«Республикабыҙ менән ғорурланабыҙ»
Ошо көндәрҙә Башҡортостаныбыҙ Рәсәй составында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килеүенә 100 тулыуын билдәләй. Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путин уны байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Ошо ғәйәт оло тарихи ваҡиға уңайынан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалына интервью бирҙе. Уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен тәҡдим итәбеҙ.
Ҙур әҙерлек менән көткән байрам
Радий Хәбиров Президенттың ул Указы беҙҙең өсөн үтә мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был Владимир Путиндың да ошо ваҡиғаның тарихи әһәмиәтен таныуын аңлатыуын билдәләне. Төбәк етәксеһе республикала юбилейға арналған сараларҙың күптән башланыуын әйтеп үтте. Мәҫәлән, «Республиканың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы буйынса быйыл 50-нән ашыу объект – мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары тапшырыла.
Әле иһә был уңайҙан ойошторолған ҙур әһәмиәтле ижтимағи-сәйәси сараларҙың 6 мартта Мәскәүҙә «Башҡортостанда тыуғандар» тигән гөрләп уҙған концерт менән башланыуын билдәләп китте. 23 мартта, теп-теүәл 100 йыл элек булған кеүек, республиканың быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы ултырыш, һәм, әлбиттә, ҙур концерт уҙасаҡ. Волга буйы федераль округы субъекттары башлыҡтары делегацияһы, федераль үҙәктән ҡунаҡтар киләсәк. «Был төп сарала тарихыбыҙҙың 100 йыллыҡ үҫешенә байҡау яһарға, ветерандарҙы хөрмәтләргә, бүләктәр тапшырырға, тәбрикләргә теләйбеҙ», – тине төбәк етәксеһе.
Яңы заман – яңы талаптар
Радий Фәрит улы әңгәмәлә беҙҙең әле конкурентлыҡ ныҡ көслө дәүерҙә йәшәүебеҙгә, яңы замандың яңы талаптар ҡуйыуына туҡталды. Алдыбыҙҙа беренсе сиратта ниндәй бурыстар тора? Бөгөн заманса етештереү өсөн, инвестициялар йәлеп итеү өсөн көрәш бара, һәр төбәк был йүнәлештә әүҙемлек күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикабыҙға инвестициялар ағымы кәмей башланы. Башҡа төбәктәргә ул ағым арта барғанда, был хәл етди хәүеф тыуҙыра. «Ошо кире күренеште тамырынан үҙгәртеп, Башҡортостанды инвесторҙар хыялы итергә теләйбеҙ», – тине Хәбиров. Был – беренсе үтә мөһим бурыс булһа, икенсеһе – күләмле милли проекттар. Ул юҫыҡта ҙур ойоштороу эштәре атҡарылған. Республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының бөтә 12 милли проектында ла ҡатнашып, уларҙы ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә етди эштәр алып бара.
Ҡала һәм ауылдар матур булһын өсөн
Радий Фәрит улы шулай уҡ тәү ҡарашҡа улай уҡ әһәмиәтле күренмәгән, әммә бик етди бихисап бурыстар хаҡында ла һөйләне. Уңайлы ҡала мөхите, ғөмүмән, кешеләргә йәшәү өсөн матур мөхит тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был тәңгәлдә программалар күп – «Башҡорт ихаталары», «Тыуған урам», урамдарҙы яҡтыртыу, парктарҙы һәм йәмәғәт урындарын күркәмләү… «Башҡортостаныбыҙ – ғәжәйеп матур төбәк. Ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы ла шулай уҡ матур итергә теләйбеҙ», – тине ул.
Мөмкинлектәр етерлек
Ләкин быларҙың бөтәһен дә бойомға ашырыу өсөн эске мөмкинлектәр, йыйылған һалымдар етерлекме? Радий Хәбиров иҡтисадыбыҙ торошо һәм финанс хәлебеҙ, дөйөм алғанда, тотороҡло, йылдың тәүге айҙарында уҡ бюджетҡа керемдәр ҙә һәйбәт кенә булыуына баҫым яһаны. Күҙаллауҙарҙан алда барыуыбыҙҙы билдәләне. «Шулай булғас, киләһе йылдарға ҡуйған бурыстарҙы үтәргә аҡса етәсәк, тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, федераль программаларҙа әүҙемерәк ҡатнашып, шул уҡ парктарҙы, скверҙарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн федераль үҙәктән ҙурыраҡ ярҙам алыу мөмкинлегебеҙ ҙә бар», – тип өҫтәне.
Ғорурланырлыҡ иҡтисадыбыҙ бар
Төбәк етәксеһе Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда конкурентлыҡҡа һәләтлелеген билдәләүсе предприятиелар хаҡында айырым һөйләп уҙҙы. Республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең һәр кешеһе ишетеп белгән предприятиелар – илебеҙҙең нефть тармағының иң эре ойошмаларының береһе булған «Башнефть» компанияһы, хәрби-һауа көстәрен двигателдәр менән тәьмин итеүсе Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе, автобустар етештереүсе Нефтекама автозаводы, «Газпром»дың ҡеүәтле ойошмаһы «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм башҡаларҙы һанап үтте. Иҡтисадыбыҙ нигеҙен тәшкил иткән ҙур предприятиелар республикаға төп һалымдарҙы индерә лә инде. «Шул уҡ ваҡытта былар бөтәһе лә беҙҙән алдағы быуындар тарафынан булдырылыуын күҙҙә тоторға кәрәк. Хәҙер иһә алдыбыҙҙа яңы производстволар булдырыу бурысы тора. Һәм был тәңгәлдә йәнә инвестициялар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтабыҙ», – тине Радий Фәрит улы.
Беҙҙә бөтәһе лә яҡшымы?
«Республика властарының социаль өлкәләге, мәҙәниәттәге – конкрет кешегә ҡағылышлы ҡаҙаныштарын нисек баһалар инегеҙ? Бөтәһе лә яҡшымы?» – был һорауға Радий Хәбиров түбәндәгесә яуап бирҙе:
– Әлбиттә, бөтәһе лә яҡшы, тип әйтмәйем. Моғайын, социаль өлкәлә бөтәһе лә яҡшы булмауын аңлағанға күрә, Президенттың май указдары һәм милли проекттар барлыҡҡа килгәндер ҙә. Беҙ был йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ, – тип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен замансаға әйләндереү, мәғариф алдында торған бурыстарҙы хәл итеү өсөн ниндәй тырышлыҡ һалыныуы хаҡында бәйән итте. Юғары технологиялы медицина ярҙамын үҫтереү менән бер рәттән фельдшер-акушерлыҡ пункттары булдырып, ауыл медицинаһын тергеҙеү, табиптар етешмәү проблемаһын яйға һалыу айырым иғтибар үҙәгендә тора. Мәғарифҡа өлкәһенә ҡағылышлы маҡсаттар ҙа бик күп. Мәктәптәр, мәктәпкәсә балалар учреждениелары төҙөү, икенсе сменала уҡыуҙы бөтөрөү – барыһы ла көнүҙәк бурыстарҙан һанала.
«Яңы быуатыбыҙға ышаныслы аяҡ баҫабыҙ»
Әңгәмә аҙағында Радий Фәрит улы әйткән һүҙҙәр, моғайын, һәр кемдең күңелендә ҡайтауаз булып яңғырар:
– Башҡортостан һәм уның халҡы үҙенең икенсе йөҙ йыллығына ышаныслы инә. Был бик ябай аңлатыла. Беҙ уға үҙебеҙҙең иҡтисадыбыҙ менән ышаныслы атлайбыҙ. Эйе, проблемаларыбыҙ бар, ләкин иҡтисадтың тигеҙ үҫеүе, уның артабанғы үҫеше өсөн мөмкинлектәр булыуы уларҙы хәл итеү форсатын бирә. Ә иң мөһиме – ғорурланырлыҡ тарихыбыҙ, етди йолаларыбыҙ менән аяҡ баҫабыҙ.
Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ингәндән алып, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы өсөн таяныслы төбәк булды. Беҙ илдең азатлығын яҡланыҡ, иҡтисади ҡеүәтен нығыттыҡ. Күп быуатлыҡ милләт-ара дуҫлыҡтың һәм төрлө диндәрҙең килешеп йәшәүенең иң яҡшы традицияларын индерҙек.
Был тәңгәлдә Башҡортостаныбыҙ – ысынлап та, үҙенсәлекле төбәк. Әлбиттә, беҙ республикабыҙ менән ғорурланабыҙ һәм беҙҙе алда бик яҡшы киләсәк көтә, тип һанайбыҙ.

Теги: Башҡортостанға - 100