләүселәр, уны ҡабатлауҙы һорап шылтыратыусылар күп. Теләктәрегеҙҙе иҫәпкә алып, быйылғы бәйгене лә алъяпҡыстарға арнарға булдыҡ.

Яратып теккән, биҙәгән алъяпҡыстарығыҙҙы үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт менән бергә «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһына почта аша ебәрегеҙ, шәхсән килтерергә лә мөмкин. Уға бәйле хәтирәләрегеҙҙе, йыр-таҡмаҡтарығыҙҙы ла яҙа алаһығыҙ. Хатығыҙҙа тулы исем-фамилияғыҙҙы, адрес һәм телефонығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Эштәр 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә һәм почта аша кире ҡайтарылмай.

Еңеүселәрҙең барыһын да бүләктәр көтә!



Теги: Аллы-гөллө селтәрле бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook